05.04.2013 Ҡурайсы Виталий
Сит өлкәлә ҡатнаш ғаиләлә тыуған ир тәү ишетеүҙән ҡурай моңона ғашиҡ була
Шөкөр, социаль селтәрҙәрҙә әленән-әле башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусы сит милләт кешеләре менән танышып торабыҙ. Туған телебеҙҙе һыу кеүек эскән Ырымбур егете Вячеслав Чернев барыһын да таң ҡалдырһа, сит ҡитғанан башҡорт теленә ғашиҡ япон Юто Һишияма, телегеҙҙе өйрәнеп, уны университетыбыҙҙа милләттәштәремә уҡытырға теләйем, тип белдерҙе. Улар Башҡорт википедияһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, ирекле энциклопедияны яңынан-яңы материалдар менән тулыландырып тора. Бына шулай, үҙебеҙҙекеләр вайымһыҙлыҡ йоҡоһонан уяна алмай ятҡанда мәҙәниәтебеҙҙе күтәрергә, телебеҙҙе үҫтерергә сит милләт егеттәре оло тырышлығын һала.
Ошо көндәрҙә Кемерово ҡалаһында йәшәүсе Виталий Панин исемле ир ҙә оркестрға ҡушылып, ҡурайҙа уйнаған видеоһын “Фейсбук”ка һалды.
Баҡһаң, Виталийҙың татарса исеме лә бар – Вәлиулла, ул 1976 йылда Кемерово ҡалаһында ҡатнаш ғаиләлә донъяға килгән. Әсәһе татар, ә атаһы мордва.
– Минең һөйөклө ҡатыным Миләүшә – Хәйбулла районынан, Үҫәргән ырыуы ҡыҙы, – ти Виталий. – Мин һәр саҡ башҡорт халҡының бай тарихы, моңло теле, күркәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһындым. Башҡортостанға тәү тапҡыр килгәнемдә үк ҡурай моңона ғашиҡ булдым. Икенсе тапҡыр Башҡорт иленә юлым йылдар уҙғас ҡына төштө һәм мин, ниһайәт, ҡурайҙы ҡулға төшөрөү бәхетенә ирештем.
Теләгән – моратына ирешкән, Виталий ҡурайҙы үҙ алдына өйрәнә башлай. Көн дә һыҙғыртыуҙар, күнекмәләр яһай торғас, тәүге моңдар килеп сыға башлай. Әсәһе Мөнирә Вәзих ҡыҙы, улының музыкаға тартылыуын күреп, үҙе йөрөгән “Һандуғас” татар хорына йәлеп итә. 2011 йылда хор Ленинск-Кузнецк ҡалаһына өлкә фестиваленә бара. Виталий оло тулҡынланыу менән ҙур сәхнәлә тәүге тапҡыр “Сыбай ҡашҡа” көйөн башҡара. Егеттең ныҡышлығы бушҡа китмәй – “Халыҡ инструменттары” номинацияһында ҡурайсы икенсе урынды яулай. Ә киләһе йыл фестивалдә ғаиләһе менән ҡатнашырға теләк белдерә – үҙе ҡурайҙа уйнай, ҡатыны менән ҡыҙы башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡара, бының өсөн алдан башҡорт милли кейемдәрен дә тегәләр. Был бәйге быға тиклем сәхнәгә аяҡ баҫмаған Миләүшә өсөн дә үҙенә күрә дебют була.
Әйткәндәй, Миләүшә һәм Виталий Паниндар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә – 17 йәшлек Ихсан техникумда белем ала, 12 йәшлек Бәхтийәр һәм 7 йәшлек Эльмира – әлегә мәктәп уҡыусылары. Кемерово өлкәһенең Малая Салаирка ауылында йыл да уҙғарылған Милли мәҙәниәттәр фестивалендә Паниндар “Милли кейемдәр” һәм “Ижади ғаилә” номинацияларында билдәләнә.
Бына шулай, бөгөн беҙҙең телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе башҡа милләт вәкилдәре лә теләп өйрәнә, ә баш ҡалабыҙҙың театрҙарында һәм филармонияла тамашалар яртылаш буш залдарҙа уҙа, милли матбуғат баҫмаларының тиражы йылдан-йыл кәмей – ниңә үҙебеҙгә-үҙебеҙ аяҡ салабыҙ, милләтебеҙҙе милләт иткән нәмәләргә битарафбыҙ?! Юто Һишияма: “Мин, Рәсәйҙә башҡорт телен өйрәнеүҙән баш тарталар, тип ишеттем, был бик ҡыҙғаныс хәл. Башҡорт теле бит моңло, бай тел, уны өйрәнеүе үҙе бер шатлыҡ”, − ти.
Бәлки, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен өйрәнгән сит милләт кешеләренә ҡарап, ата-бабаларының рухи мираҫына һиҙгер һәм һаҡсыл ҡараған яңы быуын илһөйәр башҡорт балалары тәрбиәләнер? Ни тиһәң дә, арабыҙҙа туған телен һанламай, уны өйрәнеүҙән баш тартҡан манҡорттарға Вячеслав, Юто, Виталий кеүек аҫыл егеттәр оло үрнәк.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.