29.03.2013 “Ваҡыт машинаһы”н ҡара ла автомобиль от
“Рәсәй-Башҡортостан” телеканалында яңы тапшырыу эфирға сыға башланы. “Ваҡыт машинаһы” тип аталған проект Башҡортостандағы киң йәмәғәтселеккә билдәле булмай ҡалған, әммә әһәмиәтле эҙ ҡалдырған күренештәр, хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләйәсәк.
Тапшырыуҙы әҙерләүселәр “Ваҡыт машинаһы”нда үткән йылдарға сәйәхәт итеп, республика тарихының “аҡ тап”тарын асыҡлаясаҡ, онотолған мөһим ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәсәк. Тапшырыу ай буйы барасаҡ. Көн һайын “Рәсәй – 1”, “Рәсәй – Культура”, “Рәсәй – 24” каналдарында ла күрһәтелә. Был проект сиктәрендә телевидение хеҙмәткәрҙәре махсус акция ойоштороп, тамашасыларға автомобиль оттора. 27 апрелдә иң әүҙем телевизор ҡараусыға тапшырыуҙың партнеры булған “АвтоВАЗ” компанияһынан еңел автомобиль асҡысы тапшырыласаҡ.
Проекттың авторы, “Рәсәй-Башҡортостан” каналының баш продюсеры Алина Сөләймәнова:
– Баҡтиһәң, күп кенә тарихи ваҡиға үҙ мәлендә яҡтыртылмай, улар хаҡында ташҡа баҫылмай ҡалған икән. Журналистарыбыҙ эҙләнеүсе, тарихсы сифатына инеп, ошо билдәһеҙ күренештәрҙе халыҡҡа еткереүгә башланғыс һаласаҡ. Шуға күрә тапшырыуҙа күрһәтелгән факттарға артабан тәрәнерәк асыҡлыҡ индерелһен ине, – ти.
Был факттар хаҡында тағы ла киңерәк даирәгә белдерер өсөн телеканал “Республика Башкортостан” гәзитен, “Башинформ” агентлығы һәм Йәмәғәт электрон гәзитен үҙ партнеры итеп һайлаған. Мәғлүмәт тапшырыуҙарының баш мөхәррире Рөстәм Зарафутдинов, яңы проекттың маҡсатын билдәләп:
– Ғәҙәттә, көндәлек мәғлүмәт бөгөн һөйләнелә лә, иртәгә онотола. Әммә бәғзеләре тарихта мәңгелеккә уйылып ҡала. Тик ваҡыт үтеү менән ниндәйҙер деталдәр онотола бара, үҙ мәлендә әһәмиәтле булып күренмәгәндәре бөгөн ҙур иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, уҙған быуаттың 70-се йылдарында Дуҫлыҡ монументының нигеҙ ташына киләсәк быуындар өсөн яҙылған аманат һалып ҡалдырыла. Унда ниндәй һүҙҙәр яҙылыуы, ниһайәт, беҙҙең тапшырыуҙан билдәле буласаҡ. 30-сы йылдарҙа Мәскәү метроһының өстән бер өлөшө Башҡортостан төҙөүселәре тарафынан төҙөлгән икән. Мәскәүҙә уларҙы бик яҡшы хәтерләйҙәр. Унан беҙ бик ҡыҙыҡлы сюжеттар алып ҡайттыҡ, – тине.
Тапшырыуҙы биш бригада әҙерләй. Морат Зарипов, Юлиә Кочуткова, Наил Байназаров кеүек тәжрибәле журналистар репортаждар төшөрә.
Тамашасының, “Ваҡыт машинаһы” менән бергә сәйәхәт ҡылып, яңы мәғлүмәттәр туплап, бер юлы машиналы ла булыуы ихтимал. Бының өсөн тапшырыуҙың һәр сығарылышын ҡарап барырға кәрәк. Уның барышында экранда һандар килеп сығасаҡ. Уларҙы, “Россия” һүҙен ҡушып, 5522 номерына ебәрергә кәрәк. “Башинформ” агентлығы һәм телеканал сайттарында тапшырыуҙарҙың сығарылыш ваҡыты күрһәтелеп барасаҡ. Төп еңеүсенән тыш, тағы ла ун кешегә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Еңеүселәрҙе Нәзифә ҡадирова, Роберт Юлдашев, Айҙар Ғәлимов, Геннадий Родионов кеүек билдәле, абруйлы шәхестәр, сәнғәт эшмәкәрҙәре һайларға ярҙам итәсәк.
М. МОРАТОВ.