«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡабырсаҡ һәм бөркөт тормошо хаҡында



02.04.2013 Ҡабырсаҡ һәм бөркөт тормошо хаҡында

Аллаһы Тәғәлә кешене барлыҡҡа килтергәс, уның кем булырға теләүен һорай.
Ә кеше, әлегә бик йәш һәм тәжрибәһеҙ булғанға: «Белмәйем», – тип кенә яуаплай.
Хоҙай уны ҡулынан етәкләп диңгеҙ янына алып килә лә, һыу төбөндә күренеп ятҡан ҡабырсаҡтарға күрһәтеп:
– Әгәр теләйһең икән, ошо ҡабырсаҡ эсендә йәшәй алаһың. Диңгеҙҙең иң төпкөлөндә, үҙең һымаҡ миллиондар араһында тик диңгеҙ тулҡындары нимә килтерә, шуның менән генә туҡланасаҡһың. Бөгөнгө көнөң кисәгеһенә оҡшап, бөтә ғүмерең ҡурҡынысһыҙ һәм борсолоуҙарһыҙ үтәсәк. Еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә һине тулҡынландырмаясаҡ. Һәр ваҡыт диңгеҙ төбөндә тик ҡапҡасыңды асып ябасаҡһың. Шулай иртәнән кискә тиклем асырға, ябырға, асырға, ябырға.
ҡабырсаҡ тормошон күрһәткәндән һуң Аллаһы Тәғәлә кешене тауҙарға алып китә. Һәм унда бөркөттөң иң бейектәге ояһын күрһәтә.
– Теләгең булһа, әлбиттә, үҙеңә ошо тормошто һайлай алаһың. Иң бейек-бейеккә оса аласаҡһың, нисек теләйһең, шулай йәшәйәсәкһең. Һәм күк киңлектәрендә һин тап үҙең һымаҡ, әммә бик аҙҙарҙы осратасаҡһың. Үҙең генә һиңә нисек һәм ҡайҙа осорға кәрәклеген билдәләйәсәкһең. Ошоларҙан үҙеңә бер нәмә лә ябай ғына һәм ауырлыҡтарһыҙ бирелмәгәнен аңлаясаҡһың. Һәр көн аҙыҡ эҙләйәсәкһең һәм уны бик күп тир һәм ҡан түгеп табасаҡһың. Ошо тормош һиңә оҡшаһа, үҙеңә һайлай алаһың, – ти Тәңре.
Ошонан һуң Ер йөҙөндә ҡабырсаҡ һәм дә бик аҙҙары бөркөт тормошон һайлаусы кешеләр барлыҡҡа килгән.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға