«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бейәнән ала ла тыуыр, ҡола ла тыуыр…



05.04.2013 Бейәнән ала ла тыуыр, ҡола ла тыуыр…

Бейәнән ала ла тыуыр, ҡола ла тыуыр…
Храпя, мотает длинной гривой
Под ним саврасый скакунок,
Степей башкирский сын счастливый.
М. Лермонтов.

Билал ауылында йәшәгән тыл һәм хеҙмәт ветераны Мөбәрәк бабай Бикбаевты халыҡ оҫта балыҡсы һәм ат йәнле кеше тип хәтерләй. Мәрхүм Мөбәрәк ҡайным тормошто, донъяны үҙенсәлекле аңлауы һәм ҡабул ите­үе менән айырылып торҙо. Һәр ҡарашын фәлсәфәүи аңлатыр ине, мәҫәлән, ат еккәндә ҡамыт бауын ерҙең әйләнеү хәрәкәтенә ҡаршы тартып бәйләүе. Йәнәһе лә, ҡамыт бауын ер хәрәкәтенә ыңғай тартып бәйләһәң һәм аттың уң яҡҡа нығыраҡ эйелеп юртыуын иҫәпләһәң, ҡамыт бауы тиҙерәк бушаясаҡ һәм алыҫ юлда ҡамыт аттың елкәһенә һуғасаҡ. Һуғыш йылдарында Әүжәндә ат менән бүрәнә ташыған үҫмергә, һуңынан бар ғүмерен ат тәрбиәләүгә арнаған оло ат ҡараусыға ышанмау мөмкин түгел ине.
Балыҡ ҡармаҡлаған саҡта ҡайнымдың мотлаҡ үтәй торған йолалары ла бар ине, ҡармаҡҡа ҡапҡан алабуға балыҡтарын, «бисмилла» уҡып, бәкеһе менән салып ҡуйыр ине. Минең аптыраулы ҡарашыма, алабуғаларҙы ҡорбан сабаҡтары тип тә атайҙар, салыу йолаһын мотлаҡ башҡарырға кәрәк, тип әйтер ине. Шуға ла инде ҡайныма һәр ваҡыт балыҡ эләгеүе бер ҙә ғәжәп түгел.
«Аҡбуҙат» эпосында күлдән ҡуй-йылҡы күтәрелеү эпизоды һәр кемгә таныштыр. Халыҡ был күлде Йылҡысыҡҡан күле тип атай. Эпостың геройы Һәүбән шарт буйынса күлдән артына ҡарамай атларға тейеш була. Шул ваҡыт ер өҫтөн тултырып мал-тыуар сыға башлай, ел-дауыл ҡуптарып, Аҡбуҙат күтәрелә. Һәүбән түҙмәй боролоп ҡарай, Аҡбуҙат һәм аттарҙың ярға сығып өлгөрмәгәндәре, кешенән өркөп, күлгә кире сума. Ә ергә баҫып өлгөргән йылҡы, өркөшөп, тыр-пыр итеп ҡушаяҡлап сабып, Уралтауға тарала, уларҙың тояҡ тауыштары кешеләр өсөн ят тауыш була. Тыр-пыр сапҡан йылҡы ҡырағай тарпандарға әүерелә. Кешеләр балыҡ тотоу ысулы – оҙон нәҙек ағасҡа (ҡыуал – ҡыуып ал) ҡороҡ (мәскәү) беркетеп, тыр, пыр, тыр һүҙен әйтеп, йылҡыларҙы ҡороҡлап, ҡулға эйәләштергән. Бәлки, киреһенсә лә булғандыр, оҫта балыҡсылар ат ҡороҡлау ысулы менән балыҡ мәскәүләйҙер. Тыр-тыр – йылҡыны тынысландырыу өсөн әйтелгән һүҙ, һуңғараҡ аттарҙы туҡтатыу әмеренә (командаһына) әүерелеп, бүтән тарафтарға тарал­ған. Әйткәндәй, башҡорт тоҡомло аттарҙы сысҡан, суртан һырт тип атайҙар. Ғалимдар ҙа, аттар Уралда ҡулға эйәләштерелгән, тип фараз итә.
Урындағы халыҡ легендаһында, Йылҡы­сыҡҡан күленән сыҡҡан аттар ала төҫтә булған, тип бәйән ителә. «Бейәнән ала ла тыуыр, ҡола ла тыуыр» әйтеме беҙҙең төбәктә тыуғандыр. Аҡбуҙат артынан күлгә сумған аттар алабуға балығына әүерелгән. Бына ҡайҙан килә икән ҡайнымдың ҡорбан сабаҡтарын «бисмиллалы» салыу йолаһы. Әйткәндәй, христиандарҙа пост (ураҙа) ваҡытында тик балыҡ ите генә ашау рөхсәт ителеүе лә бушҡа түгелдер.
Әрмелә хеҙмәт иткән осорҙа яҡын дуҫым, балҡар егете Әнүәр Айыуов: «Беҙҙә үгеҙ малын буға тип атайҙар», – тигәйне. Халҡымдың «ҡуңыр буға» эпосында ла һүҙ эре мал тураһында бара, тик беҙҙә буға һүҙе бөгөнгө лексиканан төшөп ҡалған. Беҙҙең төбәктә нәҫел үгеҙҙәрен айғыр-үгеҙҙәр тип атауҙарынан сығып, аттар менән бер рәттән тәртәгә егелеп, бигерәк тә ауыр һуғыш осоронда ер һөргән, ауыр йөк ташыған үгеҙҙәр­ҙе буға ат тип атауҙары ла ихтимал. Йылҡысыҡҡан күленән күтәрелгән малдар­ҙың өйөр башлығының Аҡбуҙат ҡушаматы ла ошо фаразға ауаздаш түгелме икән? Һыу өҫтөндә ҡарпып уйнаған ялтыр тәңкәле, йөҙгөс-ҡанаттарын нығытыусы балыҡтарҙы – аҡбуҙат ҡолондары, артҡы аяҡтарына баҫып күккә үрәпсегән аттарҙы осорға әҙерләнгән Аҡбуҙат тип күҙ алдыма килтерәм. Әйткәндәй, балыҡтарҙың йәйге эҫенән йәшенгән урындарын – ятыу, бер урынға йыйылыуын өйөр тип атауҙары бушҡа түгелдер. Аттар ҙа йәйге томрала йылға-күл буйына төшөп, тояҡтары менән һыу сәсрәтеп ҡойонорға, һыуға ятып аунарға ярата. Башҡа малдарҙан айырмалы рәүештә, аттар һыу эскәндә артыҡ һыуҙы танау аша сығара, ауыҙ-тештәрен сайҡап ҡуя. Элегерәк йылғаларҙың тәрәнлеген уларҙа аттарҙың йөҙә ала-алмауы менән билдәләгәндәр.
Алабуға рус теленә «окунь» тип тәржемә ителә. Профессор Б. Рыбаков рус телендә «о» һәм «у» хәрефтәренең үҙ-ара алмашыныуын билдәләй (мәҫәлән, русская земля – Россия). Тимәк, окунь – о конь, кони окунулись в воду. Билдәле рус рәссамы К. Петров-Водкиндың «Купание красного коня» картинаһы ла онотола барған ат йөҙҙөрөү йолаһын сағылдыра.
1-се башҡорт атлы полкы – «Любизар» хәрби-тарихи клубы («Төньяҡ амурҙары») етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов: «Халҡыбыҙҙа йылҡы күп, ә аттар юҡ», – тип әсенеп әйтеп ҡуйғайны. Ысынлап та, бөгөн йылҡыны ит-ҡымыҙ өсөн генә тотабыҙ, элегерәк ҡыш көндәрендә ир-егеттәрҙең шау-гөр килеп тай­ҙар­ҙы еккегә, менгегә өйрәтеүе күптән онотолған. Хатта урамда ат менеп сабып уҙған малай-шалай ғына түгел, ат атланған көтөүсене күреү хәҙерге заманда һирәк күренеш. Ә аттар, кешеләрҙән айырмалы рәүештә, тәбиғәт биргән сифаттарын, һәләтен һаҡлап алып ҡалған.
1812 йылғы Ватан һуғышында, 1813 – 1814 йылдарҙа Европа походында башҡорт аттарының сыҙамлығы, талымһыҙлығы, әрһеҙлеге турһында мәғлүмәттәр рус, Европа автор­ҙарының хеҙмәттәрендә киң сағылдырыла. Башҡорт аттарының 200 йыл элек булған тәбиғи сифаттарының юғалмауына үҙем шаһит. «Бородино – 2012» халыҡ-ара реконструкцияһына 14 клуб ағзаһы һәм «Өфө» дәүләт ат һарайынан башҡорт тоҡомло ике ат – Саян ҡушаматлы айғыр, Хонда исемле бейә барҙы. Аттарҙы алып барыуҙы, тәрбиәләүҙе «Өфө» дәүләт ат һарайының ветеринар табибы Заһир Уразов башҡарҙы. «Бородино – 2012» халыҡ-ара реконструкцияһы реаль шарттарға ярашлы үткәрелде. Плац-театрҙа 50-ләп пушканың атыуынан ер һелкенгән кеүек, ҡолаҡ ярғандай тауышты ҡолағың, тәнең, тешең менән тояһың. Нервылары йомшағыраҡ кешеләр теҙ сүккәндә аттарҙың өркөп, тешләшеүе, тибешеүе, һөжүм ваҡытында һыбайлыһын ташлап китеүе тәбиғи хәл. Реконструкция барышында башҡорт тоҡомло аттар үҙҙәрен нисек тотто һуң? Пушкалар тауышын тәү тапҡыр ишетеүҙәренә ҡарамаҫтан, аттар үҙҙәрен сағыштырмаса тыныс тотто, улар хужаһы ҡуйған урында тыныс ҡына, үлән юшап тора, ләкин хужаһы әйҙәүе була – уҡ кеүек атакаға ташлана. Бына нимәлә икән башҡорт аттарының өҫтөнлөгө! Шуға күрә Мәскәү өлкәһе фермерҙарының башҡорт тоҡомло аттарҙы тәрбиәләүе аптырарлыҡ хәл түгел. Мерлин һәм Кронс ҡушаматлы башҡорт тоҡомло аттарҙы урындағы фер­мер­ҙарҙан ҡуртымға алдыҡ.
Башҡорт халҡын атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, тик 30 – 35 градус һыуыҡта, ажғыр елдә тәрән ҡарҙы сапсып, кипкән үлән табырға тырышҡан йылҡыларҙы, ҡар өҫтөндә ҡолонлап торған бейәләрҙе күреү ҡыҙғаныс.

Айҙар МӘЖИТОВ,
тарихсы.

Баймаҡ районы,
Өмөтбай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға