08.03.2013 Атлы принц булмаһа ла…
Хәҙер мөхәббәт романтикаһы һүрелә төштө, тигән булалар. Йәнәһе, егеттәр тәҙрә төбөнә килеп, серенада ла йырламай, буласаҡ кәләш оялсан ғына итеп кейәүенән күҙен йәшермәй, ике арала мөхәббәт хаттары ла йөрөмәй һ.б. Юҡ шул, ғашиҡтар һәр ваҡытта ла ғашиҡ булып ҡала һәм бөгөн дә Ләйлә-Мәжнүн, Таһир-Зөһрәләр бар.
Ошо көндәрҙә генә Өфөнән бер егет һөйгәненә иҫ киткес матур сюрприз эшләй. ҡала ситендәге баҡсаһына барып, ҡарҙы йырып “Миңә кейәүгә сыҡ!” тип яҙа ла… пилоты менән бергә вертолетты ҡуртымға алып, ҡыҙҙы осоп килергә саҡыра. Вертолет теге баҡса тәңгәленәрәк барып еткәс, ҡыҙ яҙыуҙы ла күреп ҡала, ул да булмай, егет балдаҡ та һона.
Бындай ҙа үҙенсәлекле тәҡдим яһаусынан баш тарта буламы кеше! Ергә инде ҡыҙ менән егет буласаҡ кейәү-кәләш булып килеп төшә.
Әйткәндәй, егеткә был “эше” ни бары 10 мең һумға ғына барып баҫа (балдаҡ хаҡынан тыш, әлбиттә). Нимә, һөйгәнең өсөн аҡса йәлме ни?! Ғашиҡтар, әле вертолеттар осоп тора ул…