«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телеңде йоторлоҡ!



02.04.2013 Телеңде йоторлоҡ!

Запеканка
Һыйыр итенән әҙерләнгән фарш­ҡа һуған, борос, ҡырғыстан үткәрелгән кишер һалып, табала ҡыҙҙырып алырға. Ул әҙер булғас, өҫтөнә бешкән дөгө һалырға ла, соус ҡойоп, духовкала бешерергә.
Соус түбәндәгесә әҙерләнә. Ярты литр һөткә бер ҡалаҡ әсе соус, 100 г ҡаймаҡ, 100 г майонез, 1 – 2 йоморт­ҡа, ҡырғыстан үткәрелгән 100 г сыр алына. Уларҙы бергә бутап, фарш өҫтөнә һалырға кәрәк һәм эҫе духовкаға ҡуйып бешерергә.

ҡайнатманан перәник

1 стакан ҡайнатма, 1 балғалаҡ сода, 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2,5 стакан он, ярты стакан шәкәр.
ҡайнатмаға сода һалып, яҡшылап бутарға ла, өс минут тирәһе ул­тыртып торорға. Һуңынан ошо массаға кефир, йомортҡа, шәкәр һәм он һалып, бутарға. Майланған формала 40 минут тирәһе бешерергә.

“Ғаилә” салаты

Ярты баш кәбеҫтә, 200 грамм краб таяҡсаһы, 1 алма, 3 бешкән йомортҡа, 1 ҡыяр, майонез кәрәк.
Кәбеҫтәне, краб таяҡсаларын, ҡыярҙы, алманы шаҡмаҡлап турағандан һуң, ваҡланған йомортҡа ҡушып, майонез һалып бутарға.

Зәлифә ВӘЛИЕВА.
Ишембай ҡалаһы.

Хөрмәтле хужабикәләр, һеҙҙән «Телеңде йоторлоҡ» рубрикаһы үҙегеҙ яратып бешергән ризыҡтарҙың
рецептарын көтә. Ай һайын еңеүселәр билдәләнәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға