«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы



08.03.2013 Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы

Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов граждандарҙы ҡабул итте
Яңыраҡ РФ Дәүләт думаһы депутаты Марсель Йосопов “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Мед­ведевтың Башҡортостан Респуб­ликаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Марсель Йосопов Дәүләт Дума­һының Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитеты ағзаһы булһа ла, халыҡ уға көнитмешебеҙҙең бөтә тармаҡтарына ла ҡағылышлы һорауҙар менән килә. Депутат уларҙың һәр береһенә ҙур иғтибар биреп, һәр кемгә ярҙам итеү сараһын табырға тырыша.
Әлеге осрашыуға килеүселәр ҙә бик күп проблеманы күтәреп сыҡты. Шәхси гараждар аҫтындағы ер участкаларын законһыҙ тартып алыу, “резина” йорттар, законһыҙ рәүештә фатирҙан сығарыу кеүек мәсьәләләр бөгөн айырым кешеләргә генә түгел, бик күптәргә ҡағыла. Шуға ла был проблемаларға айырыуса иғтибар кәрәк. Мәҫәлән, Мәләүез районы вәкилдәре Марсель Йосоповҡа элек күсерелгән ауылдарҙың проблемалары менән мөрәжәғәт итте. Нөгөш һыу һаҡлағысын төҙөгән ваҡытта икенсе ергә күсерелгән ауыл халҡы ҡайтанан үҙ яғына ҡайтып йәшәргә теләй. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында улар әлегә был хыялдарын тормошҡа ашыра алмай. Әлбиттә, күсерелгән ауылдарҙы тергеҙеү – бик сетерекле һәм күптәрҙе борсоған мәсьәлә. Депутат әлеге мәсьәләне иғтибар үҙәгенә алды һәм билдәле ваҡыт эсендә халыҡҡа яҙма рәүештә яуап биреләсәк. Шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, етем һәм инвалид балалар өсөн йәйге ял ойошторорға ярҙам итеү үтенестәре менән дә килеүселәр булды.
Халыҡ менән осрашыу-кәңәшләшеү бер тапҡыр ғына ойошторола торған сара түгел – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов граждандарҙы артабан да ҡабул итәсәк. Уға ярҙам йәки кәңәш һорап барыусылар 8 (347) 276-12-90, 276-51-81 телефондары буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратып, осрашыуға килеү өсөн алдан яҙыла ала. Депутаттың ҡабул итеү бүлмәһе телефоны – 8 (347)276-20-41.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға