«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Ауыл балаһының тәбиғәттән килгән көсө бар”



12.03.2013 “Ауыл балаһының тәбиғәттән килгән көсө бар”

“Йәшлек” гәзите килеп торһа, “Юлдаш” каналы һөйләһә – донъябыҙ түңәрәк, улар беҙҙең серҙәш һәм рухташ, тигәйне гәзитебеҙҙең дежур телефонына шылтыратыусы. Эйе, ”Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы күптәрҙең яратҡан юлдашына әүерелгән. Һис шикһеҙ, бында уның баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Тәнзилә Үлмәҫбаеваның да өлөшө ҙур. Ул эфирға сыҡҡан һәр тапшырыуҙы йөрәге аша үткәрә, хатта иң талапсан тыңлаусының күңеленә юл эҙләй.
Тәнзилә Абдулла ҡыҙы хеҙмәт юлын Башҡортостан радиоһында хәбәрсе булараҡ башлай. 1994 йылдан алып “Даирә” ижад берекмәһен етәкләй. 2000 йылдан – Башҡортостан радиоһының баш мөхәррире. Донъяға етди ҡарашлы, талапсан, шул уҡ ваҡытта һәр хеҙмәткәре хаҡында хәстәрлек күреүсе һоҡланғыс ханым ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләй.
– Күгәрсен районының Әлмәс ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, илдең баш ҡалаһында белем алғас, Өфөлә төпләнергә ҡарар итә. Ул ниндәй ҡаршылыҡтарға осрай?
– Ауыл балалары ҡала тормошон, үҙенсәлектәрен һәм ҡағиҙәләрен белмәй килә. ҡалала тәбиғи мөмкинлектәр сикләнгән, ауыл балаһының төп проблемаһы – ана шуларға яраҡлаша алмау. Минең кеүек төпкөлдән сыҡҡан кешегә айырыуса ауырға тура килә. Был психологик йәрәхәт менән берҙер ул. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл балаһының тәбиғәттән килгән көсө бар, тағы ла ул бик тырыш һәм маҡсатлы. Ана шул өс таған миңә бик ярҙам итте.
Ауылдан сығып киткәс, мин ни өсөн ошо ҡалала йәшәргә тейеш түгелмен әле, тип уйлай башланым. Ижад итергә теләйем икән, миңә шундай мөхит кәрәк. Етмәһә, холҡом ауыл тормошона бөтөнләй тура килмәй. Ундағы күп эш-һөнәр ят, һыйыр һауа, бесән саба белмәйем. Был атай-әсәйемдең, апай­ҙарымдың ҡурсалап үҫтереүе һөҙөмтәһелер, моғайын. Бәләкәй саҡта сирле булыуым да йоғонто яһағандыр.
Күңелем ҡала ерлегенә тартылды, мөмкин булғандың барыһын да үҙ ҡулдарым менән эшләнем, эргәмдә фәрештәләй ҡурсалаусыларым булды. Шөкөр, ғүмерем буйы янымда ярҙам итерҙәй өлкән ағай-апайҙар бар. Шул юлдан үткәнгә күрә ҙур ҡалаға килгән һәләтле, эшкә атлығып торған ҡыҙҙарға һәм егеттәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙермен. Йәштәрҙә үҙ көстәренә ышаныс тәрбиәләү, күңелдәре һүрелгәндә ҡанат ҡуя белергә кәрәк.

– Тәнзилә Абдулловна, бала саҡта нимә тураһында хыяллана инегеҙ?
– Тау башына менеп, урман эсенә инеп, яңғыҙлыҡта хыялланырға ярата инем. Ғөмүмән, миңә тәбиғәт бик яҡын, күп кеше булған урындарҙы яратмайым. Тормошомдо ҙур ҡала менән бәйләү, бер яҡтан, уйлап ҡараһаң, контраст. Журналистикаға килеүемдең сәбәбе – бала саҡтан уҡ матур итеп һөйләгән кешеләрҙе тыңларға яратам. Кешенең эс серҙәрен, проблемаларын тыңларға, әгәр ҙә мөмкин булһа, уны хәл итергә тырыша инем. Насар өлгәшкән синыфташтарымды ҡыйырһытһалар, һәр саҡ уларҙы яҡлаштым. Бәләкәй саҡтан көрәшсемен.

– Яҙмыш әҙәм балаһын төрлөсә һынай, сыныҡтыра. Тормошоғоҙҙа һынылыштар күп булдымы?
– Тормош – ул үҙе көрәш. Радиола егерме бишенсе йыл эшләйем, ошо осорҙа төрлө осраҡтар булды. Ике баланы рәттән табып, декрет ялынан сыҡҡас, компания етәкселеге мине үрләтергә булды. Радионың иң ҙур редакцияһы – ижтимағи-сәйәси бүлекте етәкләй башлағас, тәүге ҡаршылыҡ менән осраштым. Ауыл балаларында бер ҡатлылыҡ тигән һыҙат бар, кешегә тиҙ генә асылып барабыҙ. Беренсе барьер – бер үҙемде редакцияла ҡалдырып киттеләр. Балыҡ йә ярҙа ҡала, йә әмәлен табып, һыуҙа йөҙөп китә…
Баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгәс, икенсе һынылыш булғандыр. Шундай уҡ тиерлек хәлдә ҡалдырҙылар. Нимә мөмкин – бөтәһенән дә ваз кистерҙеләр. Ике осраҡта ла урынымды һаҡлап ҡалғанмын һәм кешелек сифаттарымды юғалтмағанмын икән, тимәк, үҙемде ошо урында эшләй алам тип иҫбатлағанмын. Батырырға теләүселәр “тырышлығы” менән бөгөн күпкә көслөмөн. Уларға рәхмәтлемен, һау булһындар.

– Яҡшы етәксе булыуҙың сере нимәлә?
– Тәжрибә кәрәк. Ул тәү сиратта ҙур тормош мәктәбен үтергә, ҡайҙа һәм кем менән эшләй алғанын аныҡ аңларға тейеш. Коллективты туплай белеүе шарт, уның менән бер фекерҙә булһын һәм бер юлдан йөрөһөн. Һәр хәлдә, мин коллективтағы һәр кемгә ышана алам. Миңә шуныһы мөһим. Эфирҙа ниндәйҙер хилафлыҡ булыр тип уйламайым. Бер-береңә ышанып эшләргә кәрәк.

– Радиола дәрте урғылып торған сағыу идеялы журналистар эшләй. Ә бына яңы хеҙмәткәр ҡабул иткәндә уның ниндәй сифаттарына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Эш һорап килгән кешенең күҙенә ҡарайым. Унда бөтә һорау, яуап, эске тойғолары яҙылған. Кешелеклелеге, алдашыуы, йүнселлеге, холҡо-фиғеле күҙҙәрҙә һәм тауышта асыҡ сағыла.
Радионың үҙенсәлеге нимәлә һуң? Кеше үҙе күренмәй, тауышы эфирға сыға, ул тыңлаусының күңеленә ятырға, ышаныс тыуҙырырға тейеш бит.
Тик профессионалдарҙы эшкә алырға тырышам. Танышлыҡ буйынса журналистикаға килеүселәрҙе өнәмәйем. Йыш ҡына теге йә был кешене эшкә алыуымды һорап шылтыраталар, әммә уларҙан баш тартам. Йәшермәйем, “өҫтән” алырға ҡушылған бер-ике хеҙмәткәр бар, әммә улар өсөн миңә оят түгел, эшкә алыуыма үкенмәйем. Улар килгәс тә үҙҙәрен ыңғай яҡтан күрһәтте, бөгөн үҙ һөнәренең оҫталары.

– Эштә һеҙ етәксе. Ә йортоғоҙҙоң тупһаһын аша атлағас, ниндәй ҡатын-ҡыҙға әйләнәһегеҙ?
– Бик бәхетле! Өйҙә мине бәләкәс кенә ейәнсәрем көтөп тора.

– Өләсәй булыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
– Рәхмәт! Кескәй генә йомғаҡты ҡулыма алыу менән эштәге бөтә проблемаларым, юбилейҙы үткәреүгә бәйле ығы-зығы онотола. ҡатын-ҡыҙҙы айырыуса сабыйы ҡотҡара, баланың балаһы икеләтә татлы икән. Ул күңелде йомшарта, донъяның мәшәҡәттәренән тыш күңелле мәлдәр ҙә бар икәнлеген иҫкә төшөрә.

– Тормош иптәшегеҙ – Башҡортостандың халыҡ артисы, диктор һәм алып барыусы Әхәт Мотаһар улы Мортазин менән…
– … иңгә-иң терәшеп йәшәүебеҙгә 25 йыл булып киткән. Ике бала үҫтерҙек. Ул – минең тапшырыуҙарҙы, мин уның сығыштарын күҙәтәбеҙ, теүәл баһа бирәбеҙ. Шөкөр, бер-беребеҙгә терәк-таянысбыҙ. Ә өйҙә эш темаһына бик һөйләшеп бармайбыҙ.

– Бөгөнгө радио тыңлаусының йөҙөн ниндәйерәк итеп күҙ алдына баҫтыраһығыҙ?
– Урта йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙ тип күрәм. Тыңлаусыларҙы бөтә үҙгәрештәр, яңылыҡтар ҡыҙыҡһындыра. Был ҡыуаныслы хәл, сөнки туҡһанынсы йылдарҙағы журналистика менән сағыштырһаң, унда халыҡҡа бер нәмә лә ҡыҙыҡ түгел ине.

– Һеҙгә лә халыҡ ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итә…
– Эйе, бөгөн халыҡтың баш төртөрлөк урыны юҡ. Урындағы чиновниктар ябай ғына һорауҙарҙы ла хәл итмәй. Ни өсөндөр улар халыҡтың көнитмешенә, аһ-зарына битараф ҡала.
Чиновниктар үҙ-ара туған-тыумаса, дуҫлыҡ мөнәсәбәте менән бәйләнгән. Ошо бәйләнеш өҙөлмәй тороп, беҙ халыҡҡа яҡын була алмайбыҙ. Журналистар, уларға ҡарағанда, халыҡҡа күпкә яҡын. Тик беҙ һүҙ менән эшләйбеҙ, ҡайһы саҡ проблеманы хәл итеп булмай. Ярҙам күрһәтәбеҙ икән – һәйбәт күренеш.

– Тәнзилә Абдулловна, “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға һәм “Юлдаш” каналын тыңлаусыларға әйтер һүҙегеҙ...
– Тормошта ниндәй генә хәлдәр булһа ла, уның ыңғай яғын күрергә тырышһындар. Үҙ-ара изге мөнәсәбәттә булһындар һәм кешелек сифаттарын юғалтмаһындар.

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға