«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ғаилә башлығы бурысын иреңә тапшыр



14.08.2010 Ғаилә башлығы бурысын иреңә тапшыр

Тормош ҡороп, йәшәй башлағандың тәүге йылында уҡ ғаиләлә кемдең – ирҙеңме, ҡатындыңмы – баш булыуы билдәләнә. Ғәҙәттә, кейәүгә яратып сыҡҡан кәләштәр ғаилә тормошон иренең һәр теләген үтәүҙән башлай. Был тәбиғи ҙә кеүек: яратҡан кешеңә ҡәнәғәтлек килтереү насармы ни? Күптәр хатта артыҡ шаштырып та ебәрә: йәнәһе, барыһын да үҙем эшләйем, тик һиңә оҡшаһын ғына. Магазинына ла йүгерә, йортон тәртиптә тотоуҙы ла үҙ өҫтөнә ала. Ире ярҙам ҡулын һуҙһа, йәнәһе, юҡ, ул быны үҙе лә башҡара ала. Ире, берәй ҡарарға килеп, эш башҡарам тиһә, кәләшкә лә, уға ҡыҫылып, үҙ ярҙамын, теләген белдерергә кәрәк: йәнәһе, әйҙә, мин әйткәнсә эшләйек. Шул рәүешле йәш ҡатын ғаилә башлығы роленә дәғүә итә башлай.
Кейәүгә сығыусы ҡыҙҙарҙың барыһы ла, ғәҙәттә, үҙҙәрен бер төрлө тота: атай-әсәй ҡулынан тәҡдим ителгән түңәрәк икмәктән иренә ҡарағанда ҙурыраҡ өлөш тешләп алырға тырыша. Өҫтәүенә, иптәштәре уға, ҙурыраҡ тешлә, тип ҡысҡыра. Бына нәҡ ошонда ғаилә фажиғәһе башлана ла инде. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ир кеше өсөн ғаилә башлығы булыу – нормаль күренеш. Сөнки ул һалҡын ҡанлы, төптән уйлап эш итеүсән, тыныс. Фекер йөрөтөүе менән дә ҡатын-ҡыҙҙан айырылып тора. Ә ҡатындар хискә бирелеүсән, һөҙөмтәлә һәр нәмәне тәрәнерәк итеп түгел, ә киңерәк алырға тырыша. Шуға күрә лә ғаиләлә былай булырға тейеш: берәүең киңлеккә алһа, икенсең тәрәнгә алырға тейеш. Берәүең айыҡ аҡыл менән алдырһа, икенсең йөрәк, хис-тойғо менән алдырыр­ға тейеш. Шул саҡта ғына ғаиләлә татыулыҡ, йәм, яҡты, йылы буласаҡ. Әгәр ҙә ҡатын, үҙе лә аңламаҫтан, иренән лидер ролен тартып алырға тырыша икән, ул, бар нәфислеген юғалтып, ир кеүек була башлай. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, моғайын: ғишыҡ утында янған, яратҡан ҡатын-ҡыҙ әллә ҡайҙан кеше күҙенә салына, шундай нәзәкәтле, наҙлы, нәфис, нур бөркөп тора. Ә эмансипациялы ҡатын булған ғаиләлә матриархат хөкөм һөрә.
Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙар ауыҙынан: «Хәҙер ысын ирҙәрҙе осратыуы ҡыйын», – тигәнде ишетәһең. Үҙенең тормошҡа ҡарашын, талаптарын, үҙен тотошон тикшерә башлаһаң, уның менән йәшәгән ирҙең инфарктҡа юлығасағы йәки ҡасып ҡотоласағы көн кеүек асыҡ. «Уға ҡаршы һүҙ әйткәнсе, өндәшмәүең хәйерлерәк», – тип, ир үҙ-үҙенә йомолоу яғын ҡарай. «Һин ниндәй ир ул?» – тип ҡысҡыра ҡатын. Уның ҡысҡырыныуынан ялҡҡан ирҙең яуабы: «Эйе, мин бына шундай. Ә бына һин үҙеңде ҡатын итеп тояһыңмы?»
ҡатын ҡатын булып ҡалырға тейеш, йәғни яғымлылығын, мөләйемлеген, һөйкөмлөлөгөн һаҡлап ҡалһын ине. Унан йылы нур бөркөп торорға тейеш. ҡатындың бурысы – ғаилә усағын һаҡлау. Әгәр ҙә ул көслө ел-дауылға, буранға, цунами һәм тайфунға оҡшаған икән, ғаилә усағын һаҡлау тураһында һүҙ алып барыу мөмкин дә түгел. Шунлыҡтан, ҡатындар, һеҙ үҙегеҙҙең кем һәм нисек булырға тейешлегегеҙ тураһында онотмаһағыҙ ине!
Эйе, икенсе яҡтан, ир-егеттәребеҙ менән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың роле алмашына барыуына йәмғиәт ҡоролошо ла сәбәпсе. 1917 йылға тиклем малайҙарҙы: «Үҫкәс, һин ғаилә башлығы булырға тейешһең. Аллаһы Тәғәлә алдында һин ҡатының (сөнки ул көсһөҙ, нәфис зат) һәм балаларың (сөнки улар бәләкәй) өсөн яуап бирәсәкһең. Уларға яҡшы булһын өсөн ниҙәр эшләүең хаҡында яуап бирәсәкһең. Һин уларҙы, шулай уҡ тыуған илеңде яҡларға, хатта улар өсөн ғүмереңде фиҙа ҡылырға тейешһең», – тип өйрәткәндәр. Ә хәҙер? «Армияға барғың киләме? Һин үҙ аҡылыңдамы? Үҙең йәшәргә тейеш һин!» – тип күндерәләр. Һәм аҙаҡ ошо егет үҙ ғаиләһен ҡора. Ярай ҙа уға күндәм, баҫалҡы, йомшаҡ ҡатын тура килһә...
Аҡыллы кеше булыу аҡыллы ҡатын икәнде аңлатмай. Ни өсөнмө? Сөнки аҡыллы ҡатын яҡындары менән аралашҡанда, үҙенең аҡыллы булыуына баҫым яһап, үҙ ихтыярын, теләген башҡаларға тағып бармай. Киреһенсә, ул йомшаҡ ҡына итеп иренә, балаларына ярҙам итерҙәй, ғаиләлә тыныслыҡты, татыулыҡты һаҡлап ҡалырҙай кәңәшен биреп, дөрөҫ хәл ҡылырға ярҙам итергә тейеш. Ғәҙәттә, беҙҙең ҡатындар үҙҙәрен рингылағы көрәшселәр кеүек тота – һөжүмгә күсә, һөҙөмтәлә ирҙәр, аптырағандан, еңелергә мәжбүр була.
Бер аҡыл эйәһе былай тигән: «Ирең ысын ир булһын тиһәң, үҙеңә ысын ҡатын булырға кәрәк». Алтын һүҙҙәр! Эйе. Иң тәүҙә үҙеңдән башларға кәрәк. Был, әлбиттә, еңел бирелмәй. Ата-әсә үҙҙәрен ысын ир менән ысын ҡатын кеүек тота башлағанын күргән балалар ҙа шунда уҡ тынысланып, ирәүәнләнеп ҡала. Ғаиләлә тыныслыҡ, именлек урынлаша.
Һығымта: мин-минлегеңде еңеп, иреңде яратырға һәм һаҡларға кәрәк. Ул сағында йөрәгең үҙе үк һиңә ярҙамға киләсәк.

Үҙ тәжрибәһенән сығып, Гөлсинә ҺАМАРОВА яҙҙы.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға