«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бойора алаһығыҙмы?



02.04.2013 Бойора алаһығыҙмы?

1. Күмәк кеше араһында үҙегеҙҙе иркен тотаһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
2. Бәхәсләшкән ваҡытта еңелһәгеҙ, ныҡ ярһыйһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
3. Кемдеңдер эше һеҙгә оҡшамаһа, был хаҡта битенә бәреп әйтә алаһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
4. Башҡаларҙың үтенесен кире ҡаға алаһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
5. Кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итерлек кейем кейәһегеҙме?
а) Эйе; б) Юҡ.
6. Йыш ғәфү үтенәһегеҙме?
а) Эйе; б) Юҡ.
7. Һеҙҙе бер кем дә хупламаған ҡыйыу һәм көтөлмәгән эштәрҙән ҡасаһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
8. ҡағиҙәләргә һәм талаптарға тиҙ буйһонаһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
9. Кемдер, кейемегеҙ килешмәй, тип көлһә, был әйберҙе кейеүҙән баш тартаһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
10. Аҙағын уйлап тормайынса, нисек уйлайһығыҙ, шулай әйтәһегеҙме?
а) Эйе; б) Юҡ.
11. Күңелегеҙҙе күтәрерлек дуҫтарығыҙға йыш мохтажһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
12. Башҡалар алдында үҙегеҙҙе яҡшы күрһәтер өсөн кемделер уңай­һыҙ хәлдә ҡалдыра алаһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.
13. Кешенең яҙмышы үҙ ҡулында, тигән әйтем менән килешәһегеҙме?
а) Эйе; б) Юҡ.
14. Фекерегеҙ башҡаларҙыҡы менән йыш тап килмәйме?
а) Эйе; б) Юҡ.
15. Көтөлмәгән ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар тыуҙырған эштән тиҙ генә ҡасыу яғын ҡарайһығыҙмы?
а) Эйе; б) Юҡ.

Һәр «а» яуабы өсөн үҙегеҙгә 2-шәр балл яҙығыҙ, ә «б» яуабына – 0 балл.
0 –10 балл. Лидер булыу һеҙҙең характерҙа юҡ. Башҡаларҙан айырылһағыҙ, юғалып ҡалаһығыҙ. Бо­йороҡ һәм күрһәтмә биреүгә ҡара­ғанда, кемгәлер таянырға, кемдәндер ярҙам алырға тырышыу күңелегеҙҙе тынысландыра.
12 – 22 балл. Яуаптарығыҙҙы, ысынлап та, дөрөҫ итеп яҙһағыҙ, характерығыҙ төрлөсәгә әйләнә. Шулай ҙа һеҙҙе, хакимлыҡ итергә яратҡан кеше, тип атап булмай. Бының өсөн һеҙгә лидерҙарға хас булған агрессия етешмәй. Иң мөһиме – башҡаларға бик яҡшы кәңәштәр бирә алаһығыҙ.
24 – 30 балл. Был һөҙөмтәләргә ҡараһаҡ, һеҙҙә, ысынлап та, буйһондорорға яратыусылар характеры. Үҙһүҙле һәм ысын мәғәнәһендә бер кемгә лә баш эймәй торған кешеһегеҙ. Шуның өсөн дә кемдер һеҙгә нимәлер эшләргә ҡушһа, бик ныҡ йәнегеҙ көйә. Һеҙгә бер аҙ түҙем һәм йомшағыраҡ булыр­ға тырышырға кәрәк.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға