«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы система яҡшы аҡса килтерерме?



15.03.2013 Яңы система яҡшы аҡса килтерерме?

Яңы система яҡшы аҡса килтерерме?
Пенсия өлкәһе тағы ла үҙгәрештәр кисерәсәк
2015 йылдың ғинуарынан Рәсәй халҡының пенсияһы яңыса иҫәпләнә башлар, ахыры. Илдең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре пенсияны төп, страховкалау һәм тупланма өлөшкә бүлергә тәҡдим иткән. Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған һәм артабан да эшләүселәр ҙурыраҡ түләүгә өмөт итә ала – йыл һайын бындай кешеләргә балдар иҫәпләнәсәк, артабан ул билдәле бер коэффициентҡа ҡабатланасаҡ.
Әлеге мәлдә был тәҡдим тирәләй бәхәстәр бара. “Эшлекле Рәсәй” президенты Александр Галушко: “Халыҡтың дәүләт институттарына булған скептик ҡарашын иҫәпкә алһаң, был система уларҙа ышаныс тыуҙырмаясаҡ. Уларға, хәҙер һин балдар алаһың, ә һуңғараҡ ул аҡсаға әйләндереләсәк, тиһәләр, быға берәү ҙә риза булмаясаҡ. Ғөмүмән, был тәҡдимдең етешһеҙлектәре күп”, – тигән фекерҙә.
Пенсияның тупланма өлөшөнә ҡағылышлы ла һорауҙар күп. ҡайһы бер иҡтисадсылар әйтеүенсә, тупланма өлөш – ул “оҙон” аҡса эҙләү юлы. Ә бына Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының элекке министры, “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы рәйесе урынбаҫары Оксана Дмитриева иһә был фекер менән килешмәй. “Пенсия иғәнәһе “Внешэконом­банк”ҡа килә. Артабан ул дәүләттең ҡиммәтле ҡағыҙҙарына һалына, йәғни кире ҡаҙнаға инә. ҡаҙна иһә был аҡсаны пенсия фонды дефицитын ҡаплауға йүнәлтә һәм һуңғараҡ ул түләүгә китәсәк. Бында бер ниндәй ҙә “оҙон” аҡса барлыҡҡа килмәй, ә бары – аҡсаның тәбиғи әйләнеше”, – ти ул.
Проектҡа ярашлы, пенсияның төп өлөшө әлегеһенекенә тиң буласаҡ (бөгөн – 3495 һум). Федераль бюджет уны финанслаясаҡ. Страховкалау өлөшө страховкалау иғәнәләре менән ҡапланасаҡ.
Пенсияның яңы формулаһы апрель башында РФ Хөкүмәте хөкөмөнә сығарыласаҡ.
Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға