«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ХЫЯЛҒА ТӘҮГЕ АҘЫМ



15.03.2013 ХЫЯЛҒА ТӘҮГЕ АҘЫМ

ХЫЯЛҒА ТӘҮГЕ АҘЫМ
йәки балалар – кескәйҙәр өсөн
Йырсы булырмы, актрисамы, әллә үҙенең шәхси ветеринария клиникаһын асырмы? Һәр хәлдә, баш ҡаланың Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт ли­цейында уҡыусы Диана Кучу­кова ошо хаҡта хыяллана.
Теләген тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы тырышлыҡ, көс талап ителгәнен дә яҡшы аңлай һәләтле ҡыҙ. Ошо маҡсатта ул ҙур теләк менән “Алтынай” башҡорт балалар театр-студияһында шөғөлләнә. Ижади эш балаға ваҡытын да дөрөҫ файҙаланырға өйрәтә. Диана ла, компьютерға текләп ултырыуға ҡарағанда, студияла үҙләштергән оҫталығын камиллаштырыуҙы, кис һайын спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡабатлауҙы өҫтөн күрә. Башҡаһына ла өлгөрә, бе­йеү, еңел атлетика түңәрәктәренә йөрөй. Һүрәт төшөрә, әҙәби ки­тап­тар уҡый, хайуандар донъяһы менән ҡыҙыҡһына. Ғәҙел, матур күңелле балалар тәрбиәләнә бында. Сөнки халыҡ ижадын уҡып үҫкән, әкиәт аша тәрбиәләнгән балалар холҡона тап ошо сифаттарҙы һеңдерә. Театр студияһында шөғөлләнеүселәрҙең һәр береһе һоҡланыу уята. Матур итеп башҡортса аралашҡан малай-ҡыҙҙар сәхнәлә үҙҙәрен иркен тота. ҡыйыу ҙа, тапҡыр ҙа...
“Алтынай” башҡорт балалар театр-студияһына йөрөү Диана өсөн оло әһәмиәткә эйә. Бөгөнгө хыялы матур ысынбарлыҡҡа юл ярыр, тигән ышаныс бар күңелдә. Уҡытыу программаһы ата-әсәләргә лә оҡшай. Уны төҙөүҙә Башҡор­тостаныбыҙҙың арҙаҡлы сәнғәт әһелдәре ҡатнашҡан. Үҙҙәре үк оҫталыҡ дәресе алып барыуы ла бик отошло. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, талантлы режиссер Әлмира ҡыуатова балаларҙың һәләтен асыуҙы, үҙ-үҙенә ышанысын арттырыуҙы төп маҡсаты итеп күрә. Йәш быуында туған телгә, тарих­ҡа, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләгән “Алтынай” башҡорт балалар театр-студияһы ойоштороусылары һәм уҡытыусыларының хеҙмәте ихтирамға лайыҡ. Остаз­дарының тырышлығы балаларҙың сығышында ла асыҡ күренә. Быға шаһит булыр өсөн 18 мартта көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында күрһәтеләсәк “Тәгәрәп китте йомғағым” әкиәтен ҡарарға саҡырабыҙ. Башҡорт халыҡ әкиәтенә таянып билдәле шағирә һәм яҙыусы Рәсимә Ураҡсина яҙған әкиәттә Диана Кучукова төп ролде уйнай.
Шулай уҡ 18 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙә кескәйҙәрҙе "Йомро икмәк" әкиәтенә саҡырабыҙ. Сце­нарий авторы – Алтынай Бурина.

Азат ҒӘЛИУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға