«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Әйҙә, өйләнешәйек!”



22.03.2013 “Әйҙә, өйләнешәйек!”

“Әйҙә, өйләнешәйек!”
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы айырым донъя булып йәшәгәндәй. Күп һанлы медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре айырым бер ҡаласыҡта көн күргәндәй тойола. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, дауалау кеүек ҡатмарлы, яуаплы эш башҡарһалар ҙа, улар матур итеп ял да итә белә. Аҡ халатлылар үткәргән һәр сара үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылып тора. Дауаха­наның профком ойошмаһының тынғыһыҙлығы, хеҙмәткәрҙәрҙең ялын матур итеп ойошторорға ынтылыуы ошондай һөҙөмтәгә килтерә лә.
Ошо көндәрҙә дауахана хеҙмәткәрҙәре уйынлы-ысынлы итеп үткәрелгән “Әйҙә, өйләнешәйек!” тамашаһын ҡарап кинәнде. Билдәле телетапшырыуҙағы Лариса Гузеева (Фирҙәүес Әлмөхәмәтова), Роза Сабитова (Зөмәрә Йәһүҙина), Василиса (Любовь Якубовская) 28 йәшлек табип-реаниматолог Илшат Тимерйән улы Рыҫҡужинды “өйләндереү”гә бар көсөн һалды. Егеттең дуҫтары Илдар менән Вадим да, был изге эшкә яуаплы ҡарап, кәләштәр­ҙең ҡайһыныһын һайларға кәрәклеге тураһында ҡиммәтле кәңәштәрен бирҙе. Тормошта ла әлегә буйҙаҡ булған был егетте уйын рәүешендә үткәрелгән сара төрлө һығымталарға килтергәндер. Сөнки алып барыусыларҙың ғаилә тормошо, ҡатын-ҡыҙ психологияһы, буласаҡ балалар тураһында биргән һорауҙары-кәңәштәре һәр кемде уйландырырлыҡ ине.
Кәләштәр – 26 йәштәге табип-педиатр Эльвира Латипова, 35 йәштәге табип-реаниматолог Әлиә Усманова ла егеттең иғтибарын яулау өсөн төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында бәйән итте. Әхирәттәре иһә уларҙың иң яҡшы сифаттарын асып һалды.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы М. Ғүмәров медицина хеҙмәткәрҙәренең, янып эшләгән кеүек, ялдарын ҡыҙыҡлы итеп үткәрә белеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Хәҙерге ваҡытта һаулыҡ һаҡлау системаһы күп үҙгәреш кисерә. Шул уҡ ваҡытта медицина хеҙмәтләндереүе сифатлы булһын өсөн бар тырышлыҡ һалына. Мәшәҡәтле, ауыр эштәренә ҡарамаҫтан, төрлө саралар ҙә үткәреп өлгөргән табиптар маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ”, – тине ул.
Ысынлап та, һыҙланған сағыңда һине мөләйем йылмайып ҡаршы алған, шифалы ҡулдары менән көс биреп, барыһы ла яҡшы буласағына ышандырған табиптан һауығып сыҡҡандай булаһың.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға