«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Эш эҙләйһегеҙ икән, йәрминкәгә килегеҙ!



15.03.2013 Эш эҙләйһегеҙ икән, йәрминкәгә килегеҙ!

Был аҙнала баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында профилле вакансиялар йәрминкәләре үтте. Уны 13 − 15 мартта «СтройТехЭкспо. Коммуналь хужалыҡ. Энергия һаҡлау − 2013» күргәҙмәһе сиктәрендә Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһы уҙғар­ҙы. Сараға килеүселәр хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр, ниндәй профессияларға һорау барлығын белде, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген ҡараны, актуаль мәғлүмәт менән танышты.
Йәрминкә барышында теләгәндәр профессиональ тест үтә алды. Әлеге ваҡытта эшсе һөнәрҙәренә − водителдәргә, йөксөләргә, урам һепереүселәргә ихтыяж ҙур. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан тиҙҙән тап ошо торлаҡ-коммуналь өлкәләге түбән эш хаҡы алыусыларға түләүһеҙ торлаҡ биреү механизмы яйға һалынасаҡ. Совет осорондағы һымаҡ урам һепереүсе, слесарь, сантехниктарға торлаҡ бүлеү был һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырасаҡ.
Ҙур һорау менән файҙаланған эшсе һөнәр­ҙәре рәтенә шулай уҡ төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы, сауҙа өлкәһе лә инә. Инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙән төрлө өлкәгә инженерҙар, бухгалтерҙар, менеджерҙар талап ителә.
Йәрминкә барышында юридик ярҙам, үҙ эшеңде асыу буйынса консультациялар алыу, эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү, махсус ғариза-анкета тултырыу, вакансиялар банкыһы менән танышыу хәҙерге замандың етди проблемаһын хәл итеүгә – эш табыуға ҙур ярҙам итә. Әйткәндәй, Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһы тарафынан һәр кесе йома һайын Ибраһимов бульвары, 74/1 адресы буйынса йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла.
Сараға килеүселәргә «RABOTA.RU» эш эҙләү порталы вәкилдәре дөрөҫ итеп резюме төҙөү тәртибен өйрәтте, анкеталар тултырыуҙа ярҙам итте.

А. ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға