«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыш үтте инде…



08.03.2013 Ҡыш үтте инде…

Баш ҡалабыҙ Өфөлә әллә күпме яңы гипермаркет асылһа ла, күпселек халыҡ аҙыҡ-түлекте баҙар­ға барып, һатыусылар менән һөйләшеп-кәңәшләшеп алыуҙы хуп күрә. Бигерәк тә ит һәм һөт аҙыҡтарын алыу өсөн баҙарҙан да шәберәге юҡ, тип һанаусылар күп. Етмәһә, баҙарҙа ауылдан килеп, үҙенең тауарын һатып тороусыларҙы табырға була.
Һуңғы ике ай эсендә Өфөнөң Үҙәк баҙарына юл төшмәйерәк торҙо. Баҙар хаҡтарын биреүҙе лә туҡтатыңҡырап торҙоҡ. Был инде ҡышын аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың ҡырҡа үҙгәрмәүенә лә бәйле, тип әйтергә кәрәк. Шөкөр, быйылғы ҡышты әллә ни хаҡ артыуға тарымай ғына үткәрҙек. Үткән йыл ҡоро ғына килһә лә, йәшелсәләрҙең хаҡы ла артыҡ “тешләшмәне”.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 5 мартҡа бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелгән.

Хаҡтар – һумда

Картуф 20 − 25
Кәбеҫтә 18 − 22
ҡыҙыл сөгөлдөр 17 − 22
Һуған 17 – 25
Кишер 20 − 40
Помидор 115 − 130
ҡыяр 200 − 230
Һыйыр ите 270 – 330
Һарыҡ ите 300 – 350
Тауыҡ ите 85 – 130
Тауыҡ боттары 95 – 100
Тауыҡ ите 95 – 135
Һыйыр бауыры 160 – 170
ҡаҙ ите 270 – 300
Ауылдан килтерелгән бер тауыҡ түшкәһе 300 – 350
ҡаҙы 750 – 770
Күркә ите 270 – 300
0,7 литрлыҡ банкалағы ауыл ҡаймағы 120 −140
Ауыл эремсеге 130
Бер шешә “Шишмә” үҫемлек майы 75 – 81

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға