«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » 12 йәшлек енәйәтсе



12.03.2013 12 йәшлек енәйәтсе

Байрамдарҙы беҙҙә нисегерәк үткәргәндәрен һөйләп тороу кәрәкмәй. Киң ҡолас менән, өҫтәл тултырып, бөтә көс-ҡеүәткә һ.б.
ҡырмыҫҡалы районында ла һуңғы байрамды, йәғни 8 Мартты, бер ир бик “яҡшы” башлаған. Баш­лағас, ул дауам да ителә бит. Төнгә табан иҫерек башҡа нимәлер етмәй ҡалғаны билдәле булған. 39 йәшлек ир шулай итеп яҡындарын “ҡотларға” уйлаған – 80 йәшенә етеп килгән өләсәһен, 53 йәшлек әсәһен һәм 47 йәшлек ике туған апаһын туҡмарға тотонған. ҡатындар өйҙәге бәләкәй балаларҙы алып сығып ҡасҡан, ә бына 12 йәшлек үҫмер малай ҡал­ған. Ағаһының вәхшилеген күреп, ул ирекһеҙҙән бы­саҡҡа йәбешкән дә арҡа­һына сәнскән. Һө­ҙөмтәлә ҡоторған ир үлгән.
Әле үҫмерҙе дауаханала психиатр-психологтар тикшерә. Йыртҡыслыҡҡа йыртҡыслыҡ менән яуап биргән малай ғәйеплеме? Әллә быға тиклем дә хөкөм ителгән ағай кешенән яҡындарын туҡматмау ниәтенән ҡулына бысаҡ алған бала ғәйепһеҙме?

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға