«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ТӨРКСОЙ ойошмаһы премия тапшыра



12.03.2013 ТӨРКСОЙ ойошмаһы премия тапшыра

Бөгөн Төркиәнең Анкара ҡалаһының Дәүләт художество музейында Моҡан Түләбаев исемендәге йылды рәсми асыу тантанаһы бара. Унда ҡаҙағстан Республика­һынан делегация, ТӨРКСОЙ илдәренең мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре һәм журналистар ҡатнаша.
Уҙған йылдың сентябрендә ТӨРКСОЙ ойошмаһы билдәле композитор Моҡан Түләбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 2013 йылға уның исемен бирергә ҡарар иткәйне. Был шәхес ҡаҙаҡ милли музыкаһы үҫешенә тос өлөш һалған. Ул – ҡа­ҙағстандың Дәүләт гимнының элекке вариантының авторы, Е. Бру­силовский менән бергә “Амангилде” операһын яҙған. Композиторҙың эшмәкәрлеге бихисап дәүләт наградаһы менән билдәләнгән.
Артабан журналистика өл­кәһендә ТӨРКСОЙ премияһы тапшыраласаҡ. Ун ике лауреат араһында “Төркауаз” тапшырыу­ҙары авторы (“Юлдаш” радиоһы) Сәмиға Ғафарова ла бар. Яҡташы­быҙҙы ҡотлайбыҙ!

Азат СӘЛИХОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға