26.03.2013 Барыһына ла асыҡ күңел
Бер заман аҡыл эйәһенә зифа буйлы бик сибәр ҡыҙ килә лә күҙ йәштәре аша:
– Миңә нимә эшләргә? Һәр ваҡыт кешеләргә тик яҡшылыҡ эшләргә тырышам, берәүҙе лә рәнйеткәнем юҡ, йомош менән килгәндәрҙе буш сығармайым. Уйымда – башҡаларға ҡарата тик изгелек. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың мине мыҫҡыл итеп көлөүе, нисек булһа ла түбәнһетергә тырышыуы йөрәгемде әрнетә. Ә ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй дошман һымаҡ күрә. Минең бер ниндәй ғәйебем юҡ бит, шул тиклем ғәҙелһеҙлек. Кәңәш бирегеҙсе миңә, – ти. Аҡыл эйәһе сибәр ҡыҙға ҡарап йылмая ла:
– Бөтә кейемеңде һалып, ҡала буйлап яланғас йөрө, – ти.
– Әллә аҡылығыҙҙан яҙҙығыҙмы? – тип асыулана ҡыҙ. – Былай эшләһәм, бөтөнләй мыҫҡыл итеп, йөҙөмдән аласаҡтар бит.
Шул саҡ аҡыл эйәһе өҫтәлгә ҙур көҙгө килтереп ҡуя ла:
– Кешеләр алдына яланғас сығырға ҡурҡаһың, ә ул сағында ни өсөн бөтә донъя буйлап асыҡ күңел менән йөрөйһөң? Һинең күңелең ишектәре бөтәһенә лә шар асыҡ. Кем иренмәй, кем теләй – барыһы ла тормошоңа ҡыҫыла. Һәм тормошоңдағы иң матур нәмәләрҙе, бөхтәлекте күреп, үҙҙәренең насарлыҡтары менән бысратырға тырыша. Күп кеше кемдеңдер үҙенән яҡшы икәнен танырға теләмәй. Тап шундайҙар яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ашыҡмай, таҙа күңелдәргә нисек тә ҡара яғырға тырыша, – ти.
– Миңә нимә эшләргә һуң? – ти ҡыҙ.
– Әйҙә, – ти аҡыл эйәһе, – һиңә үҙемдең баҡсамды күрһәтәм. Унда инер алдынан ул:
– Бына ошо иҫ киткес матур сәскәләргә бик күп йылдар һыу һибәм, уларҙы тәрбиәләйем. Әммә әле бер генә тапҡыр ҙа уларҙың нисек сәскә атҡанын күргәнем булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһенең еҫе һәм матурлығы менән ләззәтләнәм. Һин дә, ошо сәскәләр һымаҡ, кешеләр алдында күңелеңде ашыҡмай, һиҙҙермәй генә ас. Кем һиңә дуҫ булырға лайыҡ, кем сәскәләргә һыу һибә, уларҙың матурлығына һоҡлана, ә кем уларҙы йәлләмәй йолҡа, ергә ташлап, тапап китә...
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.