«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дуҫ булайыҡ!



19.03.2013 Дуҫ булайыҡ!

Дуҫ булайыҡ!
Сибай ҡалаһының 24-се һөнәри лицейы етәкселегенең киләһе йылға уҡыусылар туплау маҡсатында башҡарылған көндәлек эше Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәргә ярҙам ҡулы һуҙыуға әүерелде
Яҙҙың беренсе көнө ыжғыр буранлы булыуына ҡарамаҫтан, беҙ таң менән Ырымбур өлкәһенә сәйәхәткә сыҡтыҡ. Беҙ тигәнем – Сибай ҡалаһының 24-се һөнәри лицейы директоры Ғайса Хәсәнов, уның урынбаҫарҙары Лилиә Сәлимгәрәева һәм Сәлих Тимер­булатов, ошо махсус урта белем биреү йорто уҡыусыларынан торған агиттөркөм, шулай уҡ Сибай телевидениеһы, «Атайсал» һәм «Йәшлек» гәзиттәре журна­лис­тары. Маҡсатыбыҙ – үрҙә атап үтелгән һөнәри лицейға уҡыусылар (шул иҫәптән Башҡор­тостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәрҙең балаларын) йыйыу. Баҡһаң, бындай инициативаны Ырымбур өлкәһе башҡорттары үҙҙәре күтәреп сыҡҡан икән.
Сибайҙан Аҡъярға барып, артабан Ырымбур өлкәһенә сығып, бөтәһе 230 саҡрымдай ара үтеп, ниһайәт, Гай районының Ново­воронеж ауылына етеп, урта белем биреү мәктәбенә килеп туҡтаныҡ.
Дуҫ булайыҡ!
Хәл-әхүәлдең айышына төшөнмәгәс, тәүҙә мәктәп администрацияһының делегациябыҙға нисектер сәйерерәк ҡарауына иғтибар иткәндәй булдыҡ. Быныһы – минең шәхси фекерем; бәлки, яңылышамдыр ҙа. Шулай ҙа 24-се лицей­ҙың агиттөркөмө йәһәт кенә мәктәптең спорт залына бер машина әйберен – күргәҙмә әсбаптарын, видеопроектор-экрандарын һәм башҡаһын ташый һалды, уҡыусылар үҙҙәренең сығыштарын ҡабатлай башланы. Беҙ иһә, мәктәп тормошона күҙ һалырға тип, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ.
Мәктәп музейы мөдире, Рәшид Аликберов ауыл, төбәк тарихы менән таныштырҙы. Сиҙәм күтәреү эпопеяһы башланған йылдар­ҙа күтәрелеп ҡалған типик ауыл, колхоз. Эргә-тирәлә башҡорт ауыл­дары Иҫке Хәлил, Ишбирҙе, Нарбулат, Ғәйнулла, Бай­ғаҙаҡ, шулай уҡ Дүрткүл исемле татар ауылы булған. Урындағы халыҡ ҡына булғас, колхоз тарихын башлап ебәргән кешеләрҙең фамилиялары, тоҡомо әле һаман дауам итеүен тарихи документтарҙан, артабан мәктәп журналдарынан ҡарап та белергә була. Мәктәп музейында күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи, татар яҙыу­сыһы Муса Йәлил хаҡында экспозициялар бар: Мирхәйҙәр Фәй­зуллин әлеге Дүрткүл ауылында тыуһа, Муса Йәлил коллективлаштырыу осоронда был яҡтарҙа коммунистар партияһының бойороҡтарын үтәп йөрөгән икән.
Ул арала тәнәфескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны, бөтә мәктәптән балалар спорт залына тамаша ҡарарға йыйылды. Сибай ҡалаһының 24-се һөнәри лицейы ди­ректоры Ғ. Хә­сәнов балаларға бында килеүебеҙҙең маҡсатын аңлатты:
– Хөрмәтле уҡыу­­­сылар, күбегеҙ тиҙ­ҙән урта белемгә эйә бу­лып, артабан ҡай­­­ҙа, кемгә уҡыр­ға, тигән һо­рауҙарға яуап эҙ­ләй башлар. Шул ваҡытта беҙ­ҙең Сибай ҡалаһының 24-се һөнәри лицейы барлы­ғын да иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Заманаһы шундай: юғары белемдән бигерәк, һөнәрмәндәргә йәшәү, эш табыу еңелерәк хәҙер. Теген­семе, ташсымы, автослесармы, иретеп йәбештереүсеме, штукатур-ма­ляр­мы, элек­­трикмы – был һөнәр эйәләренә һәр ваҡыт, һәр ерҙә эш табылып торасаҡ, аҡса­һыҙ ултырмаясаҡ­һығыҙ. Ошо һө­нәр­ҙәр хаҡында тиҫтерҙәрегеҙ, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һөйләп, һеҙҙе ентекләберәк таныштырып үтер.
Ысынлап та, директорҙарының һүҙҙәрен йөпләп, лицей балалары уҡыусылар алдында дәртле генә сығыш яһаны. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа иреп китте был көтөлмәгән концерт-лекциянан, мәктәптә беҙҙе ҡаршылағандағы миңә һалҡынсараҡ күренгән мөхит шунда уҡ иреп, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
Төшкө аштан һуң мәктәп китапханаһында йыйылдыҡ. Беҙҙең арттан Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, Сибай педколледжы директоры Зәйтүнә Йән­бәкова, Сибай ҡала советы секретары Эльза Мансуро­ва, ырымбурҙар яғынан Гай районы хакимиәте башлығы Иван Луш­ников үҙенең командаһы менән килеп етте.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов барыһын да ҡала хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, бөгөнгө осрашыуҙың маҡсаты Сибай ҡалаһы һәм Ырымбур өлкәһенең Гай районы араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлекте нығытыу булыуын белдерҙе. Ниндәй өлкәлә хеҙмәттәшлекме? Әлбиттә, Ырымбур йәштәрен Сибай уҡыу йорттарына йәлеп итеү, ҡала һәм ауыл халҡы араһында иҡтисади бәйләнештәр булдырыу һәм башҡалар.
Үҙ сиратында, Гай районы хакимиәте башлығы Иван Лушников район, ауылдар хаҡында һөйләп үтте. Ырымбурҙар, баҡһаң, беҙҙең Хәйбулла районы халҡы менән бәйләнеште өҙмәй икән: спорт ярыштарын, уртаҡ байрамдарҙы бергә уҙғарырға тырышалар. Бынан тыш, Хәйбулла районы хакимиәте инициативаһы менән ауыл китапханаларына башҡортса ки­таптар таратыу ҙа даими рәүештә башҡарыла икән.
Дөйөм алғанда, был осрашыуҙан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалды. Сибайҙар, Башҡортостандан ситтә ҡалған милләттәштәребеҙ үҙҙәрен етем­һерәп ҡалғандай тоймаһын, балаларын булһа ла башҡорт мөхитенән айырмаһын, милләтен онотмаһын, тигән уйҙарын ниндәй ҙә булһа кимәлдә хәл итә алыуына шатланһа, ырымбурҙар ҙа шундай уҡ шатлыҡ кисергәндер, моғайын. Оло башын кесе итеп, муниципаль округ етәкселеге һинең балаларыңдың киләсәген ҡайғыртып, буранына, юлдың алыҫлығына ҡарамай, килеп йөрөһөн әле. Гай районы хакимиәте башлығы Иван Лушников, Нововоронеж мәктәбе директоры Виктор Филатов, был йәһәттән үҙҙәренең һоҡланыуын белдереп, сибайҙарға рәхмәтен еткерҙе. Ырымбур башҡорттарынан иһә был осрашыуҙы ойошто­роу­сылар – Нововоронеж ауыл хакимиәте башлығы Фаил ҡужа­шев, Гай районы башҡорттары ҡорол­тайы башҡарма комитеты рәйесе Рифуз ҡужашев, Байғаҙаҡ ауылы фермерҙары Алик Әбсә­ләмов, Зәйнулла Сырлыбаев, Ирек Мәмбәтов үҙҙәрен был йәһәттән милләтебеҙ киләсәген ҡайғыртып, янып-көйөүсе итеп күрһәтте.
Кискә табан Нововоронеж ауылына Сибайҙан тағы бер төркөм ҡунаҡ килеп етте: ауыл клубында Сибай дәүләт филармонияһы артистары эргә-тирәләге ауылдар­ҙан йыйылған милләттәштәр өсөн матур концерт ойошторҙо. «Си­бай» бейеү ансамбле (етәксеһе Айтуған Дәүләткирәев), йырсылар Альберт Салауатов, Ғаяз Ғәйет­баев, Сөмбөл, Зәлиә Нурлы – был артистарҙың сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай – Ырымбур.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға