22.03.2013 Тормош зарҙан ғына тормай…
Ниндәй генә зар ишетергә тура килмәй дежур телефонға?! Ирекһеҙҙән шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеп ултырған хәбәрсегә үҙе белгәнсә юрист кәңәшен бирергә, урындағы етәкселәр менән һөйләшеп, ысын хәлде асыҡлап, мөрәжәғәт итеүсенең мәсьәләһен хәл итергә, ярҙам итеп ебәрергә тура килә. ҡайһы саҡ кеше менән һөйләшеүгә һыуһап ултырғандарҙың серҙәш дуҫына, уны тыңлай алырлыҡ берҙән-бер әңгәмәсеһенә әйләнеп тә китә.
Гөлсирә РАХМАНОВА, Ғафури районы:
− Миңә, ауыл уҡытыусыһы булараҡ, коммуналь хеҙмәттәргә түләйҙәр. Ирем дә, мәғариф системаһында эшләмәһә лә, был аҡсаны алырға хоҡуҡлы. Әммә уның эшендә, мин был хоҡуҡ менән файҙаланғас, компенсация түләүҙән баш тартҡандар. Был законлымы?
«Ауыл ерендә һәм эшсе ҡасабаларҙа йәшәгән һәм эшләгән белгестәрҙе социаль яҡлау тураһында»ғы БР законына ярашлы һеҙгә, уҡытыусы булараҡ, газ, электр энергияһы өсөн, бөтә ғаилә ағзаларын да иҫәпкә алып, 100 процент күләмендә компенсация түләнә. Шуға ла тормош иптәшегеҙгә ул түләнергә тейеш түгел.
Әхмәт ИБРАҺИМОВ, Әбйәлил районының Сиҙәм ҡасабаһы:
− ҡара ҡайғы инде был эскелек. Үҙе өлгө булып, кешене дингә әйҙәр урынға ауыл муллалары ла эсә бит. Бер иман йортонан ҡыуыла ла, икенсеһенә ҡуялар. Беҙҙең районда булған күренеш был. Шунан йәштәрҙе айыҡ тормош алып барыуға нисек саҡыраһың инде. Муллалар эскәс, беҙгә нимә инде ул, тиҙәр.Иҫерек имам менән «йәшел йылан»ға ҡаршы көрәшеп булмай.
Үҙе яман ғәҙәттәрҙән арынмаған был әҙәмде бер нисек тә дин әһеле тип атап булмай. Белергә ине, имам битлеге аҫтына йәшеренеп, ни йөҙө менән ауылдаштарын иманға әйҙәй икән?
М. ҡОЛОНБАЕВА, Баймаҡ районы:
– Опекунлыҡҡа алған ике балабыҙ бар. Уларҙы тәрбиәләгән өсөн 4900 һум пособие түләйҙәр. Йәшәү минимумы күптән был сумманан артып китте, пособие суммаһы үҙгәрешһеҙ ҡалды. Балаларҙы кейендерергә лә күп аҡса кәрәк. Көн дә мәктәптә ашауҙарына ла аҡса биреп ебәрәбеҙ. Ошо пособиены арттырыу көтөлмәйме икән?
Үкенескә күрә, пособиеның суммаһы әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала. Әммә ҡайһы бер төбәктәр пособиеның күләмен арттырған.
Эльмира ҒӘЛИУЛЛИНА, Ғафури районының Ибраһим ауылы:
− Бурандар ваҡытында бөтөнләй юлһыҙ булдыҡ. Юл таҙартыусылар ауыл осона тиклем генә юлды ҡарҙан таҙарта. Урамдарҙы таҙартыу беҙҙең өҫтә түгел, тиҙәр. Буранлап ҡар яуғанда хатта автобус та йөрөй алманы, батып ултырҙы. Эшкә билдән көрт ярып, һуҡмаҡ һалып ҡына йөрөнөк. Ауыл советының тракторы бар. Ниңә беҙҙең ауыл урамдары таҙартылмай икән?
Һеҙҙең һорауға Ғафури районының Еҙем-ҡаран ауыл хакимиәте етәксеһе Айҙар Ғәйнуллин яуап бирә: «Еҙем-ҡаран ауыл хакимиәтенә 12 ауыл ҡарай. «Ағиҙел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә эшләгән «Беларусь» тракторы бөтә ауылдарҙы ла хеҙмәтләндереп өлгөрә алмай. Айырыуса көслө бурандар ваҡытында эш тотҡарланды. Әле Ибраһимда урамдар асылған. Ошо көндәрҙә урамдарҙы киңәйтеп һөрөргә уйлайбыҙ».
Фәниә ЛОҡМАНОВА, Әбйәлил районының ҡырҙас ауылы:
– Мин ошо ауылда тыуып үҫкәнмен, ете бала тәрбиәләйбеҙ. Ауылыбыҙ матур, төҙөк, халҡы ла уңған. Кешеләр етеш тормошта йәшәргә ынтыла. Ауыл хакимиәте башлығы Мәүҙиға Баймөхәмәтова халҡы өсөн бар булмышын, бөтә көсөн һалып эшләй. Ауылдаштарымды айыҡ тормошҡа өндәп, өгөт-нәсихәт тә алып бара. Баш ҡалҡыта алмай эскәндәрҙең ҡайһыһын кодировка эшләтергә алып барҙы, аңлағандары үҙҙәре лә эскенән туҡтаны. Кәрәк булғанда Мәүҙиға апай урынлы кәңәше менән ярҙам итеп ебәрә, уның янынан күңелеңде тынысландырып сығып китәһең. Ул ирҙәр менән ирҙәрсә, ҡатындар менән ҡатындарса һөйләшә белә. Был тынғыһыҙ, ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, уларҙың матур йәшәйеше өсөн көсөн һалған ханыма ҡарап, нисек арымай ҙа, йыбанмай, тип һоҡланып ҡуябыҙ. Элекке абруйлы уҡытыусы булған апайыбыҙ халыҡты тыңлата ла, үҙенең артынан эйәртә лә, эшләтә лә белә. Бер көндө мәҙәниәт йортонда пенсионерҙар концерт ҡуйҙы. Үҙебеҙ өсөн әллә күпме талантты астыҡ. Хаҡлы ялдағылар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалғандыр, тибеҙ.
Туҡтауһыҙ зарҙан торған мөрәжәғәттәрҙән һуң, ауыл халҡынан ауыл хакимиәте етәкселәренең тырыш хеҙмәтен, фиҙакәр эшен танып, һоҡланыу менән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре күберәк булһа икән дә, тип уйлап ҡуяһың. Тормош туҡтауһыҙ зарҙан ғына тормай бит.
Шылтыратыуҙарҙы
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА ҡабул итте.