«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бала күңеле – далала



22.02.2013 Бала күңеле – далала

2007 йылда 25 йәшлек Өфө ҡыҙы испан егетенә кейәүгә сыға. Йәштәр Испанияның Мадрид ҡалаһында төйәкләнә.
ҡыҙ тыуған йортона көн һайын тиерлек шылтыратып тора, яңы тормошо, хәле хаҡында һөйләй. Әммә былтыр мартта ул зым-зыя юғала. Әсә кеше сит илдән өҙөлөп-өҙөлөп хәбәр көтә, ҡыҙы менән нисек кенә бәйләнешкә инергә тырышмаһын, бушҡа була. Аптыраған көндән ул полицияға мөрәжәғәт итә. Тәртип һаҡсылары материалдарҙы Интерполға тапшыра. Күптән түгел юғалған ҡатын табылған. Ул элеккесә Мадрид ҡалаһында йәшәй, иҫән-һау, ҡазаға тарымаған. Ни өсөн әсә менән ҡыҙ араһы һыуынғандыр, уныһын инде үҙҙәре асыҡлар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға