«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фәрештә менән осрашыу



12.03.2013 Фәрештә менән осрашыу

Бер иҫ киткес матур, изге күңелле, йомарт ҡыҙ йәшәгән һәм мөғжизә, фәрештәләр барлығына ышанған. Йөрәге бар донъяға асыҡ булған.
Мөғжизәгә бик ныҡ ышанғаны өсөндөр ҙә бер ваҡыт ул, ысынлап та, фәрештәне осрата. Һәм фәрештә уға:
– Һәр ваҡыт шулай бәхетле бул! һинең өсөн нимә эшләүемде теләр инең? Нимә хаҡында хыялланаһың? – ти.
ҡыҙ матур итеп йылмая ла үҙенең иң ныҡ теләгән хыялын әйтә:
– Бик яҡшы егетте осратһам ине. Уның сәстәре бөҙрә, тауышы һушты алырлыҡ булһын һәм гитарала матур итеп уйнай белһен. Уның менән өйләнешеп, аҡыллы һәм матур өс ҡыҙыбыҙ булыуын теләйем. Беҙҙең өйөбөҙҙән һәр ваҡыт балаларыбыҙҙың һәм үҙебеҙҙең көлгән тауыштар ғына ишетелһен. Ирем менән икебеҙҙең аралағы мөхәббәт көндән-көн көслөрәк һәм яҡтыраҡ була барһын…
Фәрештә үҙ юлы менән китә. Күп тә үтмәй, ҡыҙ үҙе теләгән моңло тауышлы егетте осрата. Ул гитараһына ҡушылып, ҡыҙға матур йырҙар йырлай һәм улар икеһе лә бик бәхетле була.
Тағы бер аҙ ваҡыт үтә. Йәш ғаиләнең спорт яратҡан өс улы тыуа. Ир менән ҡатындың тормоштары төрлөсә үтә: бер ҡараһаң, шатлығы ла, икенсе яҡтан, ҡайғыһы ла булып тора. Ғүмер шул тиклем тиҙ үтә, шуғалырмы ҡатын йәшлегендәге теге хыялы хаҡында тормош ығы-зығылары менән бөтөнләй онота. Әммә бер көндө ул теге фәрештәне тағы осрата.
– Ни өсөн вәғәҙәңде үтәмәнең? – тип асыулана ҡатын уға. – Мин бит һинән ҡыҙҙарым булыуын һорағайным һәм ирем менән икебеҙҙең аралағы мөхәббәттең ялҡын булып яныуын теләгәйнем. Ә ул яныр урынға бөтөнләй һүнеп бара тиерлек.
– Һин бит үҙең дә әйткән вәғәҙәңде үтәмәнең. Мин бит һиңә, һәр ваҡыт бәхетле бул, тигәйнем, – тигән фәрештә.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға