«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Заманса журналист – «универсаль һалдат»



22.02.2013 Заманса журналист – «универсаль һалдат»

Заманса журналист – «универсаль һалдат»
Хеҙмәт юлын башлап тороусы һәр йәш журналист киләсәктә йәмғиәттә күренекле, хөрмәтле, талантлы һәм кәрәкле кеше булырға хыялланалыр ул. Ләкин күптәр уңышҡа илткән юлда миҙалдың икенсе яғында ниҙәр йәшеренгәнен белеп етмәй. Ысынында, журналист һөнәре – ауыр, үтә лә яуаплы, көн дә аҡыл ҡеүәһен талап иткән ҡатмарлы хеҙмәт ул. Түбәндә йәш журналистар клубы активистарының һөнәрҙәренә ҡағылған һорауҙарға яуаптарын тәҡдим итәбеҙ. Был фекерҙәр ҡыҙыҡһыныусылар­ға редакцияның “аш-һыу бүлмәһе” менән яҡыныраҡ танышырға ярҙам итер, моғайын.

– Журналист ниндәй сифаттарға эйә булыр­ға тейеш?

Гүзәл ХАНБӘКОВА, Күмертау ҡалаһы:
– Ғүмерегеҙҙе журналистикаға бағыш­лар­ға уйланығыҙ икән, һәр саҡ үҙ өҫтөгөҙҙә эшләргә, һәләтте ка­миллаштырырға әҙер булығыҙ. Хәйер, был ҡағиҙә барлыҡ һөнәр эйәләренә лә ҡағыла.
Белемһеҙ бер ни ҙә эшләп булмай. Шәхси тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам – журналист белеме мотлаҡ булмаһа ла, яҙыу һәм һөйләү телен яҡшы белеү, бай һүҙ запасына эйә булыу мөһим. Әҙәби һәләт булһа, уны мөмкин тиклем үҫтерергә, бик күп китап-журнал уҡырға кәрәк. Коммуникабеллек кеүек сифат журналисҡа кеше менән тиҙ танышырға, ихлас аралашырға ярҙам итәсәк. Төрлө социаль ҡатлам вәкилдәре менән уртаҡ тел табыу, үҙ фекерең менән тап килмәһә лә, улар­ҙың һөйләгәнен тыңлай белеү − ярты уңыш. Яҡтыртҡан теманы энәһенә-ебенә тиклем белергә кәрәк, әгәр ҙә автор теманы үҙе яҡшылап белмәй икән, мәҡәлә уҡымлы булмаясаҡ. Уйҙырма түгел, ә тик дөрөҫ мәғлүмәтте, яңылыҡтарҙы, актуаль хәбәрҙе оператив еткереү, иғтибарлылыҡ, анализлай белеү, күпте белергә тырышыу, респонденттың кәйефен тойоу, һәр саҡ матур ҡиәфәттә булыу – бындай ғәҙәттәр журналистың ҡанына һеңергә тейеш. Тағы ла бер әһәмиәтле сифат – яҡшы хәтер. Йөҙҙәрҙе, исемдәрҙе, номерҙар­ҙы, даталарҙы тиҙ хәтерҙә ҡалдырыу блокнотты асып та тормайынса эш итергә булышлыҡ итәсәк.

– Беҙгә, йәш журналистарға кемгә тиңләшергә? Төбәктә йәштәр журналистикаһы менән шөғөлләнгән, үрнәк булырҙай кеше бармы?

Миләүшә НУРЕТДИНОВА, Күгәрсен районы:
– Заманса журналистика күп төрлө – ҡайһы бер саҡта беҙ үҙебеҙ ҙә ҡайҙа дөрөҫлөк, ә ҡайҙа ялған икәнен әйтә алмайбыҙ. Ғәҙел ҡаурый хужаларының да бысраҡ пиар һәм һары матбуғат араһында юғалып, аҙашып ҡалған мәлдәре була. Йәш журналистар араһында миңә үрнәк булырҙай белгес юҡ тип иҫәпләйем, хатта тотош илдә лә. Дөйөм алғанда, тәжрибәле журналистарҙан Вла­димир Познерҙың позицияһы, эш алымы оҡшай. Ул беҙҙең һәм йәмғиәттең проблемалары тураһында һөйләй белә. Һуңғы ваҡытта беҙҙең өсөн тыйыуҙар күп, бигерәк тә урындағы власть тарафынан. Төбәк журналистикаһының бөгөнгө хәлен филгә абалаған бәләкәй эткә оҡшатам. Познер кеүек әҙәпле һәм хатаһыҙ итеп дөрөҫлөктө даулай һәм уңышҡа ирешә белергә ине.
– Заманса киң матбуғат саралары беҙҙән нимә талап итә?

Эльза СКРИПЧЕНКО, Учалы районы:
– Заманса матбуғат саралары “универсаль һалдат” булыуҙы талап итә. Бигерәк тә район гәзиттәрен алғанда, был асыҡ сағыла. Редакцияның штаты бәләкәй, ә эш күләме етерлек. Мәҫәлән, хәбәрсе бер сәғәт эсендә дөйөм йорт ихтыяжы өсөн квитанцияларҙың ни өсөн барлыҡҡа килгәнен дә, мәғариф тураһындағы яңы законды тикшереп тә халыҡҡа аңлайышлы мәҡәләләр яҙырға бурыслы. Текст ҡына түгел, фото әҙерләү ҙә һинең яуаплылыҡта. Интер­нет­та халыҡ менән әңгәмәләшеү өсөн сайт йәки төркөмдө, йәш журналист булараҡ, иңгә йөкмәтеүҙәре бар. Арабыҙҙа хатта сканворд төҙөгән журналистар ҙа юҡ түгел. “Универсаль һалдат” сумкаһында диктофон, фотоаппарат, ноутбук, видеокамера һәм был аппаратураға заряд йыйыу өсөн яйланмалар йөрөтә.

– Бөгөнгө йәш журналистар араһында конкурентлыҡ бармы?

Резеда ХӘСӘНОВА, Әбйәлил районы:
– Был һорауға яуап биреү өсөн республика, ҡала һәм район гәзиттәрен айырып ҡарар инем. Республика, ҡала гәзиттәренә һөнәрен яҡшы белгән, үҙ көсөнә ышанған профессионалдар ынтыла, улар араһында дәғүәселек – ғәҙәти күренеш. Район гәзитендә эш башлаусылар әллә ни һөнәр арттырыу, креатив менән мауыҡмай. Был барлыҡ район гәзиттәренә ҡағылмай, әлбиттә, райондарҙа көслө журналистар бар, тик улар һирәк. Һәм тағы ла БДУ һәм СибДУ-ны тамамлаған журналистарҙы сағыштырып булмай, һуңғылары тәүгеләрҙән күпкә ҡалыша. Әгәр ҙә журналист булам тигән маҡсат ҡуйғанһың икән, бәләкәйҙән үк яҙышыр­ға, ҡәләмде осларға һәм фото төшөрөргә өйрәнергә кәрәк. Һәр материалды яҙғанда конкурентлыҡтан ҡурҡмаҫҡа, ә уны мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы, уҡымлы итеп әҙерләү хаҡында уйлау, төрлө темаларҙы үҙләштереү мөһим. Үҙен хөрмәт иткән һәр редакция талантлы, үҙенсәлекле, белемле, ҡыйыу, үҙ фекерен яҡлай белгән, яуаплы, ваҡытында яҙып өлгөргән хеҙмәткәрҙе эшкә алырға ынтыласаҡ.

– Һинеңсә, уңыш формулаһы ниндәй?

Айбулат ИШНАЗАРОВ, Баймаҡ районы:
– Минеңсә, был формула ошондай: Тырышлыҡ + Эрудиция + Абруй = Уңышлы журналист. Ғөмүмән, хеҙмәттәге уңыш иң тәүҙә уҡытыусыңдан тора. Ул эштең айышына төшөндөрһә, ҡайһы бер нюанстарҙы, шул иҫәптән хәйләле мәлдәрҙе аңғартһа, үҙе күрһәтеп, әйҙә инде һин, тип ҡеүәтләһә, һинең күҙҙәреңдә осҡон ҡабынып китеп, быны мин дә эшләй алам, тип тотонаһың. Минеңсә, беҙҙең эштә яҡшы мөхәррир – иң мөһиме. Үҙ фекере булған, талапсан һәм шул уҡ мәлдә ғәҙел һәм кешелекле етәксе ҡулы аҫтында ҡасандыр хеҙмәт юлын башлау бәхете тейгәненә, уның ҡанаты аҫтында ижад итергә өйрәнгәнемә ҡыуанам. Тормошта һәр маҡсатыңа тырышлыҡ арҡаһында ғына ирешергә була. Көтмәгәндә уңыш бик һирәк йылмая, һәм уның әллә ни йылыһы ла булмай. Тир түгеп яуланған үрҙәр-ҡаҙаныштар үтә лә ҡәҙерле. Һәм үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу ғына аҙ, тәжрибәңде уҡыусыларыңа, эйәрсәндәреңә өйрәтһәң, был – үҙе тағы бер үр.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға