01.03.2013 «Шоңҡар» тәҡдим итә
һуғыштан кеше ҡайтмай икән ул...
“Унда һуғыштың бөтөнләй икенсе төрөн күрергә тура килде: бөтә ерҙә емереклек, ғәскәрҙәр араһында элемтә юҡ, офицерҙар үҙҙәрен генә ҡайғырта, ә һалдаттар һыуға бешкән ҡарабойҙайҙан башҡа нәмә күрмәй… Тушенка хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Батальондар бер-береһен утҡа тотҡан саҡтар ҙа булғыланы. Афғандан ныҡ айырыла ине: беренсе осраҡта артыңда һинең өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер бөйөк ил торһа, икенсеһендә “нисек теләйһең, шулай тере ҡал” тигәнгә оҡшай ине…”
ҡыҫҡаһы, Афған һәм Чечня юлдарын үткән отставкалағы полковник, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ойошмаһы рәйесе, элекке ҡотҡарыусы Иршат Юнир улы Фәхретдиновты 2-cе һанда сыҡҡан “Самауыр”ҙа майкаһына хәтлем “сисендерҙек”.
Ташландыҡтар… түгел!
“… Күп тә үтмәне, өйҙән атай елдереп килеп сыҡты. Беҙҙе күҙенә лә элмәй, урамға атылды. Уға ҡарап, әсәйҙе күрмәй ҙә ҡалдыҡ, соландың ишеге шартлап ябылды, элгескә эленде. Шулай итеп, әсәй инде икенсегә беҙҙе үҙенән айырҙы. ҡустым менән ыҡ-мыҡ иткәнсе ике уртала торҙоҡ та ҡалдыҡ. Ни атай беҙҙе ташлап китеп барҙы, ни әсәй үҙенә яҡын юллатманы. Яңғыҙ ҡалғаныбыҙҙы аңлап, ҡотобоҙ осоп һикереп килеп торҙоҡ та, тоғобоҙҙо һөйрәтеп, урамға саптыҡ…”
Баныу ҡаһарманованың ғибрәтле мәҡәләһе берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.
Заман үҙе фарман биргән саҡта…
Ошо исем аҫтында баҫылған мәҡәләлә Мөнир ҡунафиндың бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллин менән уның оҫтаханаһындағы осрашыуы тәьҫораттары, ижадсының кисерештәре, серҙәре бәйән ителә.
***
Әҙәбиәт һөйөүселәр Хәйҙәр Тапаҡовтың “Айһылыу” повесын (башы), Рәсүл Сәғитовтың “Тутыҡ сөй” хикәйәһен уҡып кинәнер.
***
Заман экстремаль спорты – погинг һәм декларант һөнәре хаҡындағы белешмәләр ҙә уҡыусыларыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр.
***
Аттың етем баланы ата-әсәле итә алыуына ышанаһығыҙмы? Ышанмаһағыҙ, “Шоңҡар”ҙың 2-се һанындағы Хан ҡушаматлы малҡай хаҡындағы мәҡәләгә күҙ һалығыҙ.
Ғөмүмән, “Шоңҡар” – замандың үҙе кеүек төрлө.
И. ЗАРИПОВ,
«Шоңҡар» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.