«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күп балалы ғаиләләр ерһеҙ ҡалмаясаҡ



05.03.2013 Күп балалы ғаиләләр ерһеҙ ҡалмаясаҡ

Күп балалы ғаиләләр ерһеҙ ҡалмаясаҡ
Башҡортостанда өс һәм унан да күберәк бала йә­ки инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы биреү эше ярайһы ғына әү­ҙем бара, тип билдәләргә була. Яңыраҡ “Бер­ҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йә­мәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә ошо темаға ҡағылышлы брифинг үтте. Республикабыҙ хал­ҡының, журналистарҙың һо­рау­ҙарына Башҡор­тостан Рес­публи­каһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рәфит Йәғәфәров яуап бирҙе.
Йорт төҙөү өсөн бушлай ер алыу хоҡуғына граждандарыбыҙҙың бер нисә категорияһы эйә. Әммә бөгөн күп бала тәрбиәләүселәргә, инвалид бала ҡараусы ғаиләләргә иғ­тибар айырыуса ҙур. БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәре бу­йынса, әлеге көндә республикала күп балалы 36389 ғаилә бар. Уларҙың 16835-е бушлай ер алыу өсөн ғариза тапшыр­ған. Был дөйөм һандың 45 процентын тәшкил итә. Әлбиттә: “Ниңә хоҡуғы булғандар­ҙың барыһы ла ер алырға тырышмай икән?”− тигән һорау тыуа. Эш шунда – йорт төҙөү бөтә ғаиләләр өсөн дә мөмкин булған эш түгел. Һәр кем юрғанына ҡарап аяғын һуҙа.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса ер алыусылар байтаҡ ҡына – республикала 7128 ғаилә. Тағы ла өс меңдән ашыу участка әҙерләнә, яҡын арала улар ҙа хужаларына тапшырыласаҡ. Инвалид бала тәрбиәләүсе 1319 ғаилә участка алған.
Брифингта участкалар буйынса халыҡ араһында иң йыш осраған һорауҙарға яуаптар бирелде. Мәҫәлән, күптәрҙе был ерҙе һатып буламы-юҡмы икәнлеге ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, был мөмкин, әммә шуныһын да һәр кем аңларға тейеш – участка, балаларҙы ла иҫәпкә алып, дөйөм өлөшкә бирелә. Бәлиғ булмаған балаларҙың мөлкәтен һатыу инде айырым ҡағиҙәләргә таянып башҡарыла. Әйткәндәй, бәлиғ булғанға тиклем ошо Закон буйынса ер участкаһында өлөшө булған балалар 18 йәше тулғас тағы ла бер тапҡыр бушлай ер алыу хоҡуғын юғалтмай. Һәм тағы ла шуныһы: һәр береһенә ер етерме икән? Брифингта билдәләүҙәренсә, ер беҙҙә етерлек. Тик шуныһы ғына эште тотҡарлап тора: ерҙе участкаларға бүлеп, граждандарға таратыу ваҡыт һәм сығымдар талап итә торған эш. Шуға ла исемлеккә эләккән бөтә кеше лә участканы тиҙ генә ала алмай, әммә был эш артыҡ оҙаҡҡа ла һуҙылмай. Атап әйткәндә, йорт төҙөү өсөн ер участкаларын әҙерләгәндә йыш ҡына ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең категорияһын үҙгәртергә тура килә. Тап ошо эште башҡарып ҡына ауылдар, ҡалалар киңәйтелә.
Өфөлә был мәсьәлә нисек хәл ителә һуң? Шөкөр, баш ҡалала ла күп балалы ғаиләләр етерлек һәм уларҙың һәр береһе тиерлек участка алырға теләй. Әлбиттә, был ғаилә­ләр­ҙең бөтәһенә лә ҡала уртаһында участка табып булмаясаҡ. Шуға ла проблеманы хәл итеү юлын тапҡандар − Өфө халҡы участкаларҙы яҡын тирә райондарҙан аласаҡ. Мәҫәлән, ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Иглин, Өфө райондарынан.
Участка алыу – бер эш. Ләкин унда йорт төҙөп, йәшәй башлау өсөн газ, һыу, юл кеүек уңайлыҡтар кәрәк бит әле. Закон буйынса дәүләт инфраструктура мәсьәләһен хәл итергә бурыслы. Бөгөн булмаһа, иртәгә бөтә участкаларҙа ла уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Бер аҙ сабыр итергә генә ҡала.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, республика халҡын борсоған мәсьәләләргә арналған брифингтар артабан да һәр ай һайын ойошторолоп торасаҡ. Урындағы власть вәкилдәре лә участкалар бүлеү мәсьә­ләһенә етди ҡарарға тейеш. Әле был эш Балтас, Борай, Иглин, Бәләбәй, Ишем­бай, Бөрө райондарында яҡшы ойошторол­ған. Күп балалы ғаиләләре байтаҡ ҡына булған Баймаҡ, Бөрйән кеүек райондарҙа эш һүлпән бара, тип әйтергә була.

Иғтибар!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2011 йылдың 14 июненән торлаҡ төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына үҙгәрештәр индерелде. Уның буйынса өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәр, ғаиләһендә инвалид бала булған граждандар торлаҡ төҙөү маҡсатында бушлай ер алырға хоҡуҡлы. Шуныһы ҡыуаныслы – ер участкаһы алған кешеләр артабан да муниципаль фондтан торлаҡ алырға теләүселәр исемлегендә ҡала. Тимәк, улар торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан осраҡта ла ниндәйҙер өҫтөнлөктәр менән файҙалана аласаҡ. Ә бушлай ер участкаһы алған башҡа граждандар исемлектән төшөрөлә.

“Тере” сиратҡа баҫығыҙ

Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер алыу өсөн алдан ҡайҙалыр сиратта тороу талап ителмәй. Улар ер алыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына иҫәпкә алына. Быға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн муниципаль исемлектәрҙә торғанһығыҙ икән, бер ниндәй ҙә проблема юҡ – ул исемлек дауам итә, ә ер участкаһы бөтөнләй башҡа шарттарҙа бирелә. Ғаиләнең матди хәле лә иғтибарға алынмай, фатирың булһа ла, ер алырға хоҡуҡлыһың. Бер генә нәмә мөһим – ғаиләләге балаларҙың йәше 18-ҙән артмаҫҡа тейеш.
Участкалар “тере” сират буйынса, граждандар мөрәжәғәт иткәндән һуң теркәлгән исемлеккә ярашлы бирелә. Бер ғаиләлә балаларҙың күберәк булыуы (был осраҡта ун балаһы булған кешенең өс балалы ғаиләләр алдында бер ниндәй ҙә өҫтөнлөктәре юҡ), йә булмаһа, ғаиләнең матди хәле насарыраҡ тип билдәләнеүе кеүек факторҙар иғтибарға алынмай. Бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн, участкалар “тере” сират буйынса ғына таратыласаҡ. Шуға ла балаларығыҙ өсәү йәки унан да күберәк икән, тиҙ арала ғариза яҙып, сиратҡа тороғоҙ.
Йорт төҙөү өсөн ер дәүләт һәм муниципаль милектә булған территориялар иҫәбенән бүленә. Участкалар индивидуль торлаҡ төҙөү тәғәйенләнешендә булырға тейеш. Торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән участкаларҙа юл булыуы, ут, газ кеүек уңайлыҡтарҙың да алыҫ булмауы шарт. Артабан торлаҡ төҙөү өсөн яңы ер майҙандары ла үҙләштереләсәк.
Закон буйынса, бушлай ер участкалары күп балалы ғаиләләргә генә түгел, инвалид бала тәрбиәләгәндәргә лә бирелә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда инвалид балаһы булған ғаиләләр һаны 14 мең тирәһе.
Закон буйынса, торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән участканың ҙурлығы 0,08 гектарҙан 0,20 гектарға тиклем ҡаралған. Ләкин һәр кем шуны аңларға тейеш: участканы кемгә һәм ҡайһы ерҙән бирергә икәнен урындағы муниципаль органдар хәл итәсәк. Участкалар, башлыса, 0,10 гектар самаһы була. Әммә был “алтын ҡағиҙә” түгел һәм ерҙең майҙаны төрлө урында төрлөсә билдәләнәсәк. Етмәһә, ер дүртмөйөш булып ҡына ятҡан урындар бик һирәк. Был да участкаларҙың майҙаны төрлөсә булыуына килтерә. Һәр кемдең өлөшөнә нимә яҙған − шул эләгә.

Документтар

Өс һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләрҙең ер участкаһын алыу өсөн урындағы хакимиәткә ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейешлеге аңлашылалыр. Ер алыуға хоҡуҡты аныҡлау өсөн түбәндә билдәләнгән документтар тупланмаһы ла талап ителә:
− ата-әсәнең (баланы яңғыҙ кеше тәрбиәләгәндә тик шул кешенең) шәхесен раҫлаған документтар;
− никах танытмаһының күсермәһе (булған осраҡта);
− балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарының күсермәләре, улар 14 йәшен тултырған осраҡта паспорттарының күсермәләре;
− опека һәм попечителлек органдарынан ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү йәки ителмәү тураһында белешмә;
− балаларҙың ата-әсәһенең бер ваҡытта ла бушлай ер алыу хоҡуғын ҡулланмауын күрһәткән белешмә. Был белешмә урындағы үҙидаралыҡ органдарынан алына;
− ата-әсәнең мөлкәте булып иҫәпләнгән күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡты күрһәткән белешмә. Был белешмә Берҙәм дәүләт теркәүе реестрынан алына. Унда күсем­һеҙ милек менән башҡарылған төрлө операциялар ҙа күрһәтелергә тейеш.
Ғаиләһендә инвалид бала булған ғаиләләр, үрҙә атап үтелгән документтар тупланмаһына өҫтәп, баланың сирле булыуын раҫлаған белешмәнең күсермәһен дә килтерергә бурыслы. Был белешмә дәүләт медицина-социаль экспертиза хеҙмәте учреждение­һынан алына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға