«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Билдинг-сад»: балалар баҡсаһына сираттар юҡҡа сығырмы?



22.03.2013 «Билдинг-сад»: балалар баҡсаһына сираттар юҡҡа сығырмы?

Башҡортостан Хөкүмәте шәхси балалар баҡсаһын үҫтереү программаһын эшкәртә
20 мартта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова республикала мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә шәхси партнерлыҡты үҫтереү перспективаһы буйынса “түңәрәк өҫтәл” уҙғарҙы. Унда министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, сити-менеджерҙар ҡатнашты.
– Президент Рөстәм Хәмитов 2016 йылға балалар баҡсаһына сираттарҙы бөтөрөү бурысын ҡуйғанда 55 мең бала сират көтә ине. Хәҙер был һан 14 меңгә тиклем төштө. Сираттарҙы тулыһынса юҡҡа сығарыу өсөн был өлкәлә шәхси сектор ҡатнашлығын киңәйтергә кәрәк, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы, ултырышты асып.
Мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов килтергән статистика һандарына күҙ һалһаң, бөгөн төбәктә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары – 1644, уларҙың 1622-һе – муниципаль. Башҡортостанда шәхси балалар баҡсаһы – ни бары 12, был дөйөм күрһәткестең 0,7 проценты тигән һүҙ. Төрлө формалағы мәктәпкәсә белем бер йәштән ете йәшкә тиклем 194 204 балаға бирелә (62,6 процент). Һуңғы ике йылда 30 мең балаға урын булдырылған. Былтыр 25 балалар баҡсаһы төҙөлгән, 33 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының профиле яңынан ҡарал­ған, 7 меңдән ашыу урын мәктәпкәсә тәрбиәнең альтернатив төрҙәре ярҙамында булдырылған.
“Түңәрәк өҫтәл” барышында “Билдинг-сад” дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекты менән таныштырҙылар. Проекттың инициаторы һәм етәксеһе, РФ Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Мәктәпкәсә белем биреү эксперт советы ағзаһы Марина Шилкина тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында төрлө төбәктәр буйлап йыш йөрөй.
– “Билдинг-сад” проектын РФ Президенты Владимир Путин үҙе хупланы. Бөгөн Һамар һәм Ульяновск ҡалаларында тормошҡа ашырылған һәм уңышлы эшләп килгән проекттың отошло яҡтары күп, — тине Марина Александровна. – Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай балалар баҡсаһын төҙөү ҡәҙимге баҡсаға ҡарағанда һигеҙ тапҡырға арзанға төшә. Муниципалитет шәхси секторға баланы ҡарау һәм тәрбиәләү хеҙмәте, уҡытыу күләмендә субсидия түләй. Шәхси сектор, үҙ сиратында, төҙөүсе компаниянан бинаны ҡуртымға ала.
Баҡса яңы төҙөлгән торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашасаҡ, бер мини-баҡса 20 – 40 урынға иҫәпләнгән. Проекттың асылы – урындағы властар был проектта ҡатнашыусы учреждениеларға балаларҙы ҡарауға киткән сығымдарҙы компенсацияларға әҙер. Был тәжрибәне тағы Новосибирск, Силәбе ҡалаларында, Мәскәү өлкәһендә таратыу планлашты­рыл­ған. “Билдинг-сад” проекты буйынса 2014 йылдың аҙағына тиклем Рәсәйҙә барлығы 300 балалар баҡсаһын асыу һәм легалләштереү күҙаллана.
М. Шилкина белдереүенсә, Һамар өлкәһендә һуңғы биш ай эсендә 1500 баланы баҡса һәм 300 самаһы педагогты эш менән тәьмин иткән 34 эшҡыуар теркәлгән. Лицензиялы шәхси балалар баҡсаһы урындағы муниципалитет ярҙамына һәм стандарт белем биреү хеҙмәтенә дәғүә итә ала.
– “Билдинг-сад” ата-әсәләрҙе балалар баҡсаһы дефицитынан ҡотҡарасаҡ, төҙөүселәр һәм балалар баҡсаһы хужаһына файҙа килтерәсәк проект тип ҡарарға кәрәк, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Ә дәүләт демография сәйәсәте, педагогтарҙы эш менән тәьмин итеү, урындағы бюджетҡа һалым килеүе һәм башҡа социаль мәсьә­ләләрҙе ыңғай хәл итә. Шуға күрә проекттың мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү буйынса әҙерләнгән Хөкүмәт программаһының бер йүнәлеше булыуы мөмкин.

Л. ФӘТҡУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға