«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Авитаминоздан Нисек ҡотолорға?



05.04.2013 Авитаминоздан Нисек ҡотолорға?

Ниһайәт, оҙайлы, һалҡын ҡыштан һуң ҡояш апай яғымлы йылмайып, көлтә-көлтә нурҙарын һибә башланы. Гөрләүектәр йырлай, тиҙҙән ҡоштар ҡайтыр, их, ҡайһылай күңелле. Яҙ килә!
Тик ниңәлер беҙҙең организм арыған – һис тә артыҡ ҡыбырлағы килмәй, аяҡ-ҡулдар хәлһеҙләнгән, һөйәктәр һыҙлай, ҡоро тире, сәс ҡойола, тырнаҡтар һына… Быға тик авитаминоз ғәйепле. Витаминдарҙың етешмәүе төрлөсә тәьҫир итә, кемгә ниндәй витаминдың етмәүенә бәйле: мускулдар һыҙлауы һәм күреү һәләте насарайыуынан алып баш әйләнеүенә тиклем. Ни эшләргә һуң? Ашығыс рәүештә витаминдар запасын тупларға! Мәҫәлән, А витаминының етешмәүе “тауыҡ күрәшлеге”нә, В – йоҡоһоҙлоҡҡа, С – ҡандың насар йөрөүенә, Д һөйәктәр һыҙлауына килтерә.

Рима ӘБСӘЛӘМОВА, һатыусы:
– Мин торма менән кишерҙән тәмле, файҙалы салат тәҡдим итәм. Бының өсөн ике торма, ике кишер, бер баш һуған, зәйтүн майы, тоҙ, тәмләткестәр кәрәк. Торма менән кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, ә һуғанды майҙа ҡурырға, барыһын да болғатырға һәм һеҙгә бер ниндәй ҙә авитаминоз ҡурҡыныс түгел!

Эдуард БУЛАТОВ, офис-менеджер:
– Мин һарымһаҡ ҡулланам, тик ул шытҡан булмаһын. Еҫе көслө булһа ла, витаминдарға һәм фитонцидтарға бай, төрлө бактериялар­ҙы үлтерә, аппетитты аса. Тик һуңғы йылдар­ҙа һатыуҙа тик ҡытай һарымһағы ғына күренә, үҙебеҙҙеке юҡмы ни? Ана шул импорт һарым­һаҡты кисен күп итеп ашау миңә ярҙам итә, ә дарыухананан витаминдар йыйылмаһын һатып алыуҙы бөтөнләй хупламайым. Уларҙың бер ҡасан да файҙаһын күргәнем булманы. Тағы ла С витаминына бай тоҙло кәбеҫтә ашарға кәрәк. Д витаминын диңгеҙ балығынан алырға була. ҡояшта күберәк йөрөргә онотмағыҙ.

Рита ХӘСӘНОВА, студент:
– Һәр кеше үҙ һаулығы, организмының торошо һәм тышҡы ҡиәфәте хаҡында борсолорға тейеш. Яҙғыһын бигерәк тә. Тәбиғәттең ҡышҡы йоҡоһонан уянған сағында беҙҙең дә яңы тормош башлағы, ҡәҙимге көндәргә ниндәйҙер яңылыҡ индерге килә бит. Мәҫәлән, матурыраҡ күренергә тырышаһың, кәүҙәне формаға килтерәһең. Әйтергә кәрәк, тап яҙ айҙарында йәй еткәнгә тиклем күп ҡыҙҙар ябығып ҡалырға тырыша. Был бер кемгә лә сер түгел. Шул йәһәттән күберәк йәшелсә, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирә башлайһың. Тик шуныһы: ҡайһы бер ҡыҙҙар, һимертә тип, итте көндәлек аш рационынан алып ташлай. Ә ундағы аҡһым, углеводтар организм өсөн бик тә кәрәк.
Авитаминоздан ҡотолоу өсөн әллә ниндәй ҡиммәтле витаминдар һатып алыу мотлаҡ түгел, минеңсә. Бары йоҡоно туйҙырырға һәм дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Күберәк физик күнегеүҙәр эшләргә, йәйәү йөрөргә тырышырға. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит.

Әмирә УРМАНШИНА, уҡытыусы:
– Яҙғы күңел төшөнкөлөгөнөң киң тарал­ған сәбәбе – витаминдар етешмәү. Һәм йәшелсә һәм емеш-еләк ашарға ҡушалар, ә бит оҙаҡ һаҡлауҙан яҙға уларҙың составында ла витаминдар кәмей. Был мәлдә беҙҙең организм йәйге биологик сәғәткә яраҡлаша, организм системаһы, “күршеһе” менән бигүк килешмәйенсә, төрлөсә эшләй башлай, гармония юғала.
Мин күңелемде күтәреү өсөн сағыу обойҙар һатып алдым, магазинда күҙем асыҡ йәшел төҫкә төшкәс, шунда уҡ оҡшаттым. Беҙ, Мюнхгаузен кеүек, моңһоулыҡ һаҙлығынан үҙ-үҙебеҙҙе сәсебеҙҙән өҫтөрәп сығарыр­ға тейеш. Яҙғыһын миңә сағыу, асыҡ һәм йәйғор төҫтәрендәге кейемдәр, төрлө сувенирҙар, тәүге сәскәләр ярҙам итә.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға