«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Төнгө магазин нимә һата?



22.02.2013 Төнгө магазин нимә һата?

Хәтерегеҙҙәлер әле, элек ауылда бер магазин булып, ул да иртән сәғәт 10-да асылып, киске 6 – 7-лә ябыла торғайны. Хәҙер сельпо магазиндары бөттө тиерлек, уның ҡарауы, шәхси сауҙа нөктәләре күбәйҙе һәм уларҙы теләгән ваҡытта астырып та була. Һуңғыһы, йәғни теләгән ваҡыт тигәне кисләтеп кенә, алкоголле эсемлек алыу өсөн. Бындай хәл булмай, тимәгеҙ.
Ә ҡалаларҙа супермаркеттар йыш ҡына төнгө сәғәт 11-гәсә асыҡ булһа, ваҡ кибеттәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Һүҙ тап шундайҙар, 24 сәғәт буйына асыҡ магазиндар хаҡында. Улар төнөн күберәк нимә һата? Һеҙ нимә һатып алыр өсөн төн уртаһында магазинға инәһегеҙ? Төшөмлө эшләйме төнгө сауҙа нөктәһе?

Тәнзилә ҡАҺАРМАНОВА, шәхси эшҡыуар, аҙыҡ-түлек магазины тотоусы:
− Кеше йыш ҡына, теләһә ҡайһы аҙыҡ-түлек магазины килемле эшләй, тип уйлай. Йәнәһе, ризыҡ һәр кемгә кәрәк. Халыҡ күп йөрөгән ерҙә урынлашһа, тағы ла яҡшыраҡ. Эйе, күп осраҡта эшебеҙ көйлө бара. Магазинды асҡанда тәүлек әйләнәһенә эшләгәйнек. Ул үҙен бик аҡламай ҙа, сөнки төнө буйына кеше йөрөмәй ҙә инде. Инһә лә, шул иҫерткес эсемлек, тәмәке кеүек нәмә ала. Хәҙер яңы закон буйынса хатта һыра һатыу тыйылды түгелме? Былай ҙа төнгә саҡлы эшләрбеҙ, тип уйлап йөрөй инем. Тиҙҙән шундай тәртипкә күсербеҙ ҙә. ҡыҫҡаһы, төнгө килем ҡайһы берҙә һатыусыға аҡса түләүгә лә етмәй ҡала.

Илдар ШӘРИПОВ, маршрут водителе:
− Эштән ныҡ һуңлап ҡайтыла. Йорт янында ваҡ магазиндар күп. ҡатын йыш ҡына нимәлер алырға онота ла, киске сәғәт 11 – 12-ләр тирәһендә ҡайтышлай инеп алам. Магазинда кемдәр осрай? Шул ярым иҫерек йәштәр инде. Сауҙа нөктәләренең төндә эшләүе уңайлы бер яҡтан. Икенсенән, кем төнгө сәғәт өстә сығып икмәк һатып алһын? Шулай булғас, әйҙә, сәғәт 12-гә тиклем эшләһендәр ҙә, ябыл­һындар. Төндә эсергә алыусылар ҙа кәмер, исмаһам.

Әлиә КЛИМЕНКО, һатыусы:
− Иң дөрөҫө төнгө сәғәт 11-гә тиклем эшләүҙер ул. Сөнки күпселек халыҡ ошо ваҡыттан һуң йөрөмәй тиерлек. Хәҙер эсемлектәр һатыу ҙа тыйылғас, кем өсөн эшләргә? Төнө буйы бер-ике кешенең тәмәке алырға инеүен көтөргәме? Әлбиттә, йәшереп, йәғни “аҫтан” һатырға мөмкин. Әммә тикшереүселәр тотһа, магазин хужаһы (йәшереп һатыуҙы үҙе ойошторған хәлдә лә), кем тотолған, шуны эштән ҡыуасаҡ. Бөгөн эшһеҙ ҡалыу – иң ҡурҡынысы.

Михаил СУСОВ, “X5 Retail Group Business FM” компанияһының корпоратив мөнәсәбәттәр буйынса директоры:
− Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе магазиндың эшмәкәрлегендә иң тәүҙә иҡтисади файҙа ҡарала. Ул булһын өсөн халыҡтың берәр генә тауар алыуы етмәй. Төнгө магазиндың килемле эшен алкоголь тәшкил итә ине. Хәҙер иһә 24 сәғәт эшләүсе кибеттәр ҡырҡа кәмеренә шигем юҡ. Бигерәк тә бәләкәй бизнесҡа ауыр булыр, ахыры. Алкоголле эсемлектәр һатыу­ҙы кәметергә кәрәк, был аҙымды хуплайым. Тик ҙур булмаған аҙыҡ-түлек магазины тотоу­сылар ҙа йәл.

Наилә ЗИННӘТУЛЛИНА, хужабикә:
− Кеше күп йөрөгән саҡта сиратта торғом килмәһә, магазинға һуңлап ҡына сығам. Хәҙер улар бик күп, йорт һайын бит. Ул тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләмәһәләр ҙә булалыр. Улай тиһәң, әле сәғәт 10-да ла һатып алыусылар күп була. Күреп торам: бөтөнөһө лә эсергә генә алмай.
Ауылда магазин тотоусы туғандарым бар. Былай киске сәғәт 7-лә ябалар ҙа, унан һуң барыбер килеүсе була. Кемгәлер ҡапыл ҡунаҡ килеп төшөүе лә мөмкин. Асып, һораған тауар­ҙарын һатып ебәрәләр. Йәшерен-батырыны юҡ – төнгә табан араҡы, һыра үтә. Айы­рыуса йәйҙәрен йәштәр ҡараңғы төшкәс килеп һорай торған. Контролләүсе юҡ та инде.

А. ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға