«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ғүмер кәсәһен балаларға биргән



29.03.2013 Ғүмер кәсәһен балаларға биргән

Ғүмер кәсәһен балаларға биргән
Конгресс-холдың концерт за­лында Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле те­лежурналист, яҙыу­­сы Луиза Фарх­ша­то­ваның юбилей кисәһе үтте.
“Тамыр” студияһын булдырыу­сы, балалар өсөн тапшырыуҙар ав­торы Луиза Азамат ҡы­ҙы киң ижади ҡарашы, егәрлелеге менән һоҡландыра. Баҡти­һәң, уның ташып тор­ған дәрт-ҡеүәте бала саҡта уҡ һиҙелә. Бик сая, ҡыйыу ҡыҙ булып үҫә ул. Уҡ атыуҙа егеттәргә лә ал бирмәй. Уҡытыусылары ҡыҙҙы киләсәктә ҙур спортсы итеп күрә. Тик Луиза Азамат ҡыҙы көтмәгәндә Башҡорт дәүләт университетының баш­ҡорт филологияһы фа­куль­тетына уҡырға инә. Талантлы кеше нимәгә генә тотонмаһын, һәр эштә асыш яһай. Студент йылдарында уҡ радиоға килеп, журналистикала тәүге аҙымдар яһай. 1989 йылда балалар өсөн “Иләү” тапшырыуын булдыра. Бала­лар менән эшләү оҡшай белгескә. 1992 йылда телевидениела “Сәңгелдәк” тапшырыуы уның ижад емеше булып донъя күрә. Шулай “Тамыр” студияһын ойоштороуға башланғыс һалына. Ниндәй кәртәләр аша үтергә тура килеүен Луиза Фархшатова үҙе генә беләлер. Тыйыуҙарҙы, баҫым яһауҙарҙы ла кисерергә тура килә. Бөгөн иһә Луиза Азамат ҡыҙының тырышлығы менән республика телеканалдарында балалар өсөн 20-гә яҡын тапшырыу эшләп килә.
Луиза Фархшатова, режиссер булараҡ, документаль фильмдар ҙа төшөрә. Уның геройҙары араһында билдәле шәхестәр ҙә, ауылдарҙа көн күргән эшсән кешеләр ҙә бар. “Зәйнәб” фильмы һәм күренекле әҙибәгә арналған тапшырыуҙар циклы өсөн Луиза Фархшатова Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты була. “ҡыҙыл түбәтәй”, “Мир. Труд. Май”, “Таныш түгел таныштар” кеүек музыкаль фильмдары ижадында айырым урын алып тора. Луиза Азамат ҡыҙын балалар яҙыу­сыһы булараҡ та бик ныҡ яраталар. Уның “Йәшәмеш” хикәйәләр йыйынтығын белмәгән уҡыусы юҡтыр.
“Ғүмер кәсәһе” тип аталды байрам кисәһе. Юбилярҙы ижадташ дуҫтары, уҡыусылары ҡотлап, ғүмере кәсәһенә һөйөү тамсылары өҫтәне. “Тамыр” балалар студияһының кескәй “йондоҙ”ҙары менән бергә “Тамыр”ҙан үҫеп сыҡҡан Гөлсөм Бикбулатова, Ильяс ҡарабулатов, Диләрә Иҙрисова кеүек йәш ижадсылар сәхнәлә сығыш яһаны. Луиза Фархшатованың яҡташтары Флүрә Килдейәрова, Салауат Низаметдинов, Вил­дан Яруллин, Әлим ҡәйүмов, Илшат Яхин йырлы-моңло ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.
– Мин һәр саҡ тыуған яғымдан, ауылдаштарымдан, ра­йон­даштарымдан фатиха, көс алып йәшәйем һәм ижад итәм. Әгәр балаларҙың, тамашасыларҙың тапшырыуҙа­рымды яратып ҡарауын белмәһәм, эшләүе ҡыйын булыр ине. 35 йыллыҡ хеҙмәт барышында өс тапҡыр эштән ситләшергә һәм кире ҡайтырға тура килде. Телевидениеға, халыҡҡа булған тоғролоғом быға мәжбүр иткәндер. Әле лә ошо тоғролоҡто һаҡлайым, – ти Луиза Фархшатова.
Уның ғүмер кәсәһе халҡыбыҙҙың күңеленә шифа булып ятҡан рухи ынйылар менән мөлдөрәмә тулы. Яңынан-яңы балалар быуынына ошо кәсәнән ауыҙ итеп үҫергә яҙһын.

М. ИҡСАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға