«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яҡты киләсәккә ышанысты ҡайҙан алайыҡ?



01.03.2013 Яҡты киләсәккә ышанысты ҡайҙан алайыҡ?

Яңы йыл башланды. Унан алда, йыл аҙағы яҡынлашҡанда, үтеп барғанына йомғаҡ яһала, алдағыһына һәр кем үҙенә бурыстар билдәләй. Күп кенә һорау ҙа тыуа, һайлауҙар алдынан бирелгән вәғәҙәләр ҙә иҫкә төшә.
Депутатлыҡҡа, президентлыҡҡа кандидаттар һайлау алды сығыштарында электоратҡа вәғәҙәләрен мул өләшкәйне. Нисек тормош­ҡа ашты, йә ашырыла һуң был вәғәҙәләр? Онотолманымы?
Үҙәкләштереүҙең дә бигүк ыңғай түгеллеген бөтә донъяла ла беләләр. Мәҫәлән, шундай сәйәсәт арҡаһында Көнбайыш илдәрендә үҙәкләштереү хәрәкәте ҡабынды. Ми­ҫалға Испанияла – Каталония, ҡушма Корол­лектә – Шотландия, Бельгияла – Фландрия, Африкала – туарегтар, Канадала – Квебек, хатта ҡаҡшамаҫ ҡушма Штаттарҙа ике тиҫтәгә яҡын штат халҡының үҙбилдәләнеш өсөн сығыш яһауын билдәләргә була. Германия – Евросоюздан, ә уның азат дәүләт тип иҫәпләнгән Бавария кеүек ерҙәре Германиянан сығыу уйы менән йәшәй.
Мәскәү идеологтары (Тишков, Жири­новский, Прохоров һ.б.). Рәсәйҙең административ ҡоролошон реформалау тураһында хыяллана, хөкүмәт етәкселәре улар ҡотҡоһона эйәреп, берҙәм Рәсәй (российская на­ция) милләтен булдырырға тырыша. Үҙҙәрен Эстонияла рус телен ҡыҫыу­сылар кеүек эш итеүҙәрен аңламайҙармы икән?
Бөйөк Союздың юҡҡа сығыуы ла власҡа ынтылыусыларҙың ике-өс хәрефтән торған ҡултамғаларын еңел генә сыймаҡлауы арҡаһында булыуын хәтерҙән сығармайыҡ. Көнбайыш илдәрендә барған үҙәктән ҡасыу тенденциялары Рәсәйгә лә ҡағылып үтмәҫ, тип уйлау бер ҡатлылыҡ булыр ине. Илебеҙ етәкселегенә аптырарһың. Бәләкәй генә Абхазия, Көньяҡ Осетия, Днестр буйының үҙбилдәләнешен таныһа ла, Рәсәйҙең төп халыҡтарының был хоҡуғын инҡар итеп, республикаларҙың хоҡуҡтарын өлкәләр, хатта округтар менән тиңләштерҙе.
Тағы ла сит илдәрҙе байҡағанда, Францияға туҡталайыҡ. Һайлау алды көрәшендә эре капиталистарға һалымды арттырыу тураһындағы вәғәҙәһен Франсуа Ол­ланд еңеүенең иртәгәһенә үк үтәргә була, олигархтарға һалымды 75 процент күләмендә билдәләп тә ҡуйҙы. Һөҙөмтәһеҙ эшләүсе предприятиелар дәүләт ҡарамағына алына – национализациялана. Рәсәйҙә, киреһенсә, олигархтар менән араны боҙмаҫҡа тырыш­ҡан ил башлыҡтары һаман халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалмай, миллиардерҙан да, хәйерселек кимәлендә йәшәүсе ябай халыҡтан да һалымды бер тигеҙ – 13 процент ала. Дәүләт предприятиеларын шәхси ҡулдарға һатыу – хосусилаштырыу дауам итә. Яҡын киләсәктә «Газпром», «Роснефть», хатта Һаҡлыҡ банкы ла хосусилаштырыуға тарыясаҡ. Милке ҡалмаған хөкүмәт нимә менән шөғөлләнер икән?
90-сы йылдарҙағы «чубайцизация» осоронда законһыҙ байып ҡалған олигархтар милкен (һул фирҡәләр тәҡдим иткәнсә) национализациялау граждандар һуғышы тыуҙырасаҡ, тип алдаша ҡайһы бер политологтар. Абра­мович, Прохоров, Дерипаска, Алекперов, Фридман, Потапенко – бөтәһе 100-ҙән ашыу миллиардерҙы (ниһайәт, был яҡтан Амери­каны ҡыуып еттек), һанһыҙ күп миллионер­ҙы яҡлап халыҡтың күтәрелеп хөкүмәткә ҡаршы һуғыш асыуы иң ҡыйыу фантазерҙың башына ла килә алмаҫ ине. Сәбәбе: Рәсәйҙә байҙарҙың килеме ярлыларҙыҡынан 40 тапҡырға күберәк. Евросоюзда – 6 тапҡыр. Рәсәй халҡының 10 процентын тәшкил иткән байҙар ил байлығының 30 процентын биләй.
Ә ситкә ағылған аҡсаны кем теүәл иҫәпләгән? Бюджетты талаусы чиновниктарға ниндәй яза күрелә? Владивостокта саммит үткәреүгә әҙерлек эштәре өсөн бүленгән аҡсаның 90 млн һумы урланған. Быға тиклем, коррупцияға ҡаршы көрәш тип, ваҡ-төйәк енәйәт эштәре ҡуҙғатыла ине. Тәфтиш комитеты ҡуҙғатҡан 71 енәйәт эшенең 1 – 2-һе генә судҡа барып еткән.
Сердюков ведомствоһындағы космик масштабтағы урлашыуҙар (быны ғәҙәттәге ри­шүәт тип булмай) бөтә тармаҡтарҙа ла илде үләкһә ботарлаған гиена кеүек талауҙың ғәйәт киң ҡолас алыуын күрһәтте.
Хәрби реформа армияны көрсөккә еткер­ҙе: бар мөлкәтен бер нисә ҡатын ҡулына биреп туҙҙыртты, һалдаттарҙы субтропик һәм тропиктарҙа кейә торған Америка формаларына оҡшаш кейем кейҙереп өшөттө, хәрби медицинаны юҡҡа сығарҙы. 7000 хәрби ҡаласыҡты былай ҙа осон-осҡа ялғай алмаған муниципалитеттарға тотторҙо.
РФ Оборона министрлығында булған бығаса күрелмәгән күләмдә урлашыу өсөн әле биш уғры ғына ҡулға алынған. «Өй тотҡоно» итеп.
Союз заманында партияға иң алдынғы кешеләр һайлап алына, етәкселәр юғары партия мәктәбендә белемен күтәрә, юғары әхлаҡлы ине. Хәҙер фирҡәләргә бөтә чиновниктарҙы ла алалар. Рәсәйҙә чиновниктар һаны 2 – 3 миллион кешегә етә, йәғни һәр 70 кешегә, хеҙмәт йәшендәге 40 кешегә 1,5 чиновник, 1 полицейский тура килә. Совет заманында бер бригадир ауылдағы әллә нисә йөҙ кешегә баш булып, бөтә эште эшләтә ине.
Урындағы власть тарафынан яҡлау тапмаған халыҡ юғарыға мөрәжәғәт итеп ҡарай, тик юҡҡа ғына – мөрәжәғәттәрҙең күбеһе урындағы түрәләргә кире ҡайтарыла. Цивилизациялы илдәрҙә капиталист 70 – 75 процент килемен ҡаҙнаға түләп, ил, халыҡ өсөн эшләһә, беҙҙәге байҙар аҡсаны сит илгә сығара. Ил эсендә бюджет булып ҡалған аҡсаның да байтағы урлана.
Бер ыңғайҙан Жириновскийҙың фирҡәһе тураһында ла яҙып китмәй булмай. Уның исеме есеменә тап киләме? Юҡ, либерал – азатлыҡҡа ынтылыусы була.
Буржуйҙарҙың һәм ҡаҙна талаусыларҙың сит илдәргә аҡсаны нисек сығарыуын аңлап булмай. Берәй транспорт менәнме тиһәң, таможня контроле бар. Социаль селтәр йәки банкылар аша тиһәң, уларҙың иҫәптәрен «туңдырып» булмаймы ни? Алимент һәм кредит түләмәүселәрҙең иҫәптәрен «тоталар» ҙа һуң. Аҡса урлап ҡасыусыларҙы Интерпол да тотмай.
Федераль үҙәк идеологтары республикаларҙың статусын тағы ла түбәнәйтеү өсөн сығыш яһай. Төбәк, дөрөҫөрәге, республика президенттарын нисек атау тураһында ла һүҙ ҡуйырталар.
ҡыҫҡаһы, йыл башланғанда, ябай халыҡ тағы ниндәй реформаларҙан йонсор, түрәләрҙең аҡылһыҙ аҙымына баш сайҡар, хаҡтар­ға тел шартлатыр, ғәҙелһеҙлектән йәш ҡойор, тигән һорауҙар килә башҡа.

З. АЛТЫНСУРА.
Мәләүез районы,
ҡотош ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға