«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йорт ҙур булыуҙамы ни?



15.03.2013 Йорт ҙур булыуҙамы ни?

Кейәүем йорт һалырға ҡарар иткәс, беҙ, әлбиттә, ситтә ҡала алманыҡ. Бына, ниһайәт, уның стеналары эшләнеп бөттө, ҡы­йығы ябылды. Билдәле инде: был эштәрҙе билдәләп үтеүҙең фарыз икәнен барығыҙ ҙа белә.
Теләктәр әйтелде. Шуларҙың береһе: «Бы­на хәҙер ҙур йортло булдығыҙ. Күп итеп бала­лар табып үҫтерегеҙ!». Рыяһыҙ ғына әйтелгән һүҙҙәр һеңлемде уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы һәм мин был хәлдән сығыу өсөн шул минутта ҡапыл ғына башҡа килгәнде әйтеп һалдым: «Бына һеҙ өйөгөҙ бәләкәй саҡта туғыҙ бала үҫтегеҙ. Яңы ҙур өйгә сыҡҡас, берәү ҙә юҡ. Ғөмүмән, элек колхозсылар бәләкәй йорт­тар­ҙа йәшәгәндә балалар күп булды. Ке­шеләр, әҙерәк хәлләнеп, ҙур итеп йорт һа­ла башлағас, тыуым кәмене. Шулай булғас, был теләгеңдең ерлеге юҡ».
Ысынлап та, шулай килеп сыға: сағыштырып ҡараһаң, йорт ни тиклем ҙурыраҡ булған һайын тыуым әҙерәк. Уйлап ҡараһаң, киреһенсә булырға тейеш бит.
Көтмәгәндә башҡа килгән парадокс тураһында күп уйландым. Кәңәшләшер кеше юҡ, был хаҡта махсус әҙәбиәт барлығын да белмәйем. Уйлана торғас, үҙ алдыма шундай фекергә килдем: йорт стеналары тышҡы дөйөм энергетиканы ышыҡлап, эс яҡта ниндәйҙер кимәлдә энергетика бушлығы барлыҡҡа килтерә һәм был бушлыҡты ошо йортта йәшәүселәр үҙ энергияһы менән тул­тырыр­ға тейеш. Йорт ни тиклем бәләкәй булһа, йорт эсендәге энергия шул тиклем тығыҙыраҡ була. Бала тыуһын өсөн энергия күп кәрәк һәм тап шуғалыр ҙа бәләкәй йортта балалар тыуыу өсөн шарттар ыңғай. Ә инде йорт ҙур булһа, энергетика ла шыйыҡ була, ни тиһәң дә, кешенең энергетикаһы сикле. Бәлки, шуғалыр ҙа ҙур йорттарҙа бала яралырға шарттар насар. Был минең шәхси фекерем. Фэн-шуй белгестәре был турала нимә әйтер икән?

Кесе Табынлы.
Ғафури районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға