15.03.2013 Флешмобҡа саҡырабыҙ!
Йәшһегеҙ һәм энергияғыҙ ташып торамы? Кеше бәләһенә тыныс ҡарай алмайһығыҙмы? Улайһа, “Музартерия – 2013“ Рәсәй конкурсы тап һеҙҙең өсөн! 22 мартҡа тиклем ҡан һәм уның өлөшсәләренә бушлай донор булыуҙы пропагандалаған флешмоб конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.
Профессиональ коллективмы, әллә бер нисә кешенән торған төркөммө, иң мөһиме – уларҙа донорлыҡ хәрәкәтенә ярҙам итеү теләге булһын. Үҙ көстәрен һынарға ниәтләүселәргә флешмобтың сценарийын яҙырға, команда менән бергә видеомөрәжәғәт әҙерләргә һәм уны www.yadonor.ru порталына ебәрергә кәрәк.
Иң сағыу, иң оригиналь биш флешмоб һайлап алынасаҡ. Улар профессиональ режиссерҙар командаһы, билдәле артистар һәм “Ю-ТВ” федераль телеканалы ярҙамы менән тормошҡа ашырыласаҡ.
“Ю-ТВ” телеканалы тамашасылары һәм составында РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, Рәсәй шоу-бизнесы “йондоҙҙар”ы булған жюри еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
“Музартерия – 2013“ флешмобтар конкурсы “ҡан хеҙмәте” ирекле донорлыҡты үҫтереү дәүләт программаһына ярашлы үткәрелә. Маҡсаты – ҡан тапшырыуҙың мөһимлегенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Бөгөн ҡан һәм уның өлөшсәләре яһалма синтезланмай, шуға күрә лә ҡайһы берҙәр өсөн донор ҡаны – ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер юлы.
ҡан донорлығы буйынса һорауҙарығыҙ булһа, “ҡыҙыу бәйләнеш”кә – 8-800-333-33-30 телефонына (тәүлек әйләнәһенә, Рәсәй буйынса бушлай) шылтыратырға мөмкин.
Виктория ЛЕМЯКИНА.
Мәскәү ҡалаһы.