«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Закон һөҙөмтәһен бирҙеме?



22.03.2013 Закон һөҙөмтәһен бирҙеме?

Билдәле булыуынса, быйыл 1 ғинуар­ҙан «Алкоголь продукцияһын етештереүҙе һәм ҡулланыуҙы дәүләт көйләүе тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Яңы ҡануниәткә ярашлы, киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем магазиндарҙа араҡы, һыра һатылырға тейеш түгел. Бәләкәй киоскыларҙа, автозаправкаларҙа, мәғариф учреждениеларына яҡын урындарҙа, автовокзалдарҙа алкоголле эсемлектәр һатыу сикләнде. Урындарҙа закон нисек үтәлә икән? Сикләүҙәр индереү үҙ һөҙөмтәһен бирҙеме?

Мәүлит МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Бөрйән районының Байназар ауыл хакимиәте башлығы:
– Был закон ҡабул ителгәс, беҙ ауыл хакимиәте биләмәһендәге эшҡыуарҙарҙы йыйып һөйләштек, уларға яңы ҡағиҙәләрҙе аңлаттыҡ. Барыһының да лицензиялары тикшерелде. Үҙем дә магазин хужалары менән осрашырға тура килгән һайын: «Спиртлы эсемлектәрҙе һатыу менән һаҡ булығыҙ!» – тип иҫкәртеп кенә торам. Көмөшкә һатыусыларға ҡарата ялыуҙар килһә, район хакимиәтенең тәрбиәүи эштәр буйынса комиссияһына ебәреп тикшерәбеҙ. Халыҡ, теге йәки был кеше көмөшкә һата, ауыл хакимиәте бер ҙә тикшермәй, улар менән эшләмәй, тип беҙгә дәғүә белдерергә, етәкселекте тәнҡитләргә ярата. Ә бит беҙҙең, кешенән бер ниндәй яҙма мөрәжәғәт булмаһа, тикшерергә хоҡуғыбыҙ юҡ. Кешеләр, ҡултамғалар йыйып, участка полицияһына мөрәжәғәт итһә, көмөшкәселәргә ҡаршы нимәлер эшләй алыр инек.

Лилиә, эшҡыуар (фамилияһын атамаҙы үтенде):
– Өфөлә үҙемдең сауҙа нөктәһе бар. Табышымдың яртыһы – һыра һатыуҙан килгән килем. Баҙар етәкселеге беҙҙе, эшҡыуарҙар­ҙы, һыра һатмағыҙ, тип тыйһа ла, киоскыбыҙға тауар килгәндә нимә алып килгәндәрен ҡарарға һаҡсылар ҡуйһа ла, барыбер һатабыҙ. Сөнки һатып алыусылар бар, гелән беҙҙән алырға өйрәнгәндәр. Һыраны шуға йәшереп кенә һатам. Барыһы ла – сауҙа нөктәм янында йәшәгән таныш кешеләр. Элек ирекле сауҙа булғанда «Балтика» һыраһының ярты литрлы тимер банкаһын 30 – 32 һумға һатһам, хәҙер хаҡын арттырырға тура килде – 35 – 40 һум тора. Төнгө сәғәт 11-гә тиклем эшләгәс, һатып алыусылар ҙа күп. Штрафтарҙан ҡурҡмайым, нисектер табыш алырға кәрәк бит.

Фәриҙә ҒИМАҘИЕВА, пенсионер, Өфө ҡалаһы:
– Алкоголле эсемлектәрҙе төндә һатыуҙы тыйыу көмөшкәселәрҙең әүҙемлеген арттыр­ҙы ғына. Беҙҙең йортта ла сәмәй ҡыуыусы йәш егет йәшәй. Әзмәүерҙәй ир-егет ҡара тирен түгеп аҡса табамы тиһәң, юҡ, бер нисә йыл инде ағыу һатып аҡса эшләй. Яңыраҡ өр-яңы машина ла алып ебәрҙе. Күрәһең, «бизнесы» һәйбәт бара. Күршеләре участка полицейскийын саҡыртып та ҡараны. Һөҙөмтә юҡ. Эсәм тигән кеше әмәлен таба инде ул. Енәйәттәрҙең күпселеге төндә эскән кешеләр тарафынан ҡылына. Спиртлы эсемлектәрҙе төндә һатыуҙы сикләү тәртип боҙоуҙарҙы, һис шикһеҙ, кәметкәндер, тип уйлайым.

З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға