«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ТАҒЫ ЛА “ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ” ТУРАҺЫНДА...



19.03.2013 ТАҒЫ ЛА “ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ” ТУРАҺЫНДА...

Германияла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары пенсияларына өҫтәп 40 мең һум (беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә) аҡса ала. Фашизмды еңеп ҡайтҡан һуғышсы балалары беҙҙең илдә ниндәй льгота менән файҙалана һуң?
Быны аңлау өсөн бер документ менән танышып үтәйек. Ул – РФ Оборона министрлығының “Хәрби хеҙмәт үтеүселәргә СССР Дәүләт банкыһының ялан учреждениеларында һуғыш йылдарында асылған вкладтар тураһында” исемле бойороғо. “Үҙәк банк архивында Ватанды һаҡлаусыларҙың үҙенә лә, ғаиләһенә лә ошо көнгә тиклем бирелмәгән түләү” тураһында һүҙ бара. 1942 йылдың башынан ҡыҙыл Армия һуғышсыларына иғәнә (вклад) асыла: һалдат-сержантҡа – 10 – 15 һум, офицерға – 20 һум. Имеш, хәҙер шул аҡса һуғышсыларҙың балаларына бирелә. Ә бит Ватанды һаҡлаусыларҙың күбеһе тип әйтерлек 1941 –1942 йылдар­ҙа, был аҡса һалынмағанда уҡ һәләк булған.
Хәҙер инде һикһәненсе йәшен ҡыуған элекке “һалдат балалары” был түләүҙе алыр өсөн бик күп кенә документ йыйыр­ға тейеш. Оло йәштәге кешеләрҙе юҡҡа ғына төрлө инстанцияға йөрөтмәҫ өсөн башҡа юл һайлап булманымы икән? Мәҫәлән, шул банкыларҙа ҡайһы һуғышсының иғәнәһе бар, шул кешеләр менән генә эш итеү. Ығы-зығы булдырмаҫ өсөн. Минеңсә, был хәрби сер түгелдер. Бәлки, кемдер ошо түләүгә ышанып, айҙар буйына документтар йыйҙы икән, ти, ә банкыла уның аҡсаһы бөтөнләй булмай сыҡһа? Был бойороҡта ниндәй генә документтар юҡ: һалдаттың хәрби званиеһы, хәрби бүлектең ысын, йә шартлы номеры, батальоны, полкы, һәләк булған урындың исеме, үлеү датаһы һ.б... Әгәр белешмәләр булмаһа, “Мемориал” сайтына мөрәжәғәт итергә, тиелгән. Оло йәштәге “һуғыш балалары” өсөн был марафонды ойоштороу кемгә кәрәк икән?! Минеңсә, был бер кем бер ҡайҙа ла бармаһын, бер ни ҙә юлламаһын өсөн уйлап эшләнелгән эш. Һәләк булғандар­ҙың ғаиләләренә һалдат “жалунья”һы бирелә икән, был бик һәйбәт. Ә дүрт йыл буйына Ватаны өсөн көрәшеп, “Бер­линды алған өсөн” миҙалы алып, еңеү менән ҡайт­ҡандарҙың ғаиләләренә лә компенсация түләнергә тейештер, тип иҫәпләйем. 1945 йылдың 9 майына тиклем һуғышҡан һалдаттың вклады ҡайҙа булған?!
Һуғыштан тере ҡайтҡандарҙың балаларына бер ниндәй ҙә льготалар булманы. Һәләк булғандарҙың балалары мәктәпте тамамлағансы пенсия менән файҙаланды. Имен ҡайтыу­сыларға шундай ҡараш та йәшәне: имеш, беҙҙекеләр баштарын һалған, ә һеҙҙекеләр ҡайҙалыр ҡасып йөрөгән. Миҫалға Таңсулпан Ғарипо­ваның “Бөйрәкәй” романын килтерергә мөмкин. Был әҫәрҙә иҫ киткес тормош дөрөҫлөгө сағыла.
ҡырмыҫҡалы районының Мөҡсин ауылында ла романда килтерелгән ваҡиғалар тотошлайы менән булды, тиһәм дә, яңылышмам. Һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе, бригадир, хисапсы, ферма мөдире булып эшләгән кешеләргә һуғыштан һуң элекке эшенә әйләнеп ҡайтырға насип булманы. Сөнки улар ҡайтыуға үрҙә әйтеп үтелгән вазифалар­ҙа ни сәбәптәндер фронтҡа бармай ҡалған, райком килтереп ҡуйған активис­тар эшләп йөрөй ине. Элек районда иң алдынғылар рәтендә булған колхоз, ситтән килгән “белгестәр” етәкләй торғас, банкротҡа әйләнде. Был “ситтән килтереп ҡуйыу” традицияһы әлеге көнгә тиклем дауам итә. Ут-һыу кисеп ҡайтҡан һалдаттарҙың бәғзеләре үпкә сиренән ыҙа сикһә, икенселәре аяҡ-ҡулһыҙ, инвалид булды. Уларҙы шул Еңеү көнөн билдәләгәндә генә, мәктәп балаларына патриотик тәрбиә биреү өсөн иҫкә алдылар. Был яугирҙар оҙаҡ йәшәмәне: бергә йыйылып, һуғышта күргән ғазаптар тураһында һөйләшеп йөрөй-йөрөй, 1950 йылдарҙа уҡ үлеп бөттөләр. Уларҙың ғаиләләренә бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәне һәм әле лә бер ниндәй ҙә компенсация ҡаралмаған. Был хәлде мин еңеү менән ҡайтҡан яугирҙарҙың балаларына ҡарата ғәҙел булмаған ҡараш тип иҫәпләйем.

Зинәйҙә ДИНИСЛАМОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға