«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һарағы



22.03.2013 Һарағы

йәки Ер-һыу һәм үҙебеҙ хаҡында уйланып
Ни хәлдәһең, һыулар һыуғынам?..
Күргән-кисергәнең, әйтерһең дә,
Күҙ йәшеләй,
Ағын һыуың менән йыуылған.
Зарланмайһың, тыныс ағаһың,
Һарағыҡайғынам, Һарағым….

“ҡайһы ауылданһың?” – тип һора­һа­лар, беҙ, ғәҙәттә, иң тәүҙә Килде­ғолдан, тибеҙ ҙә, өҫтәп, Һарағынан, тип ҡуябыҙ. Сөнки, районда берәү­ҙәр ауылыбыҙҙы Килдеғол тип белһә, икенселәр уны Һарағы булараҡ таный. Ә ысынында ауылдың рәсми исеме Килдеғол (1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында 15-се полк составында Парижғаса еңеүле юл үткән, ике көмөш миҙал менән наградланған зауряд-хорунжий Килдеғол Иглек улы Ибраһимов нигеҙләгән). Шулай ҙа ҡайһы бер фараздарға ла ҡолаҡ һалырға мөмкин. Әйтәйек, Бабсаҡ менән Күҫәк­бей тарихында: “ҡара һыйыр­ҙан һуң Күҫәкбей ҡарағолөмбәтте, ҡы­ҙыл һыйырға атландырып, Һара­ғыға килтерә. Йәйләүҙәге көллө кеше күрһен тип, Өмбәткә алып бара”, – тиелә (“Башҡорт халыҡ ижады”, Өфө, 1980 й., 155-се бит). Күренеүенсә, был тирәләрҙә алыҫ шул дәүерҙәрҙә лә төбәк атап йәшәгәндәр булырға оҡшай. 1908 йылғы Ғәлиә инәй Көмөшбаева: “Килдеғол­дан бик борон алда был урында Һарағы тигән олатай төйәк тотҡан”, – ти торғайны. Шулай уҡ оло быуын ауылдаштар:”Һарағы бит ул халыҡ телендә генә ауылдың исеме, ысынында йылғаның атамаһы”, – тип алыусан. Улай икән, Һарағының башланғыс ҡотоғо (ҡоҙоғо) ҡайҙа ла, ҡойған үҙәне ниндәй? Ни өсөн йылғаның атамаһы Һарағы? Бына ошо һорауҙар яуап таптыра.
Берәүҙәр, йылғаның ауылдан саҡ ҡына өҫтәрәк, Яланайыр менән Сатыра йылғалары ҡушылдығынан бирге өлөшө генә Һарағы тип йөрөтөлә, ти. Был дөрөҫ түгел. Ауылыбыҙ­ҙың ар­ҙаҡ­лы ир-уҙаманы Нух ағай Көмөшбаев (1930 – 2005): “Һа­рағы йылғаһы ауылдан ун ике саҡрым самаһы үрҙән, ҡыҙ­ҙаргиткәндән ары, ҡараңғы йорт тигән ерҙән башлана, ҡотоғо шун­да”, – ти торғайны. Уның һүҙе йылғаның тәбиғи хәл-торошо, ағышы менән дә раҫлана.
Ауылға хәтлемге юлында Һарағы уңдан да, һулдан да бик күп инеш-шишмәне һәм ҙурыраҡ йылғалар­ҙан: Айыусапҡан, ҡараһыйыр, Бүре­ғыр­ған, Ерек­лейылға, Яланайыр, ҡаш­ҡат, Йәйекҡыуыш, Игенсатлығы йыл­ғаларын ҡушып ала. Ауылдың түбәнендә Оҙонсал, Үрге ҡарағай йылға, Түбәнге ҡарағай йылға, Оҙонғыр, Бүреғарт, Ишекалды яр йылғалары һәм күп кенә ҡотоҡ һыуы, шишмә ҡушыла. Ауыл эсендә уға Мәсет уяһы ҡотоғо һәм Ташморон ҡотоғо һыуҙары ағып төшә. Һарағы тәү ҡотоғонан 28 саҡрым юл үтеп, Ғиззиәт туғайының түбәнге осонда Үҙән йылғаһына барып ҡоя.
Һарағы буйын (ауыл эсендәге хәҙерге хәлен иҫәпкә алмағанда) муйыллыҡ, ереклек һәм таллыҡ ҡап­лаған. Урыны-урыны менән ҡарағат, ағас еләге, гөлйемеш ҡыуаҡлыҡтары осрай. Әлбиттә, беҙҙең төбәктең ерле баһадир ағастары – ҡарағай-ҡарағастарһыҙ ҙа булмайҙыр йылға күрке.
Ололар һөйләүенсә, Һарағы элегерәк тулы һыулы, шәп ағышлы ҙур йылға булған. ҡайһы бер ятыу­ҙарында, айырыуса ҡыҙылъяр аҫ­тын­да йәй уртаһында ла ат йөҙҙөргәндәр. Һарағы ағымы һал ағыҙыуға ла ныҡ файҙаланылған. Утыҙынсы-илленсе йылдарҙа ҡырҡылған ағас һаллап Үҙәнгә ағыҙып төшөрөлгән.
Йылғаның ауыл тирәһендәге өлөшөндә алтмышынсы йылдар аҙағында ғына ла әле ике яҡ яр бейек һәм бөтөн, матур сиҙәмлек, һыу буйҙары тигеҙ, таҙа туғайлыҡ ине. Төрлө балыҡтар күп булды.
Торғонлоҡ йылдарында иҡтисадты тәбиғәт менән иҫәпләшмәй ҡайғыртҡан дәүерҙәрҙә килеп тыуған тотош илдәге фажиғәле экологик хәл Һарағы йылғаһына ла йоғонтоһоҙ ҡалманы. Баҫыуҙарҙа тәртипһеҙ рә­үештә минераль ашламалар ҡулланыу, һыу буйҙарындағы урмандарҙы аяуһыҙ ҡырҡыу, мал тотоу һәм көтөүҙәге битарафлыҡ, һыу буйына ферма, пилорама урынлаштырыу, техника менән йылға ағышын борорға маташыу, балыҡ өйө булған ярҙарҙы емереү, муллыҡ заманында яғыулыҡ-майлау материалдарын әрһеҙ түккеләү, техниканы һыуға төшөрөү – быларҙың бөтәһе лә йылғаның аҡрынлап үлеүенә, бөгөнгө ҡыҙғаныс хәлгә ҡалыуына килтерҙе. Шамбы, суртандар бөттө, бәрҙе-сабаҡтар, бүтән ваҡ балыҡтар кәмене, һыу эсеүгә яраҡһыҙ тиерлек, Һарағының даны – ҡиммәтле тиреле һылыу йәнлектәр – һыуһар, шәшкеләр юҡ кимәлендә.
Ошоларҙы уйлайһың да йән әрней – һис юғы ярты быуат элекке Һарағыны һағынаһың. Олатайҙар исемде лә яратып, моңло итеп ҡушҡан бит әле үҙенә. Һарағыҡай-Һарағым, тип йыр сығарып йырлап та йөрөгәндәр, ти, борон.
Әйткәндәй, йылғаның исеме ни өсөн Һарағы? Быға ике төрлө аңлатма бар. Берәүҙәр, йылғаға исемде уның тәбиғи күренешенә ҡарап биргәндәр, ти. Йәғни һары һыу аға мәғәнәһендә. Был фаразды раҫлау маҡсатында шундай миҫалдар килтерәләр: яҡын тирәлә Һарығамыш, Һары­ғаулан, Һарғая кеүек төҫкә бәйле атамалы ер-һыу күп. Өҫтәүенә, беҙҙең ерҙең ҡыҙғылт-һары мәтеле, балсыҡлы (Балсыҡ соҡоро тигән ер ҙә бар), һыу төбөнөң һарғылт-йәшел ылымыҡлы булыуы ла йылғаға һары төҫ биреп торғандыр.
Икенсе аңлатманы күберәк һөйләйҙәр. Борон бабайҙар малды күп көткән. 12 – 15-әр һауын һыйыр, 20 – 30-ар башлап йылҡы малы тотҡандар. ҡуйҙары ла ишле булған. Төйәктең мал тотоуға уңайлығы ла быға мөмкинлек биргәндер. Уралда ятабыҙ бит ни тиһәң дә. Шулай, бер йәй олатайҙарҙың береһенең һарығы һыуға төшә лә ағып китә. Һарыҡ аға, йәғни һарыҡ ағырлыҡ йылға мәғәнәһендә килеп сыҡҡан да инде Һарағы атамаһы, тимәк. Быны миңә 1912 йылғы Нәғимә инәйем Илсеғолова һөйләгәйне, хатта: ”Яҙғыһын аҡһа бер хәл, көпә-көндөҙ йәй уртаһында ағып киткән, ти бит”, – тип үк ҡуйғайны.
Беҙ ике аңлатманы ла ҡабул итәбеҙ. Өҫтәүенә, туған йылғабыҙҙың бөгөнгө хәл-торошона яраҡлаштырып. Ә бөгөн йылғабыҙ ни хәлдә – быны бөтәбеҙ ҙә күреп, белеп торабыҙ. Бөгөн Һарағынан һарыҡ ағырмы-юҡмы – уныһын әйтеүе ауырыраҡ, ә бына һыуының “һарылығы” бар.
Һарағыбыҙ, ярҙам һорап, беҙгә һарыла. Беҙҙән башҡа уны ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы юҡ. Быны һуңғы йылдарҙа ауылдаштарыбыҙ аңлап ҡалды: яҙлы-көҙлө йылға буйҙарын таҙалау хәҙер беҙҙә матур йолаға әйләнеп бара, инде һыу буйҙарын ҡыйламаҫҡа ла өйрәнеп алһаҡ, бик мәслихәт буласаҡ. Шунһыҙ ҙа булмайҙыр, исемебеҙҙе бысратҡы килмәй ҙә баһа. Сөнки кемдәрҙер өсөн беҙ барыбер һарағылар булып ҡалабыҙ. Йыш ҡына: “Һарағылар – берҙәм халыҡ”, ”Һарағылар эшкә сос”, ”Һарағылар бай йәшәй”, “Һарағылар һәр ерҙә алда”, – тигәнде ишетергә тура килә. Һикһәненсе йылдарҙа райондағы бер түрә, йыйылышҡа саҡырылғандарҙы теүәлләп: ”ҡайҙа-ҡайҙа, алтмыш саҡрымда ятҡан Килдеғолдан һарағылар килеп еткән, эргәлә ятҡан Яңы Собханғолдан янһарылар юҡ”, – тип тә әйткән ти бит. Быға өҫтәп, тағы ни тиһең… ауылыңа, ауылың ҡосағында наҙға сарсап иркәләнгәндәй бормаланып-бормаланып ағып ятҡан йылғаңа әйләнеп ҡарайһың да, күңелдә тыуған төйәк, йәшәйеш хаҡында шиғыр шыбырлай башлай…

Был ерҙә борон-борондан
Йәшәгән ата-бабам.
Үҙ затымдың шәжәрәһен
Кинәнеп әйтә алам.

Олатайҙарҙан мираҫҡа
ҡалған бик матур төйәк.
Уны биҙәп, нурлап йәшәү –
Бына шул минең теләк.

Һәр тарафым: тауҙар, тауҙар…
Урман менән ҡапланған.
Һарағының булды микән
Берәй мәле аҡмаған?..

Юҡтыр, йылға аға, аға,
Ашығып аға алға.
Әйтерһең дә, ғүмер аға,
Быуынға-быуын ялғап…

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН,
тарих уҡытыусыһы.


Бөрйән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға