«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мәскәүгә иң лайыҡлылар барасаҡ



26.02.2013 Мәскәүгә иң лайыҡлылар барасаҡ

БР Журналистар союзының XIX съезында 103 делегат һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Съезды БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов асты.
– Журналистың роле һәр саҡ ҙур, ул йәмғиәттә стратегик уйҙар майҙансығын төҙөүсе эксперт булып тора, – тине ул һәм төбәк хәбәрселәре үҙен яҡлаулы тойһон өсөн Журналистар союзының ҡулынан килгән тиклем барыһын да эшләүен маҡтап телгә алды.
Һуңғы съезд теүәл ике йыл ярым элек уҙғарылғайны. Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ошо арауыҡ өсөн ентекле отчет менән сығыш яһаны. Башҡа төбәктәр араһында өлгөлө ойошмаларҙың береһе булып иҫәпләнгән союзда бөгөн 1387 ағза теркәлгән, уның өстән ике өлөшөн баҫма матбуғат хеҙмәткәрҙәре тәшкил итә. Әйткәндәй, союз йылдан-йыл йәшәреүгә табан бара – 483 ағзаның йәше 40-тан түбән. Ләкин Журналистар союзының һуңғы ваҡытта үҙ ағзалары тарафынан финанс таянысы кәмей. Республикала киң мәғлүмәт сараларының бюджеты ла ҡыҫҡартылғанға күрә союз ағзалыҡ иғәнәләре иҫәбенә көн күрә тиерлек. Шулай ҙа үҙ теләге менән ойошмаға ярҙам ҡулын һуҙыусы редакциялар юҡ түгел, мәҫәлән, “Стерлитамакский рабочий” гәзите йыш ҡына гонорар фондының күпмелер өлөшөн Журналистар союзы иҫәбенә күсерә. Был редакцияның тәжрибәһе бүтәндәргә лә өлгө булып торһон ине. Сөнки барлыҡ башланғысты хуплап, конкурстар уҙғарып, беҙҙең һөнәр эйәләренең оло терәге булған Жур­налистар союзының эшмәкәрлеген һүндереү үҙебеҙ ултыр­ған ботаҡҡа балта менән сабыуға тиң.
– 2014 йылда Салауат Юлаевтың 260 йыллығы билдәләнәсәк, ә милли батырыбыҙ эҙҙәре буйлап тикшеренеүҙәр алып барған журналистар экспедицияларына ун йыл туласаҡ. Ошо даталар айҡанлы журналистар экспедицияһын төп юбилей сараларына әҙерләнеүҙең эш планына индерергә тәҡдим итәм, – тине Артур Хәсән улы, киләсәккә пландары менән бүлешкәндә. – Ә март айында мөһим сараларҙың береһе – Халыҡ-ара журналистар семинарын уҙғарыу бурысы тора.
Артабан Артур Дәүләтбәков юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткән һәм оҙаҡ йылдар Журналистар союзы менән намыҫлы хеҙмәттәшлек иткән коллегаларын РФ Журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Улар – Гөлдәр Абдуллина (“Кугарчинские вести”, Күгәрсен районы), Елена Коннова (“Восход”, Ишембай ҡалаһы), Лилиә Хәбибуллина (“Время”, Күмертау), Зәбир Исламов (“Выбор”, Салауат), Азат Кинйәбулатов (БДМУ доценты), Зөлфиә Ғарифуллина (“Белебеевские известия”). РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы­ның тулы вәкәләтле вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова былай тине: “2015 йылда уҙғарыласаҡ саммиттар алдынан Башҡортостан­ды популярлаштырыу мәсьәләһе киҫкен тора. Ошо айҡанлы вәкиллек үҙәк баҫмалар аша Башҡортостан хаҡында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙған журналистар араһында конкурс иғлан итәсәк. Еңеүсегә төп бүләк – Мәскәүгә бер аҙналыҡ бушлай тур һәм үҙәк гәзиттәрҙең редакцияһында стажировка үтеү”. Гөлсәсәк Рәсих ҡыҙы РФ Президенты ҡарамағындағы республикабыҙ вәкәләтле вәкиллеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе төбәк журналистарын − Алик Шакиров (“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы), Эльза Хорева (“Респуб­лика Башкортостан” гәзите), Гөлнара Абдрахманова (“Баш­ҡортостан” ДТРК-һы ) һәм беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Баныу ҡаһарманованы Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Съезд делегаттары киләһе Рәсәй журналистары союзы съезына барыусы делегаттарҙы һайланы, союз етәкселеге составын раҫланы һәм контроль-ревизия комиссияһы ағзаларын барланы. Йыйын һуңында резолюция ҡабул ителде, ул форумда яңғыраған фекерҙәр менән дә тулыландырыласаҡ.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға