«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыҙ һүҙе лә бер була



05.03.2013 Ҡыҙ һүҙе лә бер була

Ҡыҙ һүҙе лә бер була
Мәкәшкә баш ҡаланан «Башҡор­тостан» юлдаш телевидениеһынан Шамил Кучуков яҡташыбыҙ ‒ шағирә, журналист Лариса Абдуллинаны «ҡайтайым ауылыма» тапшырыуына төшөрөргә килә икән, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Тыуған ауылына ҡайтҡас, ун йыл белем алған мәктәбен күрмәй китмәҫ, тип беҙ ҡәҙерле ҡунаҡты ҡаршыларға әҙерләнә башланыҡ. Көндәр ҙә һанаулы ғына – ни бары ике көн. Шиғырҙарын ятланыҡ, бейеүҙәр әҙерләнек. Билдәле шәхес менән осрашыу һәр ваҡыт тулҡынландыр­ғыс, әһәмиәтле. Телевидение автобусы мәктәп ихатаһына инеү менән, балалар, дәрестәрҙе онотоп, тәҙрәгә ҡапланды. Түҙемһеҙлек менән осрашыуҙы көттөләр, ҡайһылары ишек алдына йүгерҙе. Мәктәбебеҙҙә бик матур йылы осрашыу үтте.
ҡунағыбыҙ тәүҙә беренсе уҡытыу­сыһы Рита Мөхәмәҙулла ҡыҙы Ғирфанованы күрергә теләк белдер­ҙе. Осрашҡанда уға ҡарап бала саҡтан һоҡланыуын белдереп, китаптарын бүләк итте. Мәктәп бүлмәләрен ҡарап йөрөп, бөгөнгө уҡыусылар өсөн ҡыуанды. Мәктәп реконструкциянан һуң Белем көнөндә генә асыл­ғайны. Күҙҙең яуын алып торған бинала уҡытыуы ла, уҡыуы ла күңеллелер инде, тип шаяртып та алды. Осрашыуҙа Лариса хеҙмәт дәресен яратыуын, ҡыҙҙар бәйләү, сигеү дәрестәрен һайлағанда, таҡтанан семәрләп төрлө әйберҙәр эшләүҙе һайлауын, уҡытыусыһы Басир Рауил улына ҙур рәхмәтен, ихтирамын белдерҙе. Башҡорт теле кабинеттарында ла, мәктәп китапханаһында ла, музейҙа ла хөрмәтле яҡташыбыҙ, шағирә, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллинаға арналған күргәҙмәләр, стендтар ҡуйылған. Мәктәп коллективы уның һәр бер китабы, гәзиттә баҫылған мәҡәләләре менән даими танышып, күргәҙмәләрҙе тулыландырып тора.
ҡунағыбыҙ спорт менән шөғөлләнеүсе, хоккей уйнаған егеттәр менән дә танышты. Боҙ майҙанында уйнап йөрөгән уҡыусыларҙың хәлен белешкәндә, йәш хоккейсылар Өфөгә барып, хоккей уйынын ҡарар­ға теләктәре барлығын белдерҙе һәм ҡунағыбыҙға ошо үтенес менән мөрәжәғәт итте. Лариса Хашим ҡыҙы үҙенең дә хоккейҙы бик яратыуын әйтеп, уларға «Өфө-Арена»ға билеттар алып, саҡырыу ебәрергә һүҙ бирҙе. Саҡырыу оҙаҡ көттөрмәне һәм беҙ, 15 кеше, баш ҡалаға, боҙ һарайына «Салауат Юлаев» менән «Себер» командалары араһындағы матчты ҡарарға юлландыҡ. Боҙ һарайы янында беҙҙе йылмайып Лариса апай ҡаршы алды һәм тормош иптәше Айрат ағай менән бергәләп 15 кешегә билеттар тотторҙо. Яҡындағы кафеға алып инеп, торт менән сәй эсереп, боҙ һарайына оҙатып ҡуйҙы. Балаларҙың шатлығының сиге булманы. Улар беренсе тапҡыр «Өфө-Арена»ны күрә, беренсе тапҡыр «Салауат Юлаев»тың уйынын ҡарай!
Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Беҙ үҙебеҙҙең команда өсөн янып-көйөп: «Салауат Юлаев», алға!» – тип ҡыс­ҡырып ултырҙыҡ. Уйын өс осорға бүленеп барһа ла, бик тиҙ бөткән кеүек тойолдо. Беҙҙекеләр матур итеп еңде. Беҙ ҙә бит баш ҡалаға еңеү артынан барғайныҡ. Хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Афарин, «Салауат Юлаев»! Һөйөндөрҙөң көйәрмәндәреңде, рәхмәт. Ә иң ҙур рәхмәтебеҙ яҡташыбыҙ Лариса Абдуллинаға. Баш ҡалаға сәйәхәтебеҙ шундай күңелле, фәһемле, мәғәнәле булды. Балалар, боҙ һарайына тағы ла барырға ине, тип хыялланып ҡайтты. Тәьҫораттар иҫ киткес күп булды. ҡайтыу менән «Баш ҡалаға сәйәхәт» тигән темаға инша яҙҙыҡ.
Вәғәҙәһендә тороп, балаларҙы һөйөндөргәне өсөн Лариса Абдуллинаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уға ижади уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ. Уҡыу йылы аҙағында туған мәктәбендә уның ижад кисәһен үткәрергә йыйынабыҙ.
Шулай уҡ «ҡайтайым ауылыма» тапшырыуы авторы Шамил Кучу­ковҡа ла ҙур рәхмәт. Яҡташыбыҙ тураһында шундай матур, ябай, халыҡсан тапшырыу төшөргәне өсөн. Беҙ уны үҙ ауылдашыбыҙ кеүек ҡабул иттек. Билдәле тележурналисҡа өр-яңы геройҙар, иҫтәлекле осрашыуҙар, хәйерле юлдар насип итһен.

Гүзәл ФАЗЛЫЕВА,
Мәкәш мәктәбе уҡытыусыһы.
Дәүләкән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға