«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дауалаусымы, әллә шайтан ялсыһымы?



22.02.2013 Дауалаусымы, әллә шайтан ялсыһымы?

Дауалаусымы, әллә шайтан ялсыһымы?
йәки Бер үзбәк ҡатынының бер райондан бер нисә кешене төп башына ултыртҡаны
ҡөрьәнгә ышыҡланып ҡара эш менән шөғөлләнеүсе күрәҙәселәрҙең һуңғы йылдарҙа артыуына иғтибар иткәнегеҙ бармы, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Бигерәк тә Урта Азия күрәҙәселәре күбәйҙе – киләсәгеңде әйтәм, тип вәғәҙәләй, меҫкенләнеп аҡса һорай. Тәүратта, Ахырызаман етеп килһә, ер йөҙөндә ялған күрәҙәселәр, мөғжизә күрһәтеүселәр, алдаҡсы бәйғәмбәрҙәр күп булыр, тиелә. Дини китапта әйтелгән шарлатандар тап ошо Урта Азия парапсихологтары, табиптары, күрәҙәселәре түгелме икән? Халыҡ ни өсөн уларға әүрәй һуң? Проблемаһын еңел генә хәл итергә теләүҙәнме, етеш тормош тип хыялланыуҙанмы? Сөнки һәр береһе, теге-был боҙомоңдо, сихырыңды, күҙ тейеүҙе һ.б. систерһәң, бай йәшәйәсәкһең, тип юрай. Бигерәк тә беҙ, ҡатын-ҡыҙ, яҡын тирәгә ниндәйҙер күрәҙәсе килеүен ишетеү менән уларға сабабыҙ, һүҙҙәренә ышанабыҙ, аҡса янсығынан күпме һорай, шунса сығарып бирәбеҙ… Үзбәктәрҙең төркөм-төркөм булып ауылдар буйлап йөрөүенә үҙем дә шаһит булдым. Иҫең китер, үҙҙәрен әүлиә тип таныштырған алты-ете ир алама кейемдәрҙә ауыл өйҙәрен барлай ғына! Барлығы ике сәбәп: йә боҙом, йә күҙ тейгән!
Бер көн редакцияға үзбәк ҡатынынан зыян күргән әсәле-ҡыҙлы килеп инде. Уларҙың ғибрәтле яҙмышы беҙҙе бик ныҡ тетрәндерҙе. Әллә гипноз тәьҫиренә бирелеп, әллә башҡаһынанмы, күрәҙәсегә һуңғы һарығына тиклем һуйып ашатҡан ҡыҙын әрләй-әрләй, күҙ йәштәрен һыпырып ҡуя ине әсә. Ул ҡыҙының бер кем менән дә кәңәшләшмәй, шарлатан ҡатынға йөҙәр мең һумлап аҡса биргәнен, кредитҡа батҡанын бик һуңлап белгән. Был эште тикшереү өсөн, күрәҙәсе үҙенең ҡара эштәре менән тантана иткән районға йүнәлгәс, алданыусыларҙың бик күп булыуы асыҡланды. Түбәндә уларҙың һәр береһе хаҡында бәйән ителә.

Ғәлимә

Физик мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, Ғәлимә менән Радик бына тигән итеп донъя көтә. Ике бала тәрбиәләгән йәш пар һис ялҡауланмай, бар эште емертеп эшләй, билдәле, бының өсөн аҡсаһы ла мул төшә. Ирҙең төп эше урманда булыуға ҡарамаҫтан, ул йөк машинаһында ағасын, таҡтаһын, тиреҫен ташып та өлгөрә. Йәй етеү менән ғаилә бизнесы ныҡлап ҡолас йәйә – еләк-емеш, бәшмәк һатыу меңәр һумлап килем килтерә. Уңғандарға уңыш юлдаш – һәр тапҡан-таянғанын әрәм-шәрәм итмәҫкә тырышып, һау кешеләрҙән күпкә яҡшыраҡ йәшәгән ғаилә, тип һоҡлана уларға барса халыҡ. Тик был йортҡа бәлә уйламағанда килә.
2011 йылдың яҙында Ғәлимә күрәҙәсегә барырға була. Иренең, ҡыҙының сырхап тороуын төп сәбәп итеп, Белорет ҡалаһында йәшәгән, таныштары тәҡдим иткән Рита исемле үзбәк ҡатынына юллана ул. Тәү күреүҙән үк “күрәҙәсе” Ғәлимәгә, өйөңдө бысраҡ энергиянан таҙартырға кәрәк, тигән “диагноз” ҡуя. Йәнәһе, барлыҡ ауырыу-уңыш­һыҙлыҡтарҙың ғилләһе шунда. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, ауылға килеп, өс мең һумға йортто төрлө ҡара энергиянан “таҙартып” сыға һәм уға яҡынлап ала. Йылан йылыға эйәләй тигән кеүек, етеш йәшәгән ғаиләгә Рита аҙна һайын тиерлек килә, рәхәтләнеп мунсала йыуына, ҡунаҡ була, үҙенсә хужабикәне дауалай. Белоретта ҡуртымға алып йәшәгән фатирына ла саҡырырға онотмай. ҡыҫҡаһы, башҡортса ла, урыҫса ла тап-таҙа һөйләшкән Рита тиҙ арала ғаиләнең иң яҡын дуҫына әйләнә. Хатта Яңы йылды ла улар бергә ҡаршылай. Байрамдан һуң үзбәк ҡатыны ағас һатыу бизнесын ойошторорға теләүе хаҡындағы ниәте менән уртаҡлаша. Радик пилорамала эшләгәнлектән, ойоштороу эшендә Рита унан ярҙам һорай. Аҙым һайын Алланы телгә алған, намаҙ уҡыған кешегә ышана бер ҡатлы йәштәр. Ғәлимә сит илдә эшләп йөрөүсе әсәһе ебәргән 100 мең самаһы һум аҡсаһын уйлап та тормай тегегә бирә. Тик Рита бының менән генә риза булмай, миңә кредит бирмәйҙәр, тип, Ғәлимәнән үҙ исеменә банкынан кредит юллауын һорай. Инвалидлыҡ буйынса карта аша пенсия алған Ғәлимәгә ошо уҡ банк март айында 42 мең һумлыҡ кредитҡа ризалыҡ бирә. “Күрәҙәсе” банкыла уҡ, мин үҙем ай һайын түләп барасаҡмын, тик иреңә был хаҡта берүк әйтмә, тип, был сумманы кеҫәһенә йәшерә. ҡомһоҙ ҡатындың аппетиты бының менән генә туймай – машинаңды залогҡа ҡалдырып аҡса алып бир, тип, Радикты банкылар буйлап эйәртеп алып йөрөй. Аферист ҡатын апрель айында йөк машинаһын залогҡа һалдыртып, 80 мең һумды ҡулына төшөрә.
– Беҙ уға бер нисек тә ҡаршы тора алманыҡ. Нимә әйтһә лә, ышандыҡ, уның эше алға барһын тип тырыштыҡ, ул беҙҙе тулыһынса яулап алғайны. Һәр саҡ уға тартылдыҡ, уны көн дә күрге, ярҙам итке килде, – тип һөйләй бөгөн Ғәлимә. – Хәҙер терһәкте тешләрҙәй булабыҙ ҙа, нисек уның арбау көсөнә ҡаршы тора алмағанбыҙ икән, тип иҫ-аҡыл китә.
Шулай булмаһа, һаман, ағас һатып алыр­ға аҡса аҙ, етмәй, тип илаулаған Ритаға Ғәлимә тағы банкынан 30 мең һум кредит һәм таныштарынан бурысҡа 100 мең һум аҡса алып, бер ниндәй распискаһыҙ-ниһеҙ тотторор инеме?! Аҡсаны ҡулына төшөргән һайын ул, Үзбәкстанға барып урманды һатып, миллион һумлап аҡса алып киләм, бурысымды тиҙҙән ҡайтарам, тип анттар бирә. Сәстәрең үрә торор, әммә Ғәлимә атаһынан 170 мең һум кредит алдыртып, быныһын да үзбәк әхирәтенә бирә.
Аҙна һайын тиерлек аҡса һура торғас, Рита һәм уның һөйәре Рәхмәтулла май айында алты вагон ағас һәм таҡта менән Үзбәкстанға юл тота. Бер нисә аҙнанан киләбеҙ, тип киткән ғаилә дуҫтарын Ғәлимә һәм Радик дүрт күҙ менән көтә. Тиҙҙән креди­тор­ҙар шылтыратып, уларҙан бурысты таптыра башлай. Шарлатан ҡатын, ана-бына киләм, тип ышандырып шылтырата, бер ҡатлы Ғәлимәне, бурысты әлегә үҙең түләп тор тип, тағы 70 мең һумлыҡ кредитҡа батыра. Был сумма менән Ғәлимә кредиттарының бик аҙ өлөшөн генә ҡаплай ала, сөнки проценттар көндән-көн үҫә бара. Етмәһә, Ғәлимә Ританың урта кластарҙа уҡыған малайын да әхирәте сәфәрҙә булған мәлдә тәрбиәләй, ҡарай. Ә уныһы һәр төн һайын түшәккә ярау итә. Ни эшләп дауалау һәләтенә эйә булған ҡатын үҙ балаһын бәүел тотмауҙан да өшкөрә алмай, тигән уй Ғәлимәнең башына ла инеп сыҡмай.
Берҙән-бер көндө Рита телефон аша: “Мине Рәхмәтулла алданы, бөтә эш янды, юҡҡа сыҡты, милиция ағасҡа арест һалды”, – тип һыҡтай. Һөйләшеү аҙағында Ғәлимәнән юллыҡ аҡса ебәреүен һорай. “Күрәҙәсе”нең һәр һүҙен үтәгән Ғәлимә, йәһәтләп 5 мең һум аҡса ебәрә һала. Июль айында, ниһайәт, әсәһе, ҡустылары, килене менән килеп төшә ул. Һәр береһе менән күрешкәндә башын иңдәренә терәп, күҙҙәренән йәш сығара, зарлана, үҙен йәлләтә. Ғәлимәнең, кредит түләүҙе талап итәләр, нишләргә, тип аптыраныуына:
– Тыныслан, мин һинең киләсәгеңде күрәм – алда бер ниндәй ҙә суд көтөлмәй. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Тик туғандарыңа бер һүҙ ҙә әйтмә, – тип ата-әсәһенә, ҡайны-ҡәйнәһенә кредиттар тураһында һөйләүҙе ҡырҡа тыя.
Август айында аферист ҡатын юҡҡа сыға. ҡалала уны, һеңлеһенең туйына ҡайтҡан, тип һөйләйҙәр. Уҡыу йылы башланыр алдынан, меҫкенләнеп, ул йәнә Ғәлимәгә килеп йығыла:
– Улымды мәктәпкә кейендерергә кәрәк, зинһар, аҡса биреп тор. Бер аҙнанан кире ҡайтарам, үтенәм.
Ышанаһығыҙмы, юҡмы, Ғәлимә Ритаға тағы 10 мең һум аҡса табып бирә!
Тиҙҙән Ғәлимәнең әсәһе сит илдән ҡайтып, ниҙер һиҙенеп, ҡыҙын ҡыҫымға ала, дөрөҫөн һөйләүен талап итә башлай. Ноябрь айында судҡа повестка килеп төшкәс, Ғәлимә барыһын да һөйләп бирә. Көнө буйы Ритаға шылтыраталар, тегеһе телефонын алмай, өйөнә баралар, өйҙә юҡ, тип яуаплайҙар. Ахыр сиктә төндә барып ишекте ҡағалар. Ләкин уларға ишек асырға теләүсе булмай. Коммуналь фатирҙың күрше бүлмәһендә йәшәүсе ҡыҙ төнгө клубтан ҡайтҡас ҡына уның менән бергә үтеп инә әсәле-ҡыҙлы. Бер ни булмағандай йоҡлап ятҡан Рита, минән аҡса һорағансы, тәүҙә әсәйеңә дөрөҫөн һөйләп бир, тип ҡысҡыра. Кешене төрлө уйҙырмалар менән иҫәңгерәтеп өйрәнгән мәкерле ҡатын, минең һеҙҙән аҡса алыуымды бер нисек тә иҫбат итә алмаясаҡһығыҙ, тип асыҡтан-асыҡ көлә. “Сит илдә уйнаш итеп туйҙыңмы?” – тип Ғәлимәнең әсәһен кәмһетә, хатта уны төртөп ебәрә.
Икенсе көнөнә судтан һуң Ғәлимә Ританың мутлыҡ эштәре, алдауы тураһында полицияға ғариза яҙа.
Альбина

2011 йылда Альбинаны әхирәте Нина күрәҙәсегә барырға өгөтләй:
− Беләһеңме, Рита исемле ҡатын барыһына ла дөрөҫөн әйтә ти, ҡабул иткәне өсөн артыҡ аҡса алмай, күпме бирһәң дә риза. Әйҙә, ҡайғырып йөрөгәнеңдә уның ярҙамы тейер, бер аҙ күңелең баҫылыр.
Ире менән айырылышыу хәсрәтенән ут йотҡан Альбина, ғүмерҙә лә күрәҙәселәргә ышанмаһа ла, ризалаша. Шулай ҙа Ританың алдына ултырмай, ә ситтән генә уның әхирәтенә ниҙәр һөйләгәнен тыңлап ултыра. Шул саҡ бағымсы уға өндәшә:
− Һин ҡайҙалыр ашығаһың, ахыры. Күптән түгел ғаиләң тарҡалған икән, ҡара машинала йөрөйһөң.
ҡатын аптырап китә, туҡта, был бит дөрөҫөн белә, тип ҡыҙыҡһына башлай. Рита уға тормошоноң күп мәлен әйтеп биргәс, Альбинаның шиге ҡалмай. Ә уға тиклем ҡәйнәһенең уның фотоһын тотоп күрәҙәлек иттерергә инеп сыҡҡаны һуңынан ғына билдәле була. Әлегә Рита Альбинаны ла үҙенең хәйлә ептәренә аулай. Бер туҡтауһыҙ, башым сатнай, тип зарланған ҡатынға үҙ дауаһын тәҡдим итә. Ысынлап та, Ританың ҡөрьән уҡыуынан баш ауыртыуы өйәнәктәре туҡтай. Мосолман булмаған ҡатын ҡөрьәндең ҡөҙрәтле көсөн ҡайҙан белһен инде, был хәлде ул оло мөғжизәгә тиңләй. Тора-бара ҡатындар дуҫлашып китә. Һәр саҡ аҡсаһыҙлыҡҡа зарланған Ританың малайына Альбина тиңдәш улының кейемдәрен бирә, йәйге кистәрҙә улар бергәләшеп серләшеп йөрөүҙе ғәҙәт итеп ала. Ихлас, кешелекле булып күренгән Ритаға Альбина тулыһынса ышана башлай. Яңы йыл алдынан Нина Альбинаға шылтырата һәм, Рита һинең менән һөйләшергә теләй, тип әйтә. Осрашҡанда Рита атаһының ауыр хәлдә ятыуы, уға яҡын арала ҡатмарлы операция талап ителеүе хаҡында әйтә һәм 80 мең һум аҡса һорай. Яҡын әхирәтенә әйләнгән кеше булһа ла, Альбина баш тарта, мин үҙем һәр бер тинемде һанап көн итәм, тип яуаплай. Рита ҡайтып киткәс, Нина шылтырата һәм, ярҙам ит, мин кредитҡа аҡса алып уға бирҙем дә инде, ул бит диндар ҡатын, алдамаясаҡ, тиненә ҡәҙәр ҡайтарасаҡ, тип аҡыл бирә. Әсәһе лә, йүнләп әхирәттәре лә булмаған Альбина кем менән кәңәшләшергә белмәй уйға ҡала. Яңы йылдан һуң Рита тағы ла ҡатындың тупһаһында пәйҙә була. Был юлы күрәҙәлек итергә килгән, имеш.
− Яҙ айында һинең бәхет сәғәтең һуғасаҡ. Тормошта үҙеңә терәк булырҙай юлдашыңды осратасаҡһың, ул хәлле кешегә оҡшаған. Эйе, бына мин һеҙҙе ҡиммәтле сит ил машинаһында, диңгеҙ буйында күрәм. Бай ир менән нужаһыҙ тормош кисерәсәкһең, − көн дә тиерлек бындай “юрауҙар“ үҙенекен эшләй, әлбиттә. Февраль айында Альбина Ритаға 50 мең һум кредит алып бирә. “Мин ағас һатыу менән шөғөлләнә башланым. Ошо арала ғына 400 мең һумлыҡ табыш алырға торам, ҡурҡма, ярты йыл эсендә кредитыңды тулыһынса ҡаплаясаҡмын“, – ти. Был һүҙҙәргә тулыһынса ышана ҡатын.
Тик ике ай түләгәндән һуң Рита юғала. Альбина йәшәгән еренән күсеп киткән үзбәк ҡатынын эҙләп хәлдән тая. Яңы адресын – коммуналь фатирҙы тапҡас, уға шарлатандың Үзбәкстанға ҡайтҡанын хәбәр итәләр. Оло проценттарға алынған кредит, әсе ҡамырҙай, артҡандан-арта бара. Көн дә банкының хәүефһеҙлек хеҙмәте шылтыратып янай, ҡурҡыта. ҡатын машинаһын һа­тыр­ға, һәм тағы кредит картаһын активлаштырырға мәжбүр була, 90 мең һумға еткән бурысынан шулай ғына ҡотола ала. Сентябрҙә Ританың Белоретта икәнлеген белеп, тағы уны эҙләй башлай. Яңы номерын ҡулға төшөрөп шылтырата.
− Минең эшем килеп сыҡманы, тамсы ла ғәйебем юҡ, аҫылынып үлергәме икән, тип уйлайым. Тик һин минең балаларыма ҡарғыш яуҙырма, зинһар. Тиҙҙән Магнитогорскиға эшкә китәм, тапҡан һәр тинемде һиңә түләп торормон, − тип ялбара телефондың теге осонан Рита.
Был һөйләшеүҙән һуң Рита Альбинанан бөтөнләй ҡаса башлай. Күрмәмешкә, танымағанға һалыша, ҡатын һуңғы сиккә ҡәҙәр ышанып көтә, бурысын ҡайтарыр тип өмөтләнә.
− Шул саҡ мине Ғәлимә эҙләп тапты һәм Ританың ниндәй әшәке әҙәм булыуын һөйләп бирҙе. Минән башҡа ла бик күптәрҙе кредит һаҙлығына батырыуын ишеткәс, Ританың аферист булыуына шигем ҡалманы, − тип һөйләй алданған ҡатын. Альбина ғинуар айында, Ритаға ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙы һорап, полицияға ғариза яҙа.

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Белорет − Өфө.
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға