«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Сәғәтенә 130 километр – яҡшымы, насармы?



01.03.2013 Сәғәтенә 130 километр – яҡшымы, насармы?

Сәғәтенә 130 километр – яҡшымы, насармы?
Рәсәй Эске эштәр министрлығынан Хөкүмәткә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында тәҡдим яҙыл­ған документ ебәрелгән. Әгәр ҙә ул раҫланһа, яңы юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк һәм төп автомагистралдә иң юғары тиҙлек сәғәтенә 130 километрға тиклем арттырыласаҡ.
ҡайһы бер билдәләр һары төҫкә алмашынасаҡ, күк квадрат эсендә аҡ хәреф менән “Р” тип яҙылғаны барлыҡҡа киләсәк.
Әйткәндәй, водителдәр өсөн иң шатлыҡлыһы тип тиҙлекте арттырыу ихтималлығы билдәләнә. Әле төп трас­салар­ҙа иң шәп тиҙлек сәғәтенә 110 км тәшкил итә. Рөхсәт ителгәне, әлбиттә. Уны үтәмәүселәр хаҡында яҙып торорға кәрәкмәйҙер – үҙебеҙ шаһитбыҙ бит юлдағы хәлдәргә.
“Аргументы и факты” гәзите сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға