05.03.2013 Уның яҙмышы беҙҙең өсөн өлгө
Әбүбәкер ауылының арҙаҡлы шәхесе, районда колхоз хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе, төрлө юғары етәксе вазифаларҙа бөтә көсөн биреп эшләгән, районда һәм Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып илебеҙҙең иң ҙур наградаһы – Ленин орденына лайыҡ булған, тормошта үҙенең яҡты эҙен ҡалдырған Хәйретдин Мостаҡ улы Сынбулатовҡа ошо көндәрҙә 108 йәш тулған булыр ине.
Яҙмыш уға бала саҡтан ҡаты һынауҙар ҡуя: алты йәшендә генә ғәзиз әсәһе вафат була, тағы ла биш йылдан атаһын юғалта. Үкһеҙ етем ҡалған Хәйретдин бер аҙ туғандары тәрбиәһендә була. Һуңынан, 12 йәше тулғас, уны Федоровка ауылынан Пузиков фамилиялы байға ялсы (батрак) итеп бирәләр. Хәйретдин олатайҙың һөйләүе буйынса, бында унан башҡа ялсы тотмағандар, ул йорт эштәрен дә башҡара, ер ҙә һөрә, иген дә сәсә, йәй етһә, малға бесән әҙерләй. Пузиков та, уның ҡатыны ла, тырыш малайҙы үҙҙәренең улы һымаҡ күреп, бер ваҡытта ла йәберләмәгән. 1921 – 1927 йылдарҙа ул Йылайыр районының Һынташ ауылында батраклыҡта йөрөй. Ваҡыты еткәс, егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Үзбәкстан ССР-ының Дүшәнбе ҡалаһында 80-се кавалерия полкында хеҙмәт итә, баҫмасыларға ҡаршы һуғыша. ҡайтҡас, ауылда төрлө эштәрҙә эшләй, колхоз төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша, Хәйбулла районының эске эштәр бүлегендә эшләй. 1934 йылда Хәйретдин Сынбулатовты «Игенсе» колхозының рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо яуаплы вазифаны башҡарыу осоронда уның эште ойоштороу һәләте асыҡ сағыла. Бер нисә йыл рәттән йылдың ауыр килеүенә ҡарамаҫтан, бөртөклө культураларҙан колхозда ҙур уңыш үҫтереп алалар, гектарынан 150 бот иген йыйып, хөкүмәткә тапшыралар. Ошо юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн 1936 йылдың 3 ғинуарында Хәйретдин Сынбулатов һәм райондың баш агрономы Хөсәйен Абдуллин СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма комитеты Указы буйынса Ленин ордены менән наградлана.
Хеҙмәт юлында «Һаҡмар» МТС-ы директоры вазифаһында ла эшләй Хәйретдин Мостаҡ улы. Башҡортостан Юғары Советының беренсе саҡырылыш депутаты итеп тә һайлана, колхозсы-ударниктарҙың VII Бөтә Рәсәй съезына делегат булып та бара. Халыҡ депутаттарының Хәйбулла районы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Хәйретдин Сынбулатов хәрби хеҙмәткә алына һәм Еңеү көнөнә тиклем утлы яу юлын үтә. Бөйөк Еңеү яҙы килгәс тә, хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1945 – 1946 йылдарҙа 91-се сәйәси бүлектең хәрби госпиталенең начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Батыр яугир, гвардия капитаны Хәйретдин Сынбулатов хәрби батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, күп кенә миҙал менән наградлана. Һуғыштан һуңғы тыныс ваҡытта Хәйбулла районының ҡулланыусылар йәмғиәте (райпотребсоюз) рәйесе булып эшләй, йәнә лә колхоз рәйесе итеп һайлана. 1952 йылда ҡаты ауырыуы сәбәпле эшенән китергә мәжбүр була һәм Әбүбәкер һөтсөлөк фермаһы мөдире вазифаһында, төрлө еңел эштәрҙә эшләп хаҡлы ялға сыға.
Хәйретдин Мостаҡ улы райондың мәҙәниәт үҫешенә лә тос өлөш индерә. Уның инициативаһы буйынса район тарихында беренсе тапҡыр Аҡъяр ауылында типовой кинотеатр, Әбеш һәм Ивановка ауылдарында ете йыллыҡ мәктәптәр үҙ ишеген аса.
Хәйретдин олатай – хәстәрлекле, күңелсәк кеше, ҡайҙа эшләһә лә, коллективта ҙур абруй ҡаҙана. Ул үҙенең күркәм холҡо, ойоштороу һәләте менән тағы ла юғарыраҡ вазифалар биләрлек кеше ине, бары тик бала иңе күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар аша буй еткереп, уҡый алмауы ғына ҡамасаулай. Ә беҙ, ауылдаштары, ҡәҙерле, ярҙамсыл һәм яратҡан кешебеҙҙе онотмайбыҙ, сөнки ул һәр кемде тормош һәм хеҙмәтте яратырға, алдашмаҫҡа һәм дөрөҫ һөйләргә өйрәтте.
Марат МӘМБӘТОВ.
Хәйбулла районы,
Әбүбәкер ауылы.