«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Әүлиә шишмәһе



15.03.2013 Әүлиә шишмәһе

Әүлиә шишмәһе Һыртлан ауылының иң матур урыны. Һыуы тәмле, таҙа, һалҡын. Йәйге эҫелә лә ҡоромай, ҡышҡы һалҡындарҙа ла туңмай ағып ята ул.
Ауыл ҡарттары һөйләүенсә, бик борон бында үҙенең ырыуы менән бер хан йәшәгән. Ул кешеләрҙе дауалаған, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаған. Үлгәс, ауыл халҡы уны хөрмәтләп, тау башына ерләгән. Баш осона йомро таш һалғандар. Ә тау итәгенән шишмә урғылып сыҡҡан. Шунан бирле уны Әүлиә шишмәһе тип йөрөтә башлағандар. Баш осона ҡуйылған ташын да хикмәтле тиҙәр. Элек ололар әүлиәнең ҡәберенә килеп доға уҡыған, рухын рәнйетергә ярамай, тип әйтеп ҡалдырғандар.
Ауыл халҡы шишмәне матур итеп кәртәләп, ҡыйыҡлап эшләп ҡуйған. Ошо шишмәне күреп, һыуын ауыҙ итергә ер аяғы-ер башынан киләләр. Һыуы шифалы, изге икәне тирә-яҡҡа таралған. Хатта республиканың билдәле йырсыһы, тиҫтәләгән йыр авторы Нурия Абдуллина беҙҙең шишмәнән һыу эсеп, «Әүлиә шишмәһе» тигән йыр ижад итте.
Үткән йылдар ҡоро килһә лә, шишмәбеҙ ҡороманы, йәй буйы ағып ятты. Ләкин уның һыуының кәмеүе борсой. Ағиҙел йылғаһын быуғас, тирә-яҡта шишмәләр ҡороп бөттө. Һыртлан, Иштуған ауылдары янындағы бер нисә шишмә юҡҡа сыҡты. Әлегә Әүлиә шишмәһе йәйге ҡоролоҡҡа бирешмәй. Инештәр ҡоромаһын өсөн уларға ярҙам итеү зарур. Беҙ, мәктәп уҡыусылары, «Башҡортостан» милли паркы эшселәре менән үткән йыл күп ағас үҫентеләре ултырттыҡ. Ундағы ағастарға барып һыу һибеп йөрөнөк. Уларҙың бөрөгә тулышып ултырыуын күргәс, бик ҡыуандыҡ. Беҙҙең ошо ағастар шишмәгә йәм биреп, йәйге эҫе ҡояштан һаҡлап ултырыр, тип уйлайым.

Азалия АБДУЛЛИНА,
Һарыш урта мәктәбе уҡыусыһы.

Мәләүез районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға