«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Геройҙарымды дөрөҫ юлдан алып барыусы – иман”



29.03.2013 “Геройҙарымды дөрөҫ юлдан алып барыусы – иман”

“Геройҙарымды дөрөҫ юлдан алып барыусы – иман”
Билдәле яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатованың ижады күп ҡырлы. Әҙибә сәсмә әҫәрҙәр, шиғырҙар ҙа яҙа, балалар өсөн дә ижад итә. Әҫәрҙәрендә яңы алымдар, формалар ҡулланылыуы, бығаса яҡтыртылмаған темалар, образдар урын алыуы ижадын үҙенсәлекле итә. “Яҙылып бөтмәгән китап” романында һүрәтләнгән бөгөнгө ҡатын-ҡыҙ образы, заман геройы, ғөмүмән, яҙыусының әҙәбиәт һәм заман хаҡындағы фекерҙәре уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһындыралыр.
– Фәрзәнә апай, ижадығыҙ офоғонда ниндәй үрҙәр төҫмөрләнә? Яҡын арала уҡыу­сыларҙы ниндәй әҫәрҙәр менән ҡыуандырырһығыҙ? Ишетеүе­беҙ­сә, кү­ләмле проза әҫәрен яҙыуға то­тон­ғанһығыҙ.
− Әлеге көндә “Яҙылып бөтмәгән китап” романының да­уамы өҫтөндә эшләйем. Тәүге әҫәрем 2011 йылда донъя күрҙе. Унда ҡайһы бер фекерҙәр әйтеп бөтөлмәне кеүек, өҫтәүенә, тормош үҙе даими үҙгәреп тора. Ошо үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоп, китаптың икенсе өлөшөн яҙырға, төп геройымды артабан хәрәкәт иттерергә булдым. Тормош тураћында бер ҡасан да яҙып бөтөп булмай. Сөнки ул мәңге дауам итә. Кеше лә, ғәҙәттә, тормошон яҙып, бар хыял-теләктәрен ғәмәлгә ашырып бөтә алмай. Бына шул идея икенсе китапта ла үҫтереләсәк. Шуға күрә исеме лә үҙгәрмәҫ, “Яҙылып бөтмәгән китап – 2” тип аталыр, моғайын. Төп герой Зәһүрә үҙенең холҡона, ынтылыштарына, донъяға ҡарашына ярашлы бөгөнгө заманға хас ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға тейеш буласаҡ. Тәүге әҫәрҙә геройҙар төрлө мажараларға тарый, йәғни сюжет детектив алымдарға нигеҙләнә. Был романда ла детектив жанрына хас үҙенсәлектәрҙе ҡулланып яҙам.

− Һәр яҙыусы ҡатын-ҡыҙ образын үҙенсә күрә, ҡабатланмаҫ итеп сағылдыра. Һеҙ ҡатын-ҡыҙ образын нисек күрәһегеҙ, һәм әҫәрҙә ул ниндәй буласаҡ?
− ҡатын-ҡыҙҙар тормошта ифрат ҙур роль уйнай. Юғары вазифаларҙағы эштәрҙе, ҡәҙимге, ябай мәсьәләләрҙе лә яуаплылыҡ һәм диҡҡәт менән башҡарып сығалар. Был һәр халыҡҡа ла хас бөгөн. Шуға ла, ҡайһы ғына милләт булмаһын, ул үҙ ҡатын-ҡыҙҙарының аҫыл һыҙаттарын күрһәтергә тейеш, тип уйлайым. Романымда ошо көслө, ихтыярлы, үҙ аллы заман ҡатын-ҡыҙы образы сағылыш таба ла инде.
Нигеҙҙә, беҙҙең прозала ҡатын-ҡыҙ образы үҙ ерлегебеҙҙә һүрәтләнә. Был әҫәрҙә иһә төп герой – йәш башҡорт ҡатын-ҡыҙы − Башҡортостан ерлегенән айырыла. Ире менән айырылышырға мәжбүр булғас, Мәскәүгә сығып китә һәм бөтөнләй икенсе мөхиткә − олигархтар донъяһына барып эләгә. Тырышлығы, аҡылы, эшһөйәрлеге менән абруй яулай һәм олигарх ҡатыны булып китә. Әммә геройымды Баш­ҡор­тостанға кире ҡайтарам. Зәһүрә таныш булмаған мөхиткә, икенсе донъяға эләк­һә лә, шунда йәшәй алыуын раҫлай. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙ бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, тигән фекер үткәрелә әҫәрҙә. Хәҙерге заманда, ысынлап та, шундай күренеш күҙәтелә: ҡыҙҙарыбыҙ сит илгә сығып китә. Күбеһе шунда эш табып, аҡса эшләп ҡайта. Ләкин шунда тормош ҡороп, тороп ҡалғандары ла аҙ түгел бит. Айырыуса аҙ һанлы милләт өсөн был ыңғай күренеш тип баһалана алмай. Шулай ҙа, минеңсә, барыбер ҡатын-ҡыҙҙың асылы – бала тәрбиәләү, үҙенең ҡурсыулы булыуында. Ирҙәрҙең үҙгәрмәй торған ҡәтғи бурысы булған: мал тапҡандар һәм ҡатын-ҡыҙҙы ситкә ебәрмәгәндәр. Әммә бөгөн ирҙәр, ниндәйҙер кимәлдә, һайыҡтымы, көсһөҙләндеме − баҫып торған пози­цияларҙан сигенде, улар­­ҙың бурысы ҡатын иңенә төштө. Әҫәрҙәге Зәһүрә лә, бәлки, асылы менән көсһөҙ зат, әммә ул сараһыҙлыҡтан көслө булырға мәжбүр. Әгәр ҙә ире йүнле булмай, икенсе ҡатынға ылығып сығып китә икән, ҡатын ҡул ҡаушырып өйҙә ултырырға тейешме? Бер үк ваҡытта ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан һалынған әсәлек тойғоһон тормошҡа ашырырға тырыша. Минең героиням да етем баланы ҡурсауына ала.

− Көслө булған хәлдә лә, бигерәк тә йәш ҡыҙҙар төрлө уңыш­һыҙлыҡтар арҡаһында тормошта йыш ҡына юғалып ҡала, дөрөҫ юлдан тайпыла. Әҫәрҙәге Зәһү­рә образында иһә әхлаҡлы, изгелеккә тоғро ҡалыусы ҡатынды сағылдыраһығыҙ. Төп герой­ҙың таянысы нимәлә булып сыға һуң?
− ҡатын-ҡыҙҙы дөрөҫ юлдан алып барыусы – күңелендәге иман. Кеше күңелендә иман булмаһа, мәңге аҙашып йөрөүе ихтимал. Аллаһы Тәғәлә күрһәткән дөрөҫ йәшәү юлдары бар. Әммә ул юлдарҙы беҙ аныҡ ҡына билдәләй алмайбыҙ. Ниндәйҙер алтын урталыҡты табып ат­лар­ға тейешбеҙ. Фәҡәт төп йүнәлеште юғалтмаҫҡа кәрәк. Зәһүрә, ниндәй генә хаталар ҡылһа ла, ана шул йүнәлеш менән барыуын дауам итә.

− Роман детектив жанрында яҙылһа ла, унда, нигеҙҙә, социаль проблемалар күтәрелә, фәлсәфәүи идеялар урын ала. Ни өсөн тап ошо алымға тотонорға булдығыҙ? Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа детективҡа ҡараш үҙгәрә төштө. Хәҙер был жанр ҙа етди тип иҫәпләнә. Әммә әлегә башҡорт прозаһында детектив популяр жанр тип әйтә алмайбыҙҙыр.
− Үҙем тарихи тематиканы яратам, уҡыусы өсөн дә ул яҡыныраҡ, тип уйлай инем. Әммә уҡыусыларҙың күбеһен, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙы заман темаһы нығыраҡ ылыҡтыра икән. ҡайһы бер детектив жанр юҫығында яҙылған әҫәрҙәрҙең асылы мажара­лар­ҙың сиселеүенә генә ҡайтып ҡалыуы, бәғзеләрендә философик фекерҙәр ҙә урын алыуы ихтимал. Барыһы ла яҙыусынан тора. Өҫтәүенә, уҡыусының да талабы даими үҙгәреп тора. Был әҙәбиткә генә ҡағылмай, тормоштоң бар өлкәләренә үтеп инә. Бер заман еңел генә йырҙар популяр булып китһә, тора-бара тамашасы халыҡсан йырҙар­ҙы үҙ итә.

− Әҙәбиәтебеҙҙә урбанистик, ҡала темаһы аҙ сағылыш таба, тигән фекерҙәр ҙә яңғырағаны бар. Һеҙҙең әҫәрҙе шундай прозаға индерергә буламы?
− Зәһүрә тәбиғәте, булмышы менән урталыҡта тора. Ул ҡалала тыуған, ауылда үҫкән. Әммә мин аңлы ғүмерен тап ҡалала үткәргән башҡорт ҡатын-ҡыҙын күрһәтергә те­ләнем. Тик әҫәрҙәрҙе күберәк ауыл халҡы уҡый бит инде. Шуға күрә был геройҙы нисек ҡабул иткәндәрҙер… Ни өсөн әҫәрҙә герой икенсе милләт вәкиленә тормошҡа сыға, тип дәғүә белдереүселәр ҙә бул­ды. Насармы-яҡшымы, гәрсә, был да тормошобоҙҙағы ысын­барлыҡ бит. Уға күҙ йоммаҫҡа тейешбеҙ.

− Боронғо әҙәбиәтебеҙҙең нигеҙен дини ҡиммәттәр тәшкил иткән. Суфый әҙиптәрҙе генә хәтерләгәндә лә, дин менән әҙәбиәттең бер тамырҙан булғанлығын күрәбеҙ. Бөгөн иһә әҫәрҙәрҙә дини ҡиммәттәр лайыҡлы сағылыш табамы икән?
− Совет әҙәбиәтендә тәрбиәләнеп үҫкәнбеҙ. Шуға күрә бөгөн заманға дини күҙлектән ҡараш ташлап яҙылған нәфис әҫәрҙәр әллә ни юҡ. Әммә быға уҡыусының ихтыяжы ҙур. Дин тарихы, күренекле дин әһелдәре тураһында яҙылған китаптарҙы халыҡ йотлоғоп уҡый бит. Тик әгәр ҙә үҙең дини тормош менән йәшәмәһәң, ул өлкәне ныҡлап өйрәнмәгән, уҡымаған, ахыр сиктә, дини ҡиммәттәргә үҙең инанмаған булһаң, был темаға тотоноуы ауыр, яҙған хәлдә лә, ул яһалма килеп сығалыр. Хәҙер йәштәрҙә дини белем туплау теләге көслө, күптәре дин юлына баҫа, шуға был йәһәттән тап йәш быуын үҙ һүҙен әйтергә бурыслылыр. Үҙемдең был темаға мөрәжәғәт итергә ниәт бар. Мулла, хәҙрәт булып китәсәк бер йәш дини кеше тураһында әҫәр яҙам.

− Әҙәбиәттә, заман геройы кем, ниндәй булырға тейеш, тигән һорау ҙа бөгөн көнүҙәк шикелле. Һеҙҙеңсә, заман геройы бармы, кемдәр улар? Бәлки, күңелдәрендә иман орлоҡтарын йөрөткән тап ана шул егет-ҡыҙҙарыбыҙҙыр?
− Бер генә халыҡ та рухи таянысһыҙ йәшәй алмай. Аллаһы Тәғәлә заманына ярашлы, аренаға үҙе сығара шәхестәрҙе. Бик иманлы егет­тәребеҙ бар, халыҡ бәхетле, иманлы булһын өсөн ниҙер атҡарырға ла тырышалар бит. Әммә ынтылыштары ҡайһы бер көстәр мәнфәғәтенә яуап бирәме − быныһы инде икенсе мәсьәлә... Хатта бөгөн заман геройы булмаһын өсөн дә нимәлер эшләнә кеүек. Ундай йәштәр­ҙе баҫыр, юҡҡа сығарыр өсөн бәғзеләр ниндәй генә аҙымдарға бармай. Дөйөм ил кимәлендәге заман геройын, ысынлап та, табыуы ҡыйын. Сөнки ил һәм айырым төбәктәрҙең ҡараштары, мәнфәғәттәре тап килеп етмәй кеүек. Совет осорондағы уртаҡ маҡсаттар, идеялар юғалды бит инде. Хәҙер Кавказ, Урал-Волга буйы һәм дөйөм Рәсәй мәнфәғәтен бер итеп ҡара. Һәр береһе үҙ ҡиммәтен булдырырға йәки раҫларға тырыша. Шуға күрә бөгөнгө заман геройҙарын милли геройҙар тип атау дөрөҫ булыр.

− Һеҙ ижадығыҙҙа фантастика жанрын да үҙ итеүсе әҙиптәребеҙҙең береһе. Әммә, детектив кеүек үк, фантастика ла башҡорт прозаһында ныҡлап үҫешеп китә алмай. Бының сәбәбе нимәлә һуң?
− Фантастика, ысынлап та, отошло алым. Башҡа жанр аша әйтә алмаған фекерҙе фантастика аша әйтергә була. Бер дәүләт эсендә йәшәгән аҙ һанлы халыҡтар технологик процестарҙа, техник фәндәр үҫешендә бик ҡатнашмай, бәлки, уларҙы ҡатнаштыр­май­ҙарҙыр ҙа. Ана шул сикләнгәнлек әҙәбиәттә лә сағыла. Беҙҙең әҙәбиәтселәр әҫәрҙәрен, ундағы геройҙарҙы йыһан, галактика, юғары технология менән бәйләп яҙа алмаҫ инеме ни?! Әммә әлегә яҙыусыларыбыҙ үҙебеҙҙе йыһангир халыҡ итеп күҙ алдына килтерә алмай­ҙыр. Шуға күрә әҙәбиәтебеҙҙәге фантастика бөгөн тормош-көнкүреш планда ғына, асылда бөгөнгө ысынбарлыҡты сағылдыра. Борон­ғо дәүерҙә иһә халҡыбыҙ өсөн сәйәси, иҡтисади йәһәттән дә бер ниндәй ҙә сикләү булмаған. Ошо иркенлек, иреклек халыҡ ижадында асыҡ сағыла. Шул иҫәптән фантастикаға ла киң урын бар унда.

− Роман – бик күләмле жанр. Йәшәйеш ритмы тиҙәйә бара, был әҙәбиәттә лә сағылырға тейеш, тигән ҡараш йәшәй. Йәнәһе, күләмле әҫәр ижад итеү отошло түгел…
− Тормош үҙе төрлө булғас, әҙәбиәттә лә төрлөлөк лайыҡлы урын алырға тейеш. Шул иҫәптән романдар ижад итеүҙән туҡтарға кәрәкмәй­ҙер. Уларҙы уҡыған кешеләр ҙә бар бит. Шулай уҡ тарихи тема менән заман тематикаһы ла йәнәш сағылдырылып барырға тейештер. Үлер халыҡ үткәнен маҡтар, тиҙәр. Шуға бөгөнгө проблемаларҙы яҡтыртҡан, киләсәкте төҫмөрләгән әҫәрҙәр ҙә яҙыл­һын. Ләкин ижадында тап заман темаһына өҫтөнлөк биреүсе яҙыусылар әлегә һирәк күренә.

− Тел, һүҙ байлығы тураһында ла уйланырға тура килә. Бигерәк тә был йәш ижадсылар өсөн көнүҙәк проблема.
− Урта быуын яҙыусылар өсөн дә был проблема актуаль булып торалыр. Мәҫәлән, мин “Атай икмәге” китабын яҙғас, Рәшит Солтангәрәев, русса уҡыныңмы, тип һорап ҡуйғайны. Ысынлап та, мәктәптә фәндәрҙе русса уҡыу, шул телдә аралашыу үҙ йоғонтоһон һиҙҙертә. Хатта һөйләмдәр ҙә башта рус телен­дә тыуа, аҙаҡ шуларҙы башҡортсаға тәржемә итеп яҙаһың. Шунан шымара бараћың. Бөгөн башҡорт яҙыусылары араһында рус телендә фекерләүселәр тағы ла күбәй­ҙе. Әҫәрҙәрҙә тел байлығының кәмеүе лә күҙәтелә. Әммә һәр яҙыусы үҙ телен байыта ала. Тик ћинең үҙеңдән тора. Аралашҡан кешенең һүҙенә иғтибар итергә, диалекттарҙы өйрәнергә кәрәк. Тел ул тере ағзанат кеүек: үҙе лә үҫешә, үҙгәреш кисерә, башҡа телдәр йоғонтоһона ла бирелеп ҡуя.
− Журналистика өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләйһегеҙ. Был һөнәрегеҙ образдар, сюжеттар табырға ярҙам итәме? Тормошта аралашҡан геройығыҙ әҫәр геройы булып китәме?
− Минең өсөн журналистика менән әҙәбиәт икеһе ике өлкә. Аралашҡан кеше әҫәр геройы булып китә тип әйтә алмайым. Әммә журналистика фекерләү, донъяны аңлау кимәлен арттыра. Барыбер кешеләрҙән ишеткән ваҡиғалар әҫәргә инеп ҡала. Унһыҙ китаптар тормошсан булмаҫ ине. Һуңғы романда ла ниндәйҙер деталдәр тормоштан алынасаҡ.

− Уҡыусы яңы романығыҙҙы ҡасан ҡулына алып һөйөнөр?
− Быныһы минән генә лә тормай. Мин уны яҙыуҙы дауам итәм. Бер нәмәне асыҡ әйтә алам, ул мотлаҡ донъя күрәсәк. Иң мөһиме, имен булайыҡ. Тормошобоҙ, хал­ҡыбыҙ имен булһын.

Мөнир ИҡСАНОВ
әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға