«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Модалы сит тел һүҙҙәре



15.03.2013 Модалы сит тел һүҙҙәре

Моданан артта ҡалмаҫҡамы, әллә тыйырғамы?
Рус теле заманса өр-яңы этап кисерә – көндән-көн сит тел һүҙҙәре күберәк үтеп инә. Лизинг, омбудсмен, кофе-брейк, хэчбэк, бренд, гламур, минивэн, дилер, резиденция, априори, саундтрек, дресс-код… Беҙҙең төбәктә, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа инвестиция, саммит, блог һәм башҡа бик күп һүҙ көндәлек аралашыу­ҙа популяр, матбуғат биттәрендә, етәкселәр ауыҙынан көндән-көн йышыраҡ яңғырай. Башҡаларға эйәреп, беҙ ҙә башҡортса “винегрет” яһайбыҙ –телмәребеҙҙе модалы һүҙҙәр менән бысратабыҙ.
– Хай, әйҙә бөгөн минең менән фитнесҡа! Унда дөрөҫ туҡланыу хаҡында коучинг буласаҡ!
– Сорри, килеп сыҡмай, кискә клубҡа йыйынам. Берәй бутикка барып клатч һәм леггинсы һатып алыр­ға кәрәк. Әйткәндәй, дисконт картаң булһа, ҡана, биреп тор!
ЛДПР партияһы лидеры, үҙебеҙсә әйткәндә, етәксеһе, Владимир Жириновский, яңыраҡ сит тел һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшеүселәргә штраф һалырға, хатта эштән ҡыуырға, тигән тәҡдим менән сыҡты. Был мәсьәлә буйынса ЛДПР-ҙың закон проекты ла әҙерләнә икән. Либерал-демократтар ҡулланырға ярамаған сит тел һүҙҙәренең исемлеген дә төҙөргә йыйына. “Ни эшләп “кеше үлтереүсе” тип кенә әйтергә мөмкин булған һүҙҙе “киллер” – тип әйтергә тейешбеҙ, йәки “аралашсы” һүҙе булғанда “дилер”, “тамаша” урынына “перфоманс” тип?” – тип, Владимир Вольфович телде сит тел һүҙҙәре менән бысратыусыларға ҡаты язалар менән янамаҡсы.

Луиза СӘМСИТОВА, БДПУ- ның башҡорт филологияһы факультеты деканы:
– Минең уйлауымса, саф башҡортса әңгәмәләшкәндә, ундай һүҙҙәрҙе алмаштырғандай мәғәнәгә эйә һүҙҙәрҙе табырға була. Һәр бер телдең тәржемә ителмәй торған һүҙҙәре булыуы хаҡында онотмайыҡ. Мәҫәлән, ҡурай, һөйөнсө, рашҡы, бишбармаҡ һүҙҙәрен тәржемә итеп булмаған кеүек, сит телдәрҙең ҡайһы бер һүҙҙәренең аналогы булмай. Ана шундай һүҙҙәрҙе, йәғни эквивалентлы лексиканы ҡулланыуға мин ҡаршы түгел.
Ә дөйөм фекер йөрөткәндә, сит ил һүҙҙәренә ҡаршы тороп булмай. Донъянан артта ҡалып булмай бит инде , мәҫәлән, компьютер һүҙен алайыҡ, уны башҡортлаштырып төрлөсә атарға тәҡдим итеп ҡараһалар ҙа, һүҙ шул көйө ҡалды. Сөнки беҙ компьютерһыҙ бөгөн бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ. Үҙем күберәген туған телдә һөйләшергә тырыш­һам да, сығыш яһағанда ниндәйҙер терминдарҙы файҙаланырға тура килә.

Гүзәл СИТДИҡОВА, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре:
– Сит телдән ингән һүҙҙәрҙе ҡануниәт менән тыйырға мөмкин. Әгәр рус телендә "бармағына тап-таман йөҙөгө", йәғни тәғәйен һүҙе бар икән, ниңә уны башҡа телдән алырға? Әгәр телмәрҙә яңы күренешкә тулыһынса тап килгән һүҙ юҡ икән, әлбиттә, ҡуллана башларға була – башҡа телдәр­ҙән "спутник", "перестройка” тигәнде алған кеүек. Рус теле – бик ҡеүәтле, матур тел, инде уны ла сүп-сар ҡаплап бара. Әммә, балыҡ башынан серей, тигәндәр – етәкселәр үҙҙәре иң тәүҙә дәүләттең ҡануни телендә матур, образлы һәм дөрөҫ итеп һөйләшергә тейеш! Горбачев рус телендә дөрөҫ һөйләшә белмәне, әммә төрлө "консенсус"тарға киң итеп ҡапҡа асып ҡуйҙы.
Сит ил һүҙҙәрен күпләп индереү – бик белекле, әллә кем булып күренергә тырышыуҙың бер сатҡыһы ул! Йәки ғилемең етмәүҙе ят һүҙ менән ҡапларға тырышыу. Шул ғына.

Юто ҺИШИЯМА, башҡорт телен өйрәнеүсе япон егете:
– Хәҙерге ваҡытта был мәсьәлә рус телендә генә түгел, доньялағы төрлө телдәрҙә лә бар. Ғөмүмән, һүҙ инглиз теленән ингән һүҙҙәр тураһында бара. Мәҫәлән, япон теленә инглиз теленән күп һүҙ инә. Был хәлгә ҡаршы сығыусылар ҙа бар. Улар, япон теле бысрана, ти. Әммә мин был хәлгә ҡаршы түгел. Бөгөн, яңы технологиялар менән бергә, яңы концепция барлыҡҡа килә. Күп телдәрҙә уларҙы сағылдырған һүҙҙәр юҡ, шуға күрә инглиз теленән һүҙҙәр алыр­ға тура килә. Ваҡыт менән бергә телдәр ҙә үҙгәрә. Шул сәбәпле, инглиз теленән һүҙҙәр инеүҙе "бысраныу" тип әйтергә ярамай, тип уйлайым.

Ильмира ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, уҡытыусы:
– Бигерәк тә финанс, сәйәсәт һәм иҡтисад өлкәләрендә сит ил һүҙҙәрен ҡулланырға мәжбүрбеҙ. Уларҙың дөрөҫ әйтелешен һәм яҙылышын асыҡлап тормаусылар ҙа бар, йәғни байтаҡ ҡына сит ил һүҙен күптәр нисек теләй, шулай әйтә һәм яҙа. Миңә ҡалһа, рус филологтары һәм лингвистары телдең тиҙ ваҡыт эсендә бысраныуына ҡул һелтәне кеүек. Ә социаль сайттарҙа йәштәр нисек яҙа – хәҙер рустарҙа йәш быуын үҙ-ара һүҙҙәрҙең тотош ижектәрен төшөрөп ҡалдырып һөйләшә. Мәҫәлән, “Я тебя люблю” урынына йәш егет “Я тя лю” тип яҙа.
Жириновскийҙың тәҡдимен хуплайым, һис шикһеҙ, классик рус телен һаҡлап ҡалыу өсөн киҫкен саралар күрергә кәрәк, сөнки уға бына-бына юғалыу ҡурҡынысы янай.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға