08.03.2013 Ҡатын-ҡыҙ нисә бала таба ала?
Матди мөмкинлектәргә һәм социаль-иҡтисади хәленә ҡарап, ғаиләләрҙең 40 проценты икенсе һәм өсөнсө бала табырға теләмәй.
Демография хәлен яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоп, хөкүмәт етәкселеге илебеҙҙә тыуымды арттырыу өсөн барыһын да эшләргә тырыша. ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисә бала табырға һаулығы бармы икән?
Президентыбыҙ белдереүенсә, Рәсәй өсөн өс баланан торған ғаилә норма тип иҫәпләнә. Ә табиптар ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн күпме бала табыу оптималь тип иҫәпләй һуң?
Һәр кемдең организмы төрлөсә. Кемдер биш бала ла таба ала, кемдер берәүгә көс-хәл менән ғүмер бирә. Табиптар сабыйҙарҙы табыу араһын ғына билдәләй ала, уларҙың араһы ике йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Иртә табыу – һәйбәт түгел
18 – 26 йәштә тәүге тапҡыр бала табыу яҡшы осор, сөнки организм формалашҡан һәм гормональ фон да өлгөрөп еткән. ҡыҙҙарҙың енси яҡтан өлгөрөү нормаһы 12 – 13 йәштә. Шулай ҙа 10, 15 – 16 йәштә лә норма тип иҫәпләнә. Был кеше тәбиғәте менән билдәләнә.
Эштә янып йөрөгән һәм диеталар менән һаулығын зарарлаған ҡатындарҙың күреме туҡтарға мөмкин. Тик был иртәләгән климаксҡа бәйле түгел. ҡатын-ҡыҙ яҡшы туҡлана башлағас, күрем циклы яйлана. Түллектең иртә ҡаҡшауы тәбиғәттән килә. Ул кемгә янағанын ҡан анализын тапшырып белеп була.
ҡатын-ҡыҙ бер йыл даими енси тормоштан һуң ауырға уҙа алмаһа, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр инде йәше 35-кә етһә, хафаланырға урын бар. Табиптар түлһеҙлектән дауаланырға ике йыл ваҡыт бирә. Был осраҡта ла ауырға ҡала алмайһығыҙ икән, яһалма ауырға ҡалыу тураһында уйланырға ваҡыт.
Оло йәштә бала табыусылар
Тормошта олоғайған көндәрендә лә бала табыусылар йыш осрай. Мәҫәлән, элекке ауыл хужалығы министры Елена Скрынник – 51 йәштә, РФ-ның халыҡ артисы, танылған балерина Илзе Лиепа – 46 йәштә, актриса Ирина Безрукова 47 йәштә бала тапты. Бындай миҫалдар буйға уҙа алмаған гүзәл заттарҙы ҡанатландырып ебәрер, моғайын. Ләкин эш, вазифа, карьера баҫҡысы буйлап үҫеү тип кенә бала табыуҙы кисектерергә ярамай. Һәр ҡатын, әллә ҡайҙан мөғжизә көтөп ятҡансы, 40 йәшкә тиклем ауырға ҡалырға тейеш. Балаларҙың һаулығы нисә йәштә табыуға ла ҡарай, ти белгестәр. 40 йәштән һуң тапҡан сабыйҙарҙың тән ауырлығы әҙ булыуы, күҙ ауырыуҙары көсәйеүе ихтимал. Шулай уҡ күп ваҡыт улар үҙҙәре таба алмай, баланы ҡорһаҡтан ярып алырға тура килә. Сирле тыуған балалар был яһалма ысул менән донъяға килгәндәр араһында күп.
Һандар ни һөйләй?
v 35 йәштә ауырға ҡалыу мөмкинлеге 20 йәшкә ҡарағанда ике тапҡырға аҙ.
v Балаға уҙа алмау буйынса табиптарға мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 40 процентының проблемаһы кәүҙәһенең артыҡ ауырлығы менән бәйле.
v Белгестәр фекеренсә, һәр ваҡыт стресс кисереүсе, бизнес менән шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында һуңғы йылдарҙа бала таба алмаусылар йышыраҡ осрай.
v Буйға уҙа алмауҙа ҡатын-ҡыҙҙарзың ғына түгел, түлһеҙ ирҙәрҙең дә ғәйебе бар.
* * *
Башҡортостан тыуым кимәле буйынса Волга федераль округында дүртенсе урында тора.
Былтыр республикала 1 мең кешегә 14 яңы тыуған сабый тура килгән, тип белдерә статистика хеҙмәте.
Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи артымы 7 төбәктә күҙәтелгән. Иң юғары күрһәткес Татарстанда – 9 мең 23 кеше. Артабан Башҡортостан – 5 мең 617 һәм Удмурт Республикаһы – 3 мең 718 кеше.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА әҙерләне.