«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Инвалид баланы уллыҡҡа алыусыларға – 500 мең һум



05.04.2013 Инвалид баланы уллыҡҡа алыусыларға – 500 мең һум

Башҡортостан Хөкүмәте БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарына инвалид баланы уллыҡҡа алған граждандар өсөн бер тапҡыр түләнә торған пособие күләмен 500 мең һумға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан закон проектын тәҡдим итте.
“Башҡортостан Республикаһында баланы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тураһында”ғы БР законының 2-се һәм 4-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы инициативаһы республика парламентының Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ултырышында ҡаралды. Закон проектын тәҡдим итеп, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, интернат учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр һанын кәметеү илдең төп маҡсаттарының береһе булып тора, тип билдәләне.
2011 йылдың 1 ғинуарынан баланы уллыҡҡа алған граждандарға «әсәлек капиталы» күләмендә (бөгөн ул 408960 һум тәшкил итә) бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие ҡаралған.
Бөгөн Башҡортостандың балалар йорттарында 145 инвалид бала тәрбиәләнә. Һуңғы бер нисә йыл эсендә уллыҡҡа алынған инвалид балалар һаны унға ла етмәй. Закон проекты мөмкинлектәре сикләнгән баланы уллыҡҡа алған граждандарға бер тапҡыр түләнә торған пособие күләмен 100 мең һумға арттырыуҙы күҙ уңында тота.
Депутаттар әлеге проектты хупланы. Артабан ул республика парламенты Президиумына йүнәлтеләсәк.

Г. ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға