«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ысынбарлыҡ хыялда ярала



08.03.2013 Ысынбарлыҡ хыялда ярала

Ысынбарлыҡ хыялда ярала
Уңышҡа кемдәр ирешә? Әлбиттә, тик ныҡышмалдар ғына. Улар маҡсатына юл яҙлыҡтырмай бара һәм хыялдарын ысынбарлыҡ итеү көсөнә эйә. Шундай ныҡышмал йәш ҡыҙ – Айһылыу Асҡарова исемле ауылдашым хаҡында бөгөнгө мәҡәләм.
Уның менән яҡындан көндәлектә аралашҡаным юҡ, был юлы ла әңгәмәбеҙҙе интернет аша ҡорҙоҡ. Сөнки әлеге мәлдә ул Бөйөк Британияның Суонси университетында белемен камиллаштыра. Биксәндәр өсөн ябай ауыл ҡыҙының Англияның үҙендә белем алыуы оло ғорурлыҡ инде ул. Һеҙҙе лә ул ҡыҙ менән таныштырмаҡсымын.
– Айһылыу, үҙең, ғаиләң хаҡында ентекләберәк һөйләп китсе әле...
– Атай-әсәйем Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған йылдарында уҡ танышып, ғаилә ҡорған. Мин Өфөлә донъяға килгәнмен. Уҡыуҙарын тамамлағас, уларға әсәйемдең тыуған ауылында – Биксәндә эш тәҡдим иткәндәр, миңә ул ваҡытта өс йәш ярым булған. Мәктәпкә бик иртә барҙым, алтым да тулмағайны. Дөрөҫөн әйткәндә, атай-әсәйем мине бер нисә көн мәктәпкә йөрөтөп алырға булған, унда оҡшап киткән, ахыры, бик ихлас уҡыу процесына ылыҡтым. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамланым, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға индем. Студент йылдары ауыр ғына булды, специальносым – ”Нефть һәм газ сәнәғәтендә производство процестарын автоматлаштырыу” ҡатмарлыларҙан һанала, шулай ҙа вузда биш йыл уҡыу тормошомда онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
Әйткәнемсә, әсәйем Ишем­бай районынан булһа, атайым ҡыйғы районының Иҙрис ауылынан. Инде 23 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Минән тыш, Гөлназ исемле һеңлем бар, уға 14 йәш, Биксән урта мәктәбенең һигеҙенсе класында белем ала, шул уҡ ваҡытта Ишембай музыка мәктәбендә фортепиано класында нота серҙәренә төшөнә.

– Ә Англияға нисек барып эләктең?
– Университетты тамамлағас, Башҡортостан Респуб­ли­каһы Президентының сит ил белем биреү һәм фәнни үҙәктәрендә уҡыу өсөн грантына эйә булыу ниәтендә ойошто­рол­ған конкурста ҡатнаштым һәм еңдем. Еңеүсе магистратурала уҡыу һәм сит илдә йәшәү, виза, юл, страховка сығымдарын ҡаплатыу мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ айлыҡ стипендия менән тәьмин ителә. Конкурста утыҙҙан ашыу кеше ҡатнаштыҡ, инглиз теленән имтихан бир­ҙек, Мәғариф министрлығы ла һынау ойошторҙо, ахырҙа, өс кеше генә һайлауҙы үтә алды. Һәр беребеҙ сит илдәге уҡыу йортон үҙе һайланы. Мин инде Англияға күптән ғашиҡ кеше, телде камиллаштырыу маҡсатында был илдә скауттар лагерында ике ай ярым практика үткәйнем. Шуға ла тап унда үҙемә тура килерҙәй уҡыу йортон эҙләнем. Һөҙөмтәлә Алина Насибуллина исемле ҡыҙыбыҙ – Германияға, Тимур Сәли­хов исемле егетебеҙ – Лон­донға, ә мин иһә Көньяҡ Уэльстағы Суонси университетына юл алдым. Студент ҡаласығында йәшәйбеҙ, минең менән ҡытай һәм Бразилия ҡыҙҙары көн күрә, һәр беребеҙҙең айырым бүлмәһе бар. Башҡортостандан, ғөмүмән, Рәсәйҙән бүтән бер кем дә юҡ. Шулай ҙа беҙҙең менән ата-әсәләре Бөйөк Британияға электән күскән бер егет белем ала, уның менән русса булһа ла аралашыу мөмкинлеге бар, был ҡайһы берҙә һауа һымаҡ бик кәрәк.

– Сит илдә нимә ауыр бирелә?
– Иң ҡыйыны, әлбиттә, яҡындарыңдан, дуҫтарыңдан алыҫ булыуың. Тәүҙәрәк ныҡ һағындыра торғайны, әммә үҙ өлөшөмә миллиондан бер мөмкинлек төшкәнен аңлайым һәм төшөнкөлөккә бирелергә ха­ҡым юҡ тип һанайым. Икен­сенән, тел барьеры. Йәнле һөйләү теле менән минең әллә ни ауырлыҡ юҡ, скауттар лагерындағы практика бушҡа үтмәне. Әммә минең белгеслек буйынса нанотехнологиялар, нанокимәлдә энергия етештереү кеүек нигеҙҙәрҙе өйрәнеү талап ителә. Әммә әкренләп барыһына ла төшөнәһең, башта белем йыйыла һәм көндән-көн уҡыу еңелерәк бирелә.

– Инглиздәр хаҡында һөйләп үт әле. Ниндәйҙәр улар?
– Инглиздәр – бик итәғәтле, мөләйем халыҡ. Мине улар тирә-яҡҡа булған мөнәсәбәте, тәбиғәткә яуапсыл ҡарашы менән һоҡландыра. Теләһә ниндәй сүп-сар төрлө сорттар­ға бүленеп, эшкәртелә, энергетиканың күп өлөшө тергеҙелә торған энергоресурстарҙан етештерелә, мәҫәлән, ел тирмәндәре, ҡояш батареялары бында бихисап кимәлдә, шулай уҡ башҡа төр альтернатив энергия сығанаҡтары ла етерлек.
Көн торошо тотороҡло түгел, бер көн эсендә әллә нисә тапҡыр үҙгәрергә мөмкин. Шуға бер ҡасан да урамға зонтикһыҙ сыҡмайым. Улар миңә аптырай, һин бит Рәсәйҙән, йәнәһе лә, бөтөнләй өшөргә тейеш түгелһең. Уларға, беҙҙә бик йылы итеп кейенеп йөрөйбөҙ, йорттар, фатирҙар, бар нәмә йылытыла, тим. Бында һалҡынса көндә лә футболка менән шортыла йөрөргә мөмкин, шуға аптырайым.
Миңә иң йыш бирелгән һо­рау­ҙарҙан – Рәсәйҙә ниңә шул хәтлем араҡыны күп эсәһегеҙ? Ғәҙәттә, барыһын да шаяртыу­ға ҡорам, ә инде, дөрөҫөн әйткәндә, инглиз йәштәре үҙҙәре лә хәмер менән бик дуҫ, урындағы клубтарҙа күргәнем бар. Өфөлә үҙем шәхсән клубтарҙа лаяҡыл иҫергән йәштәрҙе осратҡаным юҡ. Һәм тағы шуға инандым: беҙҙәге ҡыҙҙар күпкә һылыуыраҡ һәм тәрбиәлерәк.

– Уҡытыу системаһы беҙҙекенән ныҡ айырыламы?
– Инглиз юғары белеме сифатлы һәм ауырҙарҙан һанала.
Бында плагиатлыҡ менән етди көрәшәләр, күсереүгә юл ҡуймайҙар. Университет база буйынса эштәрҙе тикшереү өсөн электрон система менән ҡуллана, унда һәр эш йөҙ меңләгән башҡа эш менән сағыштырыла. Пунктуаллек мөһим. Билдәләнгән ваҡытҡа, сәғәтенә, минутына тиклем эшеңде тапшырырға тейешһең. Һуң­ланыңмы, ноль балл ҡуйыла. Бер кемде лә йәлләмәйҙәр.
Рәсәйҙә, мәҫәлән, әҙер диплом, курс эштәренә заказ би­реү популяр. Бында был аҙым­ға барыу хәүефле һәм быға, дөрөҫөн әйткәндә, мөмкинлек тә юҡ. Уҡыу, белем алыу – Англияла модала. Китапха­налар бер ҡасан да буш түгел, ялмы, көнмө, төнмө тигәндәй... Бындағы студенттарҙа уҡыуға ҡараш етди. “Автомат” тигән төшөнсә юҡ, уҡытыусы менән бәйләнеш лекцияларҙа ғына мөмкин, бүтән ваҡыт арала­шыу­ға мөмкинлек юҡ тиерлек.
Дөйөмләштереп әйткәндә, һәр системаның үҙ плюстары һәм минустары бар. Миңә килгәндә, техник вуздар буйынса фекер йөрөтһәң, беҙҙә лә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләнә. Төп бәлә беҙҙең уҡытыу системаһының әҙ финансланыуы, шуға ла беҙҙең кадрҙар сит илдәргә китә.

– Уҡыуыңды тамамлағандан һуң нимә эшләргә йыйынаһың?
– Килешеү шарттары буйынса, мотлаҡ өс йыл Баш­ҡортостанда эшләргә тейешмен. Был иң ҙур теләгем, сөнки күңелеңә яҡын ерҙә эшләргә һәм йәшәргә, үҙ илеңә һәм республикаңа файҙалы булыр­ға кәрәк, тип уйлайым, бәхет асылы минең өсөн шунда.
Британияға китер алдынан ике ай “Салауатнефтехим­ремстрой” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләп өлгөргәйнем, грант яулағанымды белгәс, бер йылға отпуск бирҙеләр, шулай итеп, уҡыуым бөтөү менән эшемә кире ҡайтасаҡмын.
– Маҡсатлы шәхес икәнлегең күренеп тора. Ә бына, әйт әле, маҡ­саттарыңдан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа, бер нимәгә ҡарамай моратыңа ирешергә һиңә нимә ярҙам итә?
– Тормош эреле-ваҡлы төр­лө ҡаршылыҡтарҙан тора. Мин дә үҙ юлымда төрлө күңел­һеҙ хәлдәргә йыш осраным. Тәүге сессия ваҡытында, беренсе имтиханда миңә “өс” билдәһе алырға тура килде, миңә, уҡыу алдынғыһына, был донъя бөткән һымаҡ тойолдо.
Ундай мәлдә айыҡ аҡыл менән эш итеү һәләте юғала, үҙ-үҙеңә ышаныу кимәле кәмей. Бер юл – тынысланыу, бер аҙға үҙ тормошоңдо ситтән күҙәтеү һәм проблема үҙенән-үҙе хәл ителергә мөмкин. Шул ваҡытта миҙалыңдың ниндәй металдан, дипломыңдың ниндәй төҫтән булыуы мөһим түгеллеген аңлайһың, әлеге мәлдә ҡайҙа булыуың һәм маҡсатыңа ирешер өсөн нимә эшләйһең – шул мөһим.
Мәктәптә уҡығанда нефть институтына уҡырға инеү ҙур хыялым булды. Был вузда “блатной”ҙар ғына уҡый, һиңә, ауыл ҡыҙына, унда юл ябыҡ, тинеләр, әммә был төптө хата фекер. Теләк һәм тырышлыҡ булғанда барыһына ла ирешергә мөмкин.
Тағы ла һәр кешенең тормошонда ҙур роль уйнаған кешеләр була. Улар һиңә ышана, йүнәлеш бирә, теге йәки был аҙымға этәргес вазифаһын үтәй. Өсөнсө курсҡа тиклем инглиз теле менән мөнәсәбәт ҡатмарлы ғына ине, репетитор­ға йөрөй башланым. Ирина Илгиз ҡыҙы мине түбәнге кимәлдән күтәрһә, икенсе уҡытыусым – Ирина Анатольевна тел белемемде юғары кимәлгә еткерҙе һәм, скаут лидеры булараҡ, сит илгә волонтер эшенә йәлеп итте. Һәм һәр осраҡта яҡындарымдың, дуҫтарымдың, иң беренсе сиратта, атай-әсәйемдең теләктәш булыуы миңә илһам һәм көс биреп тора.

– Атай-әсәйеңдән нимәлә өлгө алаһың?
– Минең өсөн ғәзиз кешеләрем бар яҡлап өлгө. Уларҙан нисек йәшәргә, эшләргә, тормошҡа, кешеләргә, төрлө күңелһеҙ хәлдәргә ниндәй мөнәсәбәттә булырға өйрәнәм. Тап улар мине һәр мәлде ҡәҙерләргә һәм уға ҡыуанырға өйрәтте. Минеңсә, балаларҙы матди яҡтан тәьмин итеү, уҡыуын күҙәтеү, контролдә тотоу ғына етмәй, уны ихлас күңелдән яратыу, ҡабул итеү, һәләтен күреү, үҫеүенә булышлыҡ итеү мөһимдер. Атай-әсәй һәр бала өсөн иң беренсе дуҫ та. Был яҡтан уңдым, нимә генә булһа ла, улар мине аңлаясаҡ һәм һәр башланғысымда терәк буласаҡ, шуға инанам.

– Буласаҡ тормош иптәшеңде нисегерәк күҙ алдыңа килтерәһең?
– Әлеге мәлдә кейәүгә сығыр­ҙай кешем юҡ. Әммә ғаиләнең кеше йәшәйешенең мөһим өлөшө икәнен тоям. Минең өсөн дә был бик мөһим. Мин бәхетле ғаиләлә тәрбиәләндем, минең ғаилә моделем атай-әсәйемдеке кеүек мөхәббәткә, бер-береңде ихтирам итеүгә һәм ышанысҡа таянасаҡ, быға иманым камил.

– Айһылыу, тиҫтерҙәреңә, ғөмүмән, башҡорт йәштәренә әйтер һүҙең?
– Беҙ киң мөмкинлектәр донъяһында йәшәйбеҙ, нимәгә ирешеүебеҙ үҙебеҙҙән, эшһөйәрлегебеҙҙән, маҡсатҡа ын­ты­­лыусанлығыбыҙҙан ғына тора. Һәр ваҡыт эҙләнеү һәм үҫеш юлында булырға, ваҡытыңды заяға уҙғармаҫҡа тырышырға кәрәк. Ысынбарлыҡ уй-хыялдан ярала, ҡыйыу хыялланығыҙ! Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ һәм мотлаҡ моратығыҙға ирешерһегеҙ!
– Ихлас әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Айһылыу!

Гөлшат ХАЖИЕВА әңгәмәләште.
Ишембай районы,
Биксән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға