«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өнһөҙ Юлайҙың йүнле Юлайға әүерелеү сере



19.03.2013 Өнһөҙ Юлайҙың йүнле Юлайға әүерелеү сере

Өнһөҙ Юлайҙың йүнле Юлайға әүерелеү сере
йәки Шым һәм баҫалҡы егеттең үҙ тырышлығы менән Баймаҡ районының «Йыл эшҡыуары» булып китеүе
Баймаҡ районы хакимиәтенең уҙған, 2012 йылды йомғаҡлау һөҙөмтәһе буйынса Яңғаҙы ауылынан Юлай Усман улы Тимербу­латов йыл эшҡыуары булып танылғайны. Был хәбәргә ышаныуы ауырыраҡ булды. Эш шунда − Юлай менән беҙ бер мәктәптә уҡыныҡ. Үҙемдән өс йәшкә өлкәнерәк булған егет өндәшмәҫ, ҡыйыу­һыҙ, хатта ҡырағайыраҡ булып иҫтә ҡалғайны. Шул Юлай эшҡыуар, улай ғына ла түгел, «Йыл эшҡыуары» булып китһенсе әле! Кешене ситтән тороп тикшереү булмаһын өсөн, был ғәжәпләнеүемде Юлайҙың үҙе менән уртаҡлашырға, өн­дәш­мәҫ Юлайҙың нисек эшҡыуар Юлайға әүерелеүен асыҡларға булдым.
Бына мин Яңғаҙыла. Их, ҡыҙыҡ ауыл булды ул күрше ауыл! Тәүҙә балалары интернатта ятып уҡый ине: ул ябылғас, көн дә йөрөп уҡыу­ға күстеләр. Эйе, тап хәҙерге, яңы модалы «Мәктәп автобусы» программаһы буйынса, тиергә була. Тик ул ваҡытта «Мәктәп ДТ – 75-е һәм уға тағыл­ған саналы будка» программаһы эшләне. Шул сананан кәпәстәрен алып быраҡтырып, йә бере­һен-береһе этеп төшөрөп, ауыл­ға йәйәүләп йүгереп ҡайтып өйрәнгәнгәме, Яңғаҙы егеттәре ҡаратырыш булып үҫеп еткәндер, ахыры...
Юлайҙың йорто алдындамын. Ҙур, яңы йорт, ихата тулы төрлө техника – йөк машинаһы, трактор, бесән йыйғыс һәм башҡалары. Аяғында ныҡлы баҫып торған хужаның йортона оҡшаған.
Ул арала хужа килеп сыҡты, мине өйгә саҡырҙы.
Өнһөҙ Юлайҙың йүнле Юлайға әүерелеү сере
− Юлай, күрешеп, һөйләшеп ултырған да юҡ, һинең тормошоңда байтаҡ ҡына үҙгәрештәр булып та өлгөргән икән. Өйлән­гәнһең, дүрт бала атаһы булған­һың, үҙ эшең менән булышаһың. Элекке Юлайҙы танымайымсы…
− Бер һин генә улай тип әйтмәйһең миңә. Иҫләһәң, мәктәп йылдарында кеше менән һөйләшмәй торғайным. Клубҡа сыҡмай, өйҙә тик ултырыр инем. Холҡом тулыһынса армияла үҙгәреп ҡайтты, тиергә була. Мәскәү янында, эске эштәр ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Армияла өндәшмәй генә йөрөп булмай шул − «өлкән ағай» улдары бөрөп алып бара. Бе­рәр ай шулай баш күтәрмәй йөрөп, нужа күреп алғас, холҡомдо үҙгәртергә тура кил­де. Бәғзе берәүҙәрҙең үҙҙәреләй ажар булырға шунда өйрәндем. Ауыл­дашым Мөҙәрис ағай әсәйемә: «Юлай ҡусты өндәшмәй генә туҡмалып йөрөп ҡайтыр инде армияла», − тигәйне мине һалдатҡа оҙатҡанда. Яңылышҡан, ҡайтҡас, үҙемде танымай торҙолар.
− Эшҡыуар булырға нимә этәр­ҙе?
− Эшҡыуар тип, артыҡ эш ҡыйратҡан да юҡ инде. Армиянан ҡайттым, «Йылайыр» совхоз-техникумының ветеринария бүлеген тамамлап, ошо совхоздың Октябрь бүлексәһендә эш башланым. Биш ай йөрөп эшләгәндән һуң, эшемде ташланым. Арыным көн дә юл йөрөп. ҡарамалы ауылына, үҙебеҙҙән өс саҡрымға, эшкә урынлаштым. Унда ла оҙаҡ торманым: биш ай эшләгәндән һуң, бухгалтерияға инеп, эш хаҡымды тикшертһәм, 200 һум эш хаҡы яҙғандар. Күтәрә һуғып, Яңғаҙыға ҡайттым.
Тыуған ауылда ла хәл шулайыраҡ булды. Ул ваҡыттарҙы иҫләйһеңдер: эш бар, эш хаҡы − юҡ. Эшләүе лә күңел­һеҙ. Етмәһә, бүлек мөдире менән һүҙгә килешеп китһәк, ул этәрмәләй башлай. Иртәнсәк оперативкаға бараһың, ә ул ҡыуа: «Юлай, урыныңа яңы белгес килә, һин, давай, урыныңды бушат». Түләмә­һен­дәр, иш-шү көн дә эштән ҡыуһындар − шул шарттарҙа нимә уйлап ҡырталашып йөрөгәнмен икән? Хәҙер килеп, шул саҡтағы бүлек мөдиренә ысын күңелдән рәхмәтлемен − тормошомдо ҡырҡа үҙгәртергә этәргес көс биргәненә.
− Нисегерәк үҙгәртеп ебәрҙең инде тормошоңдо?
− Эштән киткәс, Хәйбулла райо­ны урмансылығынан диләнкә алып, утын ҡырҡып һата башланым. Ауыр булһа ла, бәрәкәтле был шөғөл: эшкә егеттәрҙе йыйып алып бараһың, емертеп эш­ләй­һең, ҡайтып, ауылдар буйлап йөрөп утын һатаһың.
− Утын менән гел шөғөлләнеп булмай бит. Миҙгеле − йәй ҙә көҙ башы инде...
− Тыуған көнөмә Темәс яҡтарынан кәләшемдең туғандарын саҡырғайным. Байым ауылынан Шәфҡәт ҡайнағам, йорт алдында ятҡан төҙ генә ҡайын ағастарын күреп, пилорама алырға кәңәш бирҙе. Таҡтаһын һатыр­һың, һатмаһаң, үҙеңдең мәнфәғәтеңә ҡулланыр­һың, тигәне оҡшап ҡалды үҙемә лә. ДТ – 75 тракторы алырмын тип йыйған аҡсама пилорама һатып алдым да ҡайттым. Ысынлап та, отошло булып сыҡты был идея: беҙҙең яҡтар­ҙа бит урман эшкәртеүселәр юҡ тиерлек. Әле бына малсылыҡ фермаһы төҙөгәндә лә эште тулыһынса үҙем ярған таҡталар менән генә атҡарып сыҡтым. Шул тиклем таҡтаны һатып ала башлаһаң, ай-һай...
Өнһөҙ Юлайҙың йүнле Юлайға әүерелеү сере
− Тимәк, утындан − таҡта ярыу­ға, таҡта ярыуҙан малсылыҡҡа күстең инде?
− Урман эшен дә, малсылығын да, бесән әҙерләүҙе лә бер юлы алып барам, тип әйтһәм, дөрөҫөрәк булыр. Быйыл осраҡлы ғына рәүештә «Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» тигән дәүләт программаһына эләктем. Программаға ярашлы дәүләт миңә кире һорап тормай ғына, ихлас итеп 1 миллион һум аҡса бүлер икән, тиһәм, документтарымды әҙерләп тапшырғас ҡына, «Россельхоз­банк»тан кредит алыр­ға кәрәклеген аңлаттылар. Шул кредиттың бер өлөшөн генә дәүләт ҡаплаясаҡ икән. Кредит алып, яңы МТЗ – 82, пресс-подборщик, тоҡомло таналар алып ебәрҙем. Әле, шулай итеп, 120 баш һыйыр, 90-дан ашыу һарыҡ-кәзә аҫрайым. Эшкә малсылар алдым.
− Юлай, һөйләгәндәреңде тыңлап, уңышлы эшләү серҙәрен түбәндәгесә аңланым: беренсенән, шымтый, оялсан булмаҫҡа, икенсенән, эшһеҙлектән ҡурҡып, аҡса түләнмәгән эшкә сат йәбешеп ятмаҫҡа. Өсөнсөнән, дүртенсенән...
− Аҡса ҡоло булмаҫҡа кәрәк. Утын, таҡта, бесән һатып, аҡса йыйып алыу менән шул аҡсаға мал һатып алырға тырышам. Йәйгеһен малдың хаҡы арзан була, ҡышҡа иһә ул байтаҡҡа арта. Бер ниндәй банкы ла һинең аҡсаңа мал хаҡы артҡан кеүек процент өҫтәмәйәсәк. Малды тере банк һымаҡ күрергә кәрәк.
Тағы, малға малдай булыу шарт, йәғни уны ваҡытында һуғарып, дауалап, ашатып торһаң ғына ул үрсер, табыш бирер. Барыһына ла юлыҡтым инде: тоҡомло булыуына алданып, ҡарау етмәү арҡаһында дүрт имсәгенең береһе генә эшкингән, симменталь тоҡомло һы­йыр­­ҙарҙы ла һатып алғаным бул­ды. Һөткә тип алған һәүкәштәрҙе иткә ебәрергә тура килде. ҡыш мәлендә шул мал арҡаһында ғына аҡсанан өҙөлмәйһең: һө­төн, ҡаймағын, ҡоротон, итен Баймаҡ баҙарына алып сығабыҙ. Мин ит турайым, кәләш һатып тора.
Эшеңә яуаплы ҡарарға, эш өсөн кеше менән аралашырға, талаптарыңды аныҡ итеп еткерә белергә лә кәрәк. Яуаплылыҡ алып, теге йәки был эшкә тотонаһың икән, эшселәреңә һүҙең үтергә тейеш. Ауылдағы егеттәр­ҙең күбеһе тырыш, үҙҙәренсә теге йәки был йүнәлештә эшләп маташа. Нишләп кеше ялламай, үҙегеҙ генә этләнәһегеҙ, тип һораһам, кешене эшләтергә, тыңлатырға ҡыйынһыналар икән. Уның ни бер сере лә юҡ: эш талаптарын өҙә һуғып әйтәһең, эшкә эшселәреңдән алда тотоп йәбешәһең − шул ғына. Әле бына кәләшем дә, һин өйҙә булмаһаң, малсыларға теге йәки был эште әйтергә уңай­һыҙланам, ти. Ярай, ҡатын кешенең уңайһыҙланыуын аңларға була, ә ир-егеттәрҙең уңайһыҙланыуын нисек аңлар­ға? Шул уңайһыҙланыу, ҡыйыуһыҙ бу­лыуҙан тағы бер бәлә килә. Ул − типһә – тимер өҙөрлөк егеттәрҙең яңғыҙ ҡартайыуы. Йорт һалып сығалар, малын аҫрайҙар, машинаһын алалар, ә шул йортта бергәләшеп матур итеп донъя көтөргә кәләш таба алмай­ҙар. Шул-шул ауылға бар, кәләш эҙлә, тиһәң, ҡырҡ сәбәп эҙләп табалар, әммә Яңғаҙынан сығып китә алмайҙар. Йә һыйыр быҙаулы, йә һарыҡтың йөнөн ҡырҡыр мәлдә ҡайҙа инде кәләш күҙләү, башҡаһы. Яңыраҡ шулай бер егет кәләш хаҡында зарлана башлағайны, ауыҙын яптым. Юҡ, ҡустым, һин кәләш ала алмаҫһың ул, тим. Нишләп, тип аптырай. Тиҙҙән тауыҡтарың йомортҡа һала башлай ҙа һуң, тигәйнем, көлгән була. Донъя бит ул кәләшең менән бер һүҙле булып этеп алып барһаң ғына алға тәгәрәй, яңғыҙ кешенең эше түгел ул.
Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултыра торғас, урам­ға сыҡтыҡ. Юлай яңынан тергеҙгән Яңғаҙы малсылыҡ фермаһына барып әйләндек. Асыҡ кәртәлә һыйыр, тана ҡураһы, ҡуртымға алынған «ли­му­зин» тоҡомло үгеҙ уларын арбап булыша. Хөрриәт! Һарай эсендә иһә быҙау­ҙар тауыш бирә. Их, ауылдың гөрләп торған сағы иҫкә төшөп киттесе. Фер­маға барһаң, унда тормош ҡайнай ине: һауынсы апай-инәйҙәр, малсылар, техникумдан килгән практикант егеттәр һәм ҡыҙҙар. Ана шул хужалыҡ хараба хәленә ҡалып, уның ҡалдыҡтарын Юлай кеүек ажар, әммә яңғыҙ кешеләр күтәреп йөрөһөн әле.
Бына шундай кеше ул Баймаҡ районының «Йыл эшҡыуары − 2012» Юлай Тимербулатов. Юҡ, китсе, кит − мин бала саҡтан белгән өндәшмәҫ Юлай хәҙер донъяһын шылтылдап эшләп торған сәғәт һымаҡ итеп ҡора алған ҡаратырыш Юлайға әүерел­һенсе, ә?! Маладистан башҡа нимә тип әйтергә шул кешегә?

Илшат ҡАНСУРИН.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға