«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Исеме есеменә тап килә



08.03.2013 Исеме есеменә тап килә

Исеме есеменә тап килә
Өфө кооператив техникумын тамамлаған Нәзилә Ғәзизова райпо системаһында, ревизорҙан баш бухгалтер вазифаһына тиклем үрләп, 32 йыл эшләй.
– Ул ваҡытта райпо системаһында район буйынса меңдән ашыу кеше эшләне. Совет заманында магазиндарҙың «блатной» ваҡыты ине. Бөтә ерҙә лә хаҡтар бер иш булды. Йәш саҡ, дәртләнеп, гөрләп, ҡайнап эш­ләнек. Халыҡ бөтә нәмәне тик магазиндан алғас, һатыусылар ихтирам тойҙо, – ти, ул йылдарҙы һағынып, Нә­зилә Зиннәт ҡыҙы.
Донъя үҙгәреп, райпо системаһы тарҡал­ғас, Нәзилә Ғәзизова үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Тормош иптәше ҡотдос Мәһәҙи улының ҙур ярҙамы менән ашхана төҙөп ебәрәләр. Нәзилә Зиннәт ҡыҙы етәкләгән «Ирәндек» ашханаһында ике сменала 11 кеше эшләй. Бында туй, юбилей, осрашыуҙар даими үткәрелеп тора. Көн дә туҡланып йөрөгән эшселәр ҙә аштың тәмле, ярайһы арзан булыуы менән ҡәнәғәт.
ҡотдос ағай менән Нәзилә апай 1983 йылда өйләнешә. Өс балаға ғүмер биреп, инде Эльвира һәм Ай­гизде башлы-күҙле иткәндәр, ейәнсәрҙәре үҫә. Бөтә ғаилә ағзалары эштә саҡта, 10-сы класта тик яҡшы билдәләргә өлгәшеүсе Гөлназ өйҙә төп хужа.
– Тормош иптәшем – бөтә яҡтан да ми­­нең ҙур терәк-таянысым, кәңәшсем. Эшемде хуплап, дәртләндереп то­роусы ла ул, – тип ҡыуанысы ме­нән бүлешә Нәзилә апай.
Районда тик изге эштәре менән данлы, «Энерготехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры ҡотдос Мәһәҙи улы бер нисә саҡырылыш район советы депутаты итеп һайлана. Алмаштырғыһыҙ, һүҙен һүҙ итә торған депутат үҙ биләмәһендә халыҡтың оло ихтирамын яулаған. Киң күңелле Ғәзизовтар дини байрамдарға ҙур ихласлыҡ менән ҡарай. Әле унда, әле бында ҡорбан салдырып, халыҡты һыйлайҙар.
Нәзилә һәм ҡотдос Ғәзизовтар Асҡар ауылының Көнсығыш биҫтәһендә иркен, заманса зауыҡ менән эшләнгән йорттарында бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу ғүмер кисерә. Туғандары, дуҫтары араһында ла ҙур ихтирам яулаған улар. Нәзилә апай эшенә ҙур ҡәнәғәтлек менән бара, сөнки үҙе туплаған татыу, берҙәм коллективта уны ҡәҙер итеп, ихлас ҡаршылайҙар.
Нәзилә Ғәзизованың хеҙмәт ҡаҙаныштарын райпо системаһындағы Рәсәй үҙәк берләшмәһенән бирелгән Почет грамотаһы, РФ ҡулла­ныусылар йәмғиәте ветераны билдәһе, министрлыҡтан, район со­ветынан бирелгән һанап бөткөһөҙ Маҡтау ҡағыҙы раҫлай.
Күптән түгел Нәзилә Зиннәт ҡыҙы матур юбилейын билдәләне. Уны ысын күңелдән ғаиләһе, туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡотланы. Һәр кем менән итәғәтле аралаша белгән, сабыр холоҡло Нәзилә апай ҙур ихтирамға лайыҡ. Сөнки ул үҙен уратҡан кешеләргә күңел йылыһын биргән, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған яратҡан ҡатын, һөйөклө, хәстәрлекле әсәй, өләсәй, хөрмәтле ҡәйнә. Уның исеме лә есеменә тап килгән. Нәзилә һөйкөмлө, нәфис тигәнде аңлата.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға