«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шаяндар һәм отҡорҙар Шаяра-шаяра ярышты



26.03.2013 Шаяндар һәм отҡорҙар Шаяра-шаяра ярышты

Шаяндар һәм отҡорҙар Шаяра-шаяра ярышты
Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында “Шаяниум − 2013” конкурсының финалы үтте. Отҡорҙар һәм шаяндар даирәһе киңәйә. Быйыл район этабында 60 команда, 700 бала конкурсҡа йәлеп ителде. Дүрт көн буйы барған ҡала этабының һайлап алыу турҙарында бөтәһе 20 команда ҡатнашҡайны. Ойошто­роу­сыларҙы улар араһында рус телле мәктәптәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. Үҙ-ара ярышҡан уҡыу йорттарының әҙерлек кимәле быйыл айырыуса юғары булды.
Милли мәктәптәр араһында уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса финалға алты команда үтте: М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының “Һу­пай­лы дәрүиштәре”, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының “Кендектәр”, 102-cе башҡорт гимназияһының “Ете­гән+1”, республика башҡорт ли­цей-­интернатының “Башҡорт­тар.ру”, ҡ. Дәүләткил­диев исемендәге художество гимназия-интернатының “Рәссамдар” һәм Ғ. Әл­мө­хәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатының “ҡыҙыҡ мажор” командалары.
Шаяндар һәм отҡорҙар йыйыл­ған урында гел күңелле, яҡты хистәр, байрам кәйефе хакимлыҡ итә. Был юлы ла сәхнәнән ҡыҙыҡлы көләмәстәр, матур миниатюралар, көтөлмәгән шаяртыуҙар ағылды. Балаларҙың ташып торған ихлас тойғолары, бирелеп уйнауы кемде битараф ҡалдырһын? Һәр команда үҙенә генә хас алымдар, образдар уйлап тапты. “Һупайлы дәрүиштәре” быйыл өр-яңы состав менән сәхнәгә сыҡты, ә “Етегән+1” иң йәш команда булды. Шуға ҡарамаҫтан, өлкәнерәк дуҫтарынан бер ҙә ҡалышманылар. Уларҙың “Эй, ҡара ҡаш, ҡара ҡаш…” таҡмағын үҙҙәренсә көйләп ишеттереүе бик уңышлы килеп сыҡты һәм тамашасыға ла, жюри ағзаларына ла ныҡ оҡшаны. Хатта, бер аҙ яңылышып, һүҙҙәрен онотоп китеүҙәре лә тәбиғи, алдан уйланған кеүек тойолдо. “Сәләмләү”, “Өйгә эш” өлөштәренән тыш, быйыл тәүге тапҡыр видеоконкурс та ойошторолдо. Уҡыусылар фантазияларынан сығып, ҡыҫҡа ғына ҡыҙыҡлы видеояҙма эшләп күрһәтергә тейеш булды. “Башҡорттар.ру” командаһының яҙмаһы иң үҙенсәлекле булып сыҡты. Уҡыусылар шул тиклем тырышҡан, хатта тотош бер фильм әҙерләгәндәр. Видео­кадрҙар мунсала, бассейнда, хатта һыу аҫтында ла төшөрөлгән. Ғөмүмән, егеттәрҙән генә торған команда сәхнәлә үҙен бик ышаныслы тота, өлкән КВН командаларына ла тиң булырлыҡ.
Командаларҙың барыһы ла үткер, ҡыйыу шаяртыуҙар менән алдырҙы. Бигерәк тә үҙҙәре ярат­ҡан башҡорт эстрадаһы йырсыларына ҡарата шаян төртмәле һүҙҙәр әҙерләгән булғандар икән. Илде шаҡ ҡатырған ваҡиға ла урап үтелмәне. Силәбегә төшкән метеорит тураһында рәхәтләнеп көләмәстәр ижад иткәндәр. Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Уңған килен” тапшырыуын “ҡыҙыҡ мажор” командаһы ла күрһәтә икән. Тапшырыуҙың алып барыусыһы Гөлназ Басированы Филүзә Рәшитова бик тә килештереп пародияланы. Конкурстың иң ҡыҙыҡлы, матур сығыштарының береһе булғандыр ул. Фи­лүзә иһә был сығышы өсөн “Иң яҡшы ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе булыуға өлгәште.
− “Уңған килен” тапшырыуы беҙгә бик оҡшап ҡалғайны. Сәхнәләштерергә бул­ғас, ролгә әҙерләнеп, тапшырыуҙы даими ҡарай башланым. Алып барыусының хәрәкәттәрен, телмәрен өй­рәндем. Конкурсҡа әҙерләнгәндә төнгө сәғәт 12-гә тиклем ултыра инек. Финалда сығыш яһар өсөн имтихандарҙы ла алдан тапшырып ҡуйҙыҡ, − ти команда капитаны. Мәктәптә театр түңәрәгенә йөрөүе лә Филүзәгә актерлыҡ һәләтен күрһәтергә ярҙам итәлер.
“Иң яҡшы егет роле” номинацияһында иһә шулай уҡ артистарса уйнаған, ҡыҙыҡлы шаяртыуҙар менән күңелдәрҙе әсир иткән “Кендектәр” командаһынан Арыҫ­лан Ярмуллин еңеп сыҡты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде, уларға махсус бүләктәр тапшырылды. Шулай итеп, һайлап алыу турында ҡатнашҡан бер команда ла иғтибарһыҙ, бүләк­һеҙ ҡалманы. Финалсылар ара­һында өсөнсө урынға – “Һупайлы дәрүиштәре”, икенсегә “Кендек­тәр” сыҡты. Беренсе урынды “ҡыҙыҡ мажор” командаһы алды. Ә гран-приға “Башҡорттар.ру” лайыҡ булды.

Айгөл ДАУЫТОВА, 122-се башҡорт гимназияһы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары:

− Конкурстың кимәле йылдан-йыл үҫә. Быйылғы ярыш та бик матур үтте. Әлбиттә, “Башҡорттар.ру” командаһын башҡалар менән сағыштырырлыҡ түгел. Улар шымарып-йышылып бөткән. Сәхнәлә лә бик айырылып торҙолар. Йәш команда булһа ла, “Кендектәр” бик оҡшаны. Үкенескә күрә, “Ша-шу-ша” командабыҙ быйыл финалға сыҡмай ҡалды, сөнки состав яңыртылғайны. Киләһе конкурсҡа ныҡлап әҙерләнербеҙ.

Хәлил УСМАНОВ, “Башҡорттар.ру” командаһы ағзаһы, “Тау-тау хәбәр” тапшырыуы алып барыусыһы:

− Быйылғы сығыш беҙҙең өсөн һуңғыһы булды. Киләһе йылда беҙ сығарылыш класында уҡыясаҡбыҙ. Команда яңыртыласаҡ. Шуға был конкурсҡа айырыуса ныҡлап әҙерләндек, баштан уҡ еңеүгә ынтылдыҡ. ҡыҙыҡлы, ҡыҙғаныс хәлдәр ҙә булды. Егеттәребеҙҙең береһе − Рушан аяғын һындырып ҡуйҙы. Шулай ҙа сығыш яһарға ваҡыт еткәс, гипсын сисеп өлгөрҙө. Уға был конкурс тиҙерәк һауығырға ярҙам иткәндер.
Командала бер йола бар: йыл һайын бер егет китеп тора. ҡыуанысҡа, быйыл был йола боҙолоп торҙо. Ошоға нигеҙләнеп миниатюра сәхнәләштерергә булдыҡ. Тамашасы оҡшатҡандыр тип уйлайым.
М. ИҡСАНОВ.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға