«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Рухи байлыҡ һарайында



02.04.2013 Рухи байлыҡ һарайында

Рухи байлыҡ һарайында
Стәрлетамаҡ ҡалаһының А. Инан исемендәге китапханаһында балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы бик әүҙем үтте. Бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Стәрле­тамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова менән осрашыу балаларҙың да, ололарҙың да күңеленә хуш килде. 3-сө башҡорт гимназияһы уҡыусылары (етәксеһе Р. Ғиззәтуллина) шағирәне һорауҙар менән күмде.
Ә Рәшиҙә Шәмсетдинова ихлас күңелдән үҙе һәм китаптары тураһында һөйләне. Уның биш китабы донъя күргән, ә һуңғы өсөһө балаларға тәғәйенләнгән. Уның шиғырҙарында тәбиғәт тә, балалар ҙа, тереклек донъяһы ла гел йәнле, хәрәкәттә, шаулап-уйнап көлөп тора. Шағирә «Фәрештә ҡанатында» исемләнгән китабында дингә, дини байрамдарға, йолаларыбыҙға хөрмәт менән ҡарарға кәрәклеген балалар теле менән әйтеп бирә. Уҡыусылар ҙа буш ҡул менән килмәгән, шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләп, уны шатландырҙы. Ә үҙ сиратында ҡунаҡ иң шәп шиғыр һөйләгән уҡыусыларға автографлы китаптарын бүләк итте. «Тырышып уҡығыҙ, кем «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый, уларға уңыш йылмайыр. Бәлки, һеҙҙең арала буласаҡ президент, йә булмаһа министрҙар, ғалимдар ултыралыр», – тип, ул уҡыусыларҙың күңелен күтәрҙе.
Ә. Атнабаевтың 85 йәшлек юбилей кисәһенә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының филология факультеты, Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары, ҡаланың 15-се мәктәбе уҡыу­сылары йыйылғайны.
Байрам бай, матур йөкмәткеле булды. Сығыштар йыр, шиғыр менән үрелеп барҙы. Бигерәк тә үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең 1-се китапхана мөдире Ә. Мөхәмәҙийәрованың халыҡ шағирының тормошона, ижадына арналған әңгәмәһен залдағылар йотлоғоп тыңланы. БДУ-ньң Стәрлетамаҡ филиалының «Наурыз» вокаль ансамбленең йырҙары, «Игеҙәктәр» спектакленән өҙөк уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған тағы ла бер сараға туҡталып үтмәй булмай. Ул да булһа «һыу – йәшәү сығанағы» тип аталған экологик сәғәт. Төп китапханасы Гөлфинә Гладыш республикабыҙҙың һыу яҡтылыҡтары, уларҙы һаҡлау һәм һаҡсыл ҡарау тураһында һөйләне. Сараға ҡаланың 2-се гимназияһынан 3-сө һәм 5-се синыф уҡыусылары саҡырылғайны. Балаларға бигерәк тә «Мәҡәл­дәр­­ҙе дауам ит» интеллектуаль уйыны оҡшаны, күптәре ҡулдарын күтәреп, яуап би­рергә ашыҡты. Балалар шулай уҡ йомаҡтар ярата икән, викторинала әүҙем ҡатнаштылар. Рәсәй һәм Башҡортостан буйынса иң оҙон йылға, иң ҙур күл, иң ҙур шарлауыҡты әйтер өсөн бер-береһен уҙҙырырға тырыштылар. Бигерәк тә уҡыусылар араһынан А. Батыршин, Т. Абдул­лин, В. Киясов бик әүҙем яуап бирҙе. һуңынан барыһы ла тема буйынса китап алыр­ға ашыҡты.
Ошолай кисәләр, интеллектуаль сәғәттәр, осрашыуҙар үткәреп, киләсәк быуында китапҡа һөйөү уятып, күңел бәйләнештәре булдыра торған урын ул китапхана.

Н. ИҪӘНҒУЖИНА,
А. Инан исемендәге китапхана мөдире.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға